Новости
3 Марта 2022, 05:06

Зәйнәб Биишеваның “Емеш” романында йәш быуындың рухи эволюцияһы (Проект эше) Азалия ИШМАЕВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡыусыһы; Етәксеһе: Л.И. ҒӘЛЛӘМОВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡытыусыһы

            Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның ижады жанрҙар төрлөлөгө менән бай. Башҡорт әҙәбиәте тарихында ул үҙен поэзияла, прозала һәм драматургияла һынап ҡараған оҫта яҙыусы итеп танытты. Уның үҙенсәлекле стилдәге, юғары поэтикалы әҫәрҙәренә лирик-психологик ағым да, күтәренке романтик яңғыраш та, киң һәм талғын эпик хикәйәләү ҙә хас. Әҙибә үҙ ижадында халҡының бай традицияларына ла, туғандаш әҙәбиәттәрҙең ҡаҙаныштарына ла таяна.         “Яҡтыға” трилогияһы З. Биишева ижадының ынйыһы, башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөк ҡашы булып тора. Трилогия революция һәм граждандар һуғышы йылдарында көн итеүсе башҡорт халҡының йәшәйешен, уй-ниәттәрен, аһ-зарҙарын яҡтырта. Унда автобиографик һыҙаттар асыҡ уйылып ятһа ла, ул – тулы мәғәнәһендә социаль-тарихи әҫәр.           “Яҡтыға” трилогияһына ингән әҫәрҙәр айырым ғаиләләр яҙмышын, бер нисә быуын кешеләренең тормош юлын, уларҙың ҡараңғынан яҡтыға табан барыуын сағылдыра. Яҙыусы үҙе, трилогияһының төп йөкмәткеһен билдәләп: “Ул кеше рухының, уның эске доньяһының үҫеш эволюцияһы, яңы йәш быуындың тыуыу, күтәрелеү, формалашыу тарихы”, тип яҙа. “Емеш” тип аталған өсөнсө китапта был айырыуса аныҡ сағыла. Роман революция һәм граждандар һуғышынан һуңғы шарттарҙа кешеләрҙең рухи яҡтан үҙгәреүен, үҫешен һүрәтләүгә арналған.

Зәйнәб Биишеваның “Емеш” романында йәш быуындың рухи эволюцияһы           (Проект эше)          Азалия ИШМАЕВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡыусыһы;          Етәксеһе: Л.И. ҒӘЛЛӘМОВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡытыусыһыЗәйнәб Биишеваның “Емеш” романында йәш быуындың рухи эволюцияһы           (Проект эше)          Азалия ИШМАЕВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡыусыһы;          Етәксеһе: Л.И. ҒӘЛЛӘМОВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡытыусыһы
Зәйнәб Биишеваның “Емеш” романында йәш быуындың рухи эволюцияһы (Проект эше) Азалия ИШМАЕВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡыусыһы; Етәксеһе: Л.И. ҒӘЛЛӘМОВА, Өфө ҡалаһының 80-се мәктәбе уҡытыусыһы

        Проект эшенең маҡсаты: “Емеш” романындағы йәштәрҙең аң-белемгә, яҡты киләсәккә ынтылышын, рухи яҡтан байыуҙарын, шәхес булып формалашыуҙарын күрһәтеү.

Әҫәрҙәге бар ваҡиғалар Емеш яҙмышына нигеҙләнеп, уның күҙлеге аша яҡтыртыла, шуға ла тәүҙә ошо образға туҡталып үтеү урынлы булыр. Ул атһыҙ, ерһеҙ, әммә ғүмер буйы намыҫлы хеҙмәт иткән крәҫтиән – Байгилде ғаиләһендә тыуа. Ҡулынан килмәгән эше, эшләмәгән көнө булмаһа ла Байгилде ғаиләһе аслыҡ, яланғаслыҡ һәм фәҡирлектә көн күрә. Ҡатыны Сәғүрә наҙанлыҡ һөҙөмтәһендә фажиғәле донъя ҡуйғас, Емеш һәм уның апайҙары үгәй әсә ҡулында кәмһетелеп үҫә.
       Емешкә тулы характеристика түбәндәге өҙөктә сағыла: “Тыумыштан уҡ үҙ иркенә тапшырылған Емеш бик иртә уйсан, күҙәтеүсән, һынаусан булып үҫте. Уның өсөн үҙен әйләндереп алған барлыҡ тәбиғәт күренештәре лә, кешеләр ҙә, хайуандар, ҡош-ҡорттар, бөжәктәр – барыһы ла оло бер йомаҡ, белеп, асып бөткөһөҙ тылсымлы сер. Кескәй ҡыҙ күпме баш ватһа, сер шул хәтле ҡатмарлыраҡ, аңлайышһыҙыраҡ, хатта хәүефлерәк була бара һымаҡ. Бигерәк тә кешеләр, уларҙың тормошо, ҡылған эштәре, тыуым һәм үлем хәлдәре үҙҙәренең мәғәнәһеҙлеге һәм рәхимһеҙлеге менән аптырата уны. Әгәр инде ул үҙе тураһында уйлана башлаһа, төптө аҙап ҡала: кем ул? Ни өсөн тыуған, ни өсөн йәшәй?.. Мең аҙап менән йәшәү, үлеү, унан теге доньяла тағы ла мәңгелек аҙапҡа тарыныу өсөнмө икән ни?! Кемгә, ниңә кәрәге булған бындай ғәҙелһеҙлектең?! ”
Күренеүенсә, Емешкә фәйләсәүи уй-фекер йөрөтөү хас. Уның кеше һәм уның йәшәйеше, тыуым һәм үлем, бар ғаләмдең барлыҡҡа килеүе һәм уның аҙағы тураһындағы уйланыуҙары, ошо серҙәрҙе төшөнөү маҡсатында киләсәктә белем алырға ынтылыуы тураһында һөйләй.
        Ә киләсәк? Ниндәй булып күҙ алдына килә һуң ул Емеш өсөн?
“Киләсәк… Ҡайҙалыр бик алыҫтан, күкһел томан артынан саҡ-саҡ ҡына күҙгә сағылып ятҡан алыҫ, ят… Шуға ла, ахыры, харап мауыҡтырғыс киләсәк… Дөрөҫ, ул да аңлайышһыҙ ҙа, бер ни ҙә вәғәҙә итмәй… Бәлки, шул билдәһеҙлеге, аңлайышһыҙлығы менән кескәй ҡыҙҙың күңелен бик яҡшы биләйҙер ҙә ул… Эйе, киләсәк – уның өсөн өмөт, бәхет сығанағы. Сәскәле, ҡояшлы яҙ һымаҡ тойола уға киләсәк…”.
Ошо аңлайышһыҙ, әммә мауыҡтырғыс киләсәк Емеш күңелендә ҙур өмөттәр уята. Әҫәрҙә йәмле яҙ килеүе, бар тәбиғәттең ҡаты йоҡонан уяныу процесы менән Емештең һары ауырыуын еңеп аяҡҡа баҫыуы юҡҡа ғына паралелль һүрәтләнмәй. Яҙ һулышы тәбиғәткә генә түгел, ә Емешкә лә йән өрә. Ул урамға сығып, иң яҡын әхирәте Шәүрә менән матурлыҡ һәм мәңгелек доньяһы – Оло Эйек буйына китә.
Романда революциянан һуң мәҙрәсәләрҙе уҡыу йорттарына әйләндереү осоро һүрәтләнә. Илсеғол ауылында уҡытыу-ағартыу эшен Емештең бер туған ағаһы Иштуған башлап ебәрә. Ғаббас мулланың 
элекке мәҙрәсәһен төҙәтеп алғас, ауыл халҡы уҡырға йөрөй башлай. “Әле генә ташландыҡ ятҡан иҫке мәҙрәсә йорто хәҙер гөр килеп тора. Унда көндөҙ балалар, кисен өлкәндәр уҡый.”
         Емеш мәктәпкә бик теләп йөрөй. “Һәр көндөң, һәр сәғәттең тип әйтерлек үҙенә яңы һүҙ, яңы аң, йәшәүҙең яңы мәғәнәһен алып килеп тороуы Емеште лә бик ҡыуандыра. Уның рухын, тормош тәжрибәһен байыта. Уйсан һәм һынаусан холоҡло Емештең иғтибарынан бер генә яңылыҡ та ситкә ҡалмай. Бигерәк тә элек-электән һүҙҙәргә, уларҙың яңғырашына, мәғәнәһенә артыҡ иғтибарлы ҡыҙҙың күңелендә улар яңы уй, яңы фекер уята, аңын сосландыра бара”. Революцион йөкмәткеле һүҙҙәр һәм бәхәстәр Емешкә аңлайышһыҙ булһалар ҙа, ул һәр яңылыҡты ҡабул итергә әҙер була. Ауыл мәктәбендә, һуңынан балалар йортонда белем алғас, Емеш уҡыуын Ырымбур ҡалаһында педагогия техникумында дауам итә.
           Ҡалаға килгәс, донъя уның өсөн бигерәк тә тотош бер серле йомаҡҡа әйләнә. Барыһын да аңлап төшөнөү теләге йыш ҡына китапхана юлын тапата. Ул үҙенә: “Белергә, төшөнөргә, яңы доньяның ысын кешеһе булып алырға!” тигән маҡсат ҡуя.
           Төрлө мәҙәни саралар уртаһында ҡайнаған студент тормошо Емештең күңелен һәм рухын үҫтерә. Айырыуса, “Любовь Яровая” спектакле уны тәьҫирләндерә. Революция өсөн йәшәгән, көрәшкән оло йөрәкле ҡатын образы Емештең йөрәген биләп ала. “Емешкә шулай ҡыйыу, ғәҙел холоҡло, маҡсатҡа ирешеү юлында сигенеү, икеләнеү, ҡурҡыу белмәҫ кешеләр оҡшай. Улар уның тынғыһыҙ рухын тотош биләп ала, изге көрәшкә, батырлыҡҡа әйҙәй, ә инде был спектаклдә ундай кеше ҡатын-ҡыҙ ҙа булғас, уны икеләтә ярһытып, ҡатын-ҡыҙҙың да ҙур идеалдар менән янып йәшәргә, ил, халыҡ бәхете өсөн көрәш юлында ҙур батырлыҡтар күрһәтергә, эйе, тап шулай аяуһыҙ һәм батыр көрәшергә һәләтле булыуына ышанысын тағы ла арттырып, ҡанатландырып ебәрҙе.” (З. Биишева “Әҫәрҙәр” I том, 294-се бит).
          Техникумда уҡыған саҡтағы әхирәте Шәмсиә лә – яңыса фекерләүсе йәштәр рәтендә. Ул күңелсәк, әүҙем, көслө ихтыярлы ҡыҙ. Уның Емешкә яҙған ант хатында был аныҡ күренә: “Мин үҙемде илгә, халыҡҡа хеҙмәт юлында ниндәйҙер оло эшкә һәләтле кеше итеп тоям. Ҡасан, ҡайҙа, ниндәй эштә үҙен төҫмөрләтер был һәләт? Әлегә билдәһеҙ. Ләкин шуныһы асыҡ – ҡаяны ярып ҡояшҡа ҡаршы атылып сыҡҡан тау йылғаһы диңгеҙгә етмәйенсә туҡтамай. Миллион-миллион йылдар буйы төрлө томанлыҡтарҙан уҡмаша-уҡмаша йондоҙға әйләнгән нур йомғағы ғаләмдә үҙ урынын биләмәй булмай… Урғыл, көсөм, урғыл! Ҡояшҡа, яҡтыға табан үрмә гөлдәй үрелеп үҫ! Изге теләгеңә ирешеү алдында арыу-талыу, икеләнеү, сигенеү белмә!”. Күренеүенсә, әхирәттәр киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй.
          Емештең бер туған ағаһы Иштуған, иҫке мәҙрәсәне төҙөкләндереп, мәктәпкә нигеҙ һала. Ул бар булмышын ауыл халҡына белем биреүгә, мәктәп булдырыуға бағышлай. Уның башында мәктәпте ремонтлау, йылытыу, ҡышлыҡ утын әҙерләү кеүек мәшәҡәттәр урала. Иштуған тураһында автор: “Граждандар һуғышын Ырымбур далаларынан башлап алыҫ Украина, Белоруссия, Польша ерҙәрендә тамамлап ҡайтҡан ике-өс йыллыҡ армия тормошо осоронда хәрби һәм сәйәси курстар үтеп, байтаҡ белем алған, алдынғы кешеләр, ҙур ҡалалар күреп, замандың ҡайнар һулышы менән һуғарылған Иштуған ауылына, халыҡҡа хеҙмәт итергә ялҡынлы теләк менән ҡайтып инде,”– тип яҙа.
Ул бер ҡасан да уҡыусыларына көндәлек дәрес биреү менән генә сикләнмәй, ә үҙе белгән, тойған, йәнен-йөрәген ярһытҡан бөтә яҡшы, файҙалы аң-белем, ғәҙәт, ҡылыҡты ла балаларҙың күңеленә һеңдерергә, уларҙың доньяға ҡарашын камиллаштырырға тырыша. Дәрестән тыш ул граждандар һуғышы, ҡала һәм эшселәр тормошо тураһында һөйләй, илдә барған ҙур ваҡиғалар менән таныштыра.
Иштуғандың ошо яҡты киләсәк төҙөү юлын быуыусылар ҙа табыла. Ғаббас мулла һәм уның ҡуштандары мәктәпте яндыра. Әммә уларҙың был ҡылығы Иштуғанды көрәшкә тағы ла нығыраҡ әйҙәй.
            Тырыш, маҡсатҡа ирешеүсән йәш образдарҙан Байрас һәм Алеша иғтибарға лайыҡ. Өлкән быуындың ыңғай йоғонтоһо аҫтында улар синфи көрәшкә килеп ҡушылалар, илгә, халыҡҡа кәрәкле кешеләр булырға әҙерләнәләр. Емештең Ырымбурға уҡырға сығып китеүе Байрасты Өфөгә рабфакка барырға этәрә. Әҫәрҙең аҙағында ул: “Атайҙар иҫтәлеге алдында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп йәшәргә тырышабыҙ. Ҡараңғынан яҡтыға табан юлға сыҡҡанбыҙ икән, түбәгә таш яуһа ла, кирегә боролоу булмаҫ,” – ти ул Емешкә.
             Романда яңы тормош төҙөүсе урта быуын вәкилдәре Хаммат һәм Тимербай – башҡа халыҡтарҙың эшсе һәм крәҫтиәндәре менән бергә, ирек, азатлыҡ өсөн “һуңғы яуға” күтәрелгән хеҙмәт кешеләре. Был көрәш юлында Тимербай, нахаҡҡа хөкөм ителеп, Себер яҡтарын гиҙеп, оло тәжрибә, тос фекерҙәр туплап ҡайта. Ул ауылға ҡайтҡас, үҙенең ялҡынлы һүҙе, ҡыйыу сығышы менән халыҡты көрәшкә рухландыра, үҙенең бөтә көсөн, бөтә ғүмерен халыҡ бәхете өсөн көрәшкә арнай.
             Хаммат та алдынғы көрәшселәр юлына ҙур һынауҙар аша килә. Революция, граждандар һуғышы уттарында сыныҡҡас, ир ҡорона ултырғас, ул үҙ бәхете өсөн генә түгел, ә халыҡ бәхете өсөн көрәшеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Улар яңы тормош өсөн көрәш юлында аяныслы һәләк булалар.
              Шулай итеп, романдағы йәш быуын вәкилдәре ҡыйыу, маҡсатҡа ирешеүсән һәм өмөтлө булып күҙ алдына баҫа. Улар иҙелеп, баш эйеп, социаль тигеҙһеҙлеккә риза булып йәшәүҙең тамырын өҙә. Улар трилогияның беренсе китабында һүрәтләнгән аслыҡ-яланғаслыҡтан, тома наҙанлыҡ һәм ҡараңғылыҡтан яҡтыға сыға. Йәштәр, зиһендәрен киңәйтеп, белемдәрен арттырып, рухтарын байытып, киләсәкте үҙ ҡулдарына ала. Бәләкәйҙән етем ҡалып, үгәй әсә ҡулында ҡағылып-һуғылып үҫкән Емеш тә, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, яҡты киләсәккә өмөтөн юғалтмай, тормошта үҙ юлын таба.

                                                                                             Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, V том, Өфө: “Китап”, 1993.
2. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең 10-сы синыфы өсөн дәреслек. Ғ.Б. Хөсәйенов, Р.З. Шәкүров, М.Ғ. Ғималова – Өфө, Башҡортостан китеп нәшриәте, 2000.
3. З.Биишева. Әҫәрҙәр, III том, Өфө: “Китап”, 2003.
4. З. Биишева. Әҫәрҙәр I том, Өфө: “Китап”, 1995.
5. Ә. Вахитов. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары, Өфө, “Китап”, 2007.
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас