Новости
3 Марта 2022, 05:56

Уйыл (башҡорт халыҡ йыры)

Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк;Эсемдә генә минең уттар яна,Ник елкенә икән был йөрәк.

Уйыл (башҡорт халыҡ йыры)Уйыл (башҡорт халыҡ йыры)
Уйыл (башҡорт халыҡ йыры)

Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;
Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.

Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,
Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк;
Эсемдә генә минең уттар яна,
Ник елкенә икән был йөрәк.

Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ,
Ҡаршыһында бейек тау булһа;
Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ,
Ғәзиз башы уның һау булһа.

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас