Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2022, 08:14

Хәйерле яҙғы иртә, дуҫтар!

Уңышлы эш көнө, күтәренке кәйеф, яҡшы хәбәрҙәр теләп ҡалабыҙ!

Хәйерле яҙғы иртә, дуҫтар!
Хәйерле яҙғы иртә, дуҫтар!

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
Хәйерле иртә!
Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә!
Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә
Хәйерле кистәр!
Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!
Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!

Фирүзә Абдуллина

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас