Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2022, 13:52

"Башҡорт теленең баһаһын бергәләп күтәрәйек!"

Тәүге тапҡыр Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы майҙансығы булған Башҡорт дәүләт университеты был көндәрҙә шаулап-гөрләп торҙо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен һынау маҡсатында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын уҡыу йорто ихлас ҡаршыланы.

"Башҡорт теленең баһаһын бергәләп күтәрәйек!"
"Башҡорт теленең баһаһын бергәләп күтәрәйек!"

Г.Р. Абдуллина, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы: "Сәмле ярышҡа сығырға йөрьәт иткән уҡыусыларға, иң һәләтле балаларҙы әҙерләп килтергән педагогтарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Башҡорт теленең баһаһын шулай бергәләп күтәрәйек!"

Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының төп ойоштороусыһы – М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты. Олимпиада исемлегендә башҡорт теле лә бар. Шулай итеп, башҡорт теле буйынса министрлыҡ федераль исемлегенә ингән һәм олимпиада һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек биргән был икенсе олимпиада.

"Беҙҙең өсөн был айырыуса ғорурлыҡ. Һәм мин уның башында торған кешеләргә һәм бөгөн уны ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Ошо олимпиадалар аша беҙ башҡорт телен Берҙәм дәүләт имтиханы һәм юғары уҡыу йорттарына инеү системаһына индерҙек. Һәм был башҡорт теленең функциональ әһәмиәтен арттыра. Тимәк, башҡорт теле йәшәйәсәк", – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас