Туған телем
Г. Юнысова һүҙҙәре, У. Иҙелбаев көйө
Ер шарында илдәр бик күп,
Араһында һин бер бөртөк.
Башҡортостан – ғәзиз илем,
Ҡотло ла һин, һутлы ла һин,
Көс-дәрт бирер утлы ла һин.
Илкәйемдә – туған телем.
Ҡушымта:
Яҡтырт юлды, күңелдәрҙе,
Арттыр аҡыл, белемдәрҙе,
Мәңге йәшә, байы һәм үҫ,
Башҡорт теле, халҡым теле,
Дәүләт теле, туған телем,
Быуаттарҙан быуатҡа күс.
Ҡушымта.
Наҙлылығың таң ҡалдыра,
Нескәлегең һоҡландыра,
Хәтерләтә баҡса гөлөн.
Кәрәкһә, өтөп алаһың,
Хәнйәрҙәй телеп һалаһың,
Үткерһең дә туған телем!
Ҡушымта.
Туған телем, һиңә хаҡлыҡ,
Һары һағыш, ап-аҡ шатлыҡ —
Бөтәһе лә һыя ала.
Балдай татлы һәр бер һүҙең,
Һинән моңло, һинән затлы
Һис нәмә юҡ был донъяла.
Ҡушымта.