–Ул замандаштары араһынан фекерләү даирәһе, аҡылы менән айырылып тора. Аҡмулла, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендә бик еңел аралашҡан. Уны тормош фәлсәфәһе ҡанундарына нигеҙләнгән ғилемдең рухи атаһы тип тә атарға мөмкин, – ти профессор Рәшит Шәкүр.
Мифтахетдин Аҡмулла үҙ дәүеренең ысын мәғәгәһендә новатор шағиры. Ул үҙ көсөн иң үткер ҡорал дәрәжәһенә күтәреп кенә ҡалмай, ә уны кешенең көндәлек мәшәҡәттәрен, ауыр тормошон еңеләйтеүгә, шәхесте рухи һәм әхләҡи яҡтан сафларға, ғилем-һөнәрле итеү кәрәклеген пропагандалауға йүнәлтә.
Шағир ижадында Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәләре патриот һәм юғары гражданлыҡ тойғолары менән айырылғыһыҙ берлектә килә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, уны һис шикһеҙ, шағир-интернационалист тип тә атарға мөмкин. Уның ижады татар, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки халыҡтарында ла киң билдәле.
Йылдар үткән һайын мәшһүр Аҡмулла һынының мөһабәтлелеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә. Аҡмулла бөгөн дә сафта. Уның башҡорт халыҡ ижадының, ауыҙ-тел әҙәбиәтенең, классик көнсығыш поэзияының гүзәл традицияларына нигеҙләнеп үҫеп сыҡҡан пэтик ижады әле лә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек , гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләргә әҙәплелек, сабырлыҡ, эстетик зауыҡ күндереүҙә актив ҡатнаша.
Күренкеле башҡорт шағиры – мәғрифәтсе М. Аҡмулланың шәхси яҡтан һәм ижади ҡараштары үҫеше үҙенсәнлектәре уның шиғри мираҫын тәрәндән тикшергәндә асыҡ күҙәтеп барыла. Сәсәндең донъяға ҡаршының нигеҙендә киң далалар буйлап йөрөгән йылдарҙа тупланған тормош тәжрибәһе ята. Тәбиғи сәсәнлек һәләтенә, башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрендә һөйләү телмәренә эйә булып, Аҡмулла үҙенең ижадында уларҙың алымдарын һәм образлы юлдарын, жанр формаларын, халыҡ һөйләшеү теленең лексик байлыҡтарын оҫта ҡуллана.
М. Аҡмулланаң ижадында яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, азатлыҡ һәм ғәҙеллек тураһында фекерҙәр табырға, кеше тормошоноң рухи нигеҙен аңларға була. Аҡмулланың һүҙҙәре балаларҙың йөрәгенә үтеп инә ала, уның васыяттары уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегендә әхлаҡи йүнәлеш эҙләүҙә ярҙам итә.
Беренсе башҡорт мәғрифәтселәренең педагогик фекерҙәре М. Аҡмулланың ижади һәи педагогик эшмәкәрлегенә таянып үҫешкән, тип билдәләй Ғ. Ҡунафин. Уның фекеренсә, “таяҡ менән тәрбиәләү”, мәктәптәге һәм мәҙрәсәләге тәртиптәр, уҡыу процесының ҡаралмауы, муллаларҙың фанатизмы халыҡтың йәмәғәт һәм мәҙәниәт үҫешен тотҡарлай. М. Аҡмулла үҙенең шиғырҙарында донъяүи белемде билдәләй. Ул үҙенең педагогик кәсебендә яттан һөйләүҙән ситтә торорға тырыша, балаларҙың материалды аңлы рәүештә үҙләштереүҙәренә ҙур иғтибар бүлә.
Башҡортостан күгендә Аҡмулла йондоҙо Салауат, Вәлиди, Бабич, Мортазиндар йондоҙо менән тиң балҡый, был йондоҙҙар заманалар үткән һайын сағыуыраҡ була бара, улар ғалим киңлектәренән үҙ ерендә үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алыу ынтылышы менән йәшәгән халҡыбыҙҙың киләсәккә юлдарын яҡтыртып тора.
Тимәк, үҙ халҡының милли аңын уятыуға, шиғырҙарҙың мәктәп уҡыусыларына тәрбиә биреүҙә Аҡмулла поэзияһының әһәмиәте бөгөнгө көндә лә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур.
Аҡмулланың тик намыҫҡа, тик сафлыҡ һәм тоғролоҡҡа ҡоролған аҡ ижад юлы халҡы күңелендә мәңгелеккә һаҡланасаҡ.
Әҙәбиәт:
Аҡмулла М. Шиғырҙар. Халыҡ-ара Тюрксой ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, 2007.
Вильданов Ә.Х., Ҡунафин Ғ.С. Башкирские просветители –демократы XIX века. –Москва, 1981.
Ҡунафин Ғ.С. Урын алған халҡы йөрәгендә//Башҡортостан уҡытыусыһы.№ 12, 2001.
Кузбеков Ф.Т. История культуры башкир. – Уфа: Китап, 1997.