Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2022, 03:30

Афарин!

“Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” булып 107-се лицей уҡытыусыһы, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының әүҙем авторы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов танылды.

Афарин!
Афарин!

Башҡортостандың баш ҡалаһында йыл уҡытыусыһы конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары айырым номинацияла бүләкләнде.
Уҡытыусы, тәрбиәсе, мәғрифәтсенең башҡорт мәҙәниәтендә юғары урын биләгәнен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Халҡыбыҙҙың ҡанына һеңгәндер уҡытыусының юғары дәрәжәһе. Йәш кеше ғәиләлә тәрбиәләнә башлай, ваҡыты еткәс ата-әсәһе уны уҡытыусыға тапшыра. Уҡытыусы кешенең офоҡтарын аса, яңы үрҙәр күрергә мөмкинлек бирә. Бигерәк тә туған телдә бирелгән белем әһәмиәтле. Милләтебеҙҙең, ватаныбыҙҙың көслө шәхестәре уҡытыусы тәрбиәһе менән булдырыла. Рәхмәт һеҙгә ихлас хеҙмәтегеҙ өсөн! – тине Юлдаш Йосопов.

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас