Новости
4 Марта 2022, 11:15

М. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса төҙөлгән сценарий Рим Исхаҡов, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы

Шағир (өҫтәл артында яҙыша). Көнөн яуа, төнөн яуа, Аҙна яуа бер тоташтан, Әйтерһең, күк ҡолаған да, Һауа менән ер тоташҡан.

М. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса төҙөлгән сценарий                                    Рим Исхаҡов, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһыМ. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса төҙөлгән сценарий                                    Рим Исхаҡов, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы
М. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса төҙөлгән сценарий Рим Исхаҡов, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы

Ҡатнашалар: шағир, ҡатын, Яҡуп, яуҙағы һалдат, батальон командиры, һалдаттар.

Шағир (өҫтәл артында яҙыша).
Көнөн яуа, төнөн яуа,
Аҙна яуа бер тоташтан,
Әйтерһең, күк ҡолаған да,
Һауа менән ер тоташҡан.
Ҡайҙа ҡояш, ай, йондоҙҙар?
Күкте ташлап ҡайҙа киткән?
Һөйгән йәрһеҙ йәшәү кеүек,
Ай-ҡояшһыҙ ҡыйын икән.
Көнөн яуа, төнөн яуа…
Ер күшеккән, ер ҡаңғыра.
Мәтеләнгән һалҡын ергә
Бер баҫырға сирҡандыра.
Сирҡандыра? Тирең тамған,
Ҡаның аҡҡан ошо ерме?
Дуҫтарыңдың һөйәктәре
Төйәк тапҡан ошо ерме?
Ошо ерме? Һин һуң уны
Иңләп-буйлап үтмәнеңме?
Тоғролоҡҡа анттар биреп,
Йәш аралаш үпмәнеңме?
Әжәл һине эҙләгәндә,
Берәй саҡ ул шик һалдымы?
Хатта ҡурҡып һыйынғанда,
Ул һуң һинән сирҡандымы?
Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа,
Түбәләрҙән һыуҙар аға…
(Шағир урынынан тороп, радионы ҡабыҙа. Унан “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йыры тапшырыла. Йыр тамамлана. Радионы һүдерә. Ишектә ҡатын күренә. Туҡтап ҡала. Шағир уны шәйләп ала. Бер аҙ һүҙһеҙ торалар.)

Шағир.
Һеҙ тартынмағыҙ, үтеп китегеҙ.

Ҡатын.
Уйларһығыҙ, ниндәй яфа
Килтерҙе икән тип был бәндә.
Дөрөҫ, шатлыҡ бүлешергә
Килмәҫ кеше бындай мәлдә.
Юлдар үттем, күңелемә
Ер күтәрмәҫ өмөт тейәп,
Ошо усаҡ өмөтөмә
Һуңғы нөктә, һуңғы төйәк.
Йә, ул шунан йылы алыр,
Йәки янып көлгә ҡалыр.
Шағир.
Әйтегеҙсе, һеҙ кем?

Ҡатын.
Мин – Сыҙамлыҡ.
Сикһеҙ юлға сыҡҡан юлсымын,
Һағыш менән оҙаҡ еңештем мин,
Хәҙер йонсоном…

Шағир.
Ниндәй яҙмыш һине бында килтерҙе?

Ҡатын.
Мин – тол кәләш,
Ҡатын булмай етем ҡалғанмын.
Ун йыл буйы шуға ышанманым…
Ышанмайым. Булмаҫ… Ялғандыр!..
Шағир. Һеҙ тынысланығыҙ. Ултырығыҙ ҙа аңлатыбыраҡ һөйләгеҙ.

Ҡатын.
Мин бит һөйәм уны. Кис ҡайтмаһа,
Ҡайтыр тинем таңдар атҡанда;
Аш ултыртһам, ике ҡашыҡ ҡуйҙым,
Ике мендәр һалдым ятҡанда.
Һәм… Һаман да шулай… Ун йыл буйы
Бөтә илде ҡыҙырып атланым,
Тереләр араһында осратманым,
Зыяраттарҙа ҡәберен тапманым.

Шағир.
Бик ауыр икән ҡайғығыҙ,
Хаттин ашҡан борсолоуығыҙ.
Ҡатын. Әйтерлектәр түгел.
Хатта дошмандарҙың ҡәбере бар,
Өңөлһә лә, әрем баҫһа ла,
Кеше энә түгел юғалырға…
Эҙе ҡала тамсы тамһа ла.

Шағир. Шулай. Аяныс хәл. Ә кем һуң ул?

Ҡатын. Яҡуп атлы егет ине.

Шағир. Яҡуп атлы егет?

Ҡатын. Эйе, Яҡуп. Белә тиҙәр уны һеҙ генә.

Шағир. Яҡуп атлы… Иҫке йәрәхәткә теймәгеҙ.

Ҡатын. Йыуатырлыҡ, йәки илатырлыҡ
Һүҙ әйтегеҙ, бары һүҙ генә.

Шағир. Ҡайғығыҙ баштан ашҡан былай ҙа.

Ҡатын. Мин сыҙармын, зинһар, Һөйләгеҙ!

Шағир. Һағышлының күңеле буш түгел,
Һәм йөрәге тере көткәндең.
Шуларҙан да мәхрүм ҡалһағыҙ һуң?

Ҡатын. Мин ҡурҡыуҙың сиген үткәнмен,
Түгер йәштәремде түккәнмен, һөйләгеҙ.

Шағир. Ярай, улайһа, һөйләйем.
Ҡәберлеләр ятҡан ерҙә, эйе, уның ҡәбере юҡ.
Ә тереләр араһында үлектәрҙең ҡәҙере юҡ…
(«Изге һуғыш» көйө ишетелә. Иң тәүҙә командир, аҙаҡ аллы-артлы һалдаттар сыға. Көй тамамлана.)

Командир.
Туғандар! Батальон алды приказ:
«Дошман яуын ошо ҡалҡыулыҡта
Кискә тиклем туҡтатырға.
Артабан, эңер төшкәс, юл алырға.
Төнгә инеп юғалырға.»
Туғандар! Тыуған ил өсөн, тыуған ер өсөн бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә. Һуңғы патронғаса алышырға! Хәҙер позицияларҙы нығытырға!
(Һалдаттар позицияла. Берәү хат яҙа, берәү ҡоралын ҡараштыра. Командир картала ниҙер билдәләй.)

Һалдат. Ну, фашист, килеп кенә ҡара! Арт һабағыңды уҡытырмын.

Яҡуп. Ай-һай, ул беҙҙең һабаҡты уҡыта түгелме?

Һалдат. Һин ни һөйләйһең, әллә һаташаһыңмы?

Яҡуп. Юҡ, һаташмайым. Ана, үткән алыштан һуң ғына күпме егеттәребеҙ туҡмас кеүек ҡырылды. Ә яралылар күпме?

Һалдат. Ә бит барыбер дошманға баш эймәнек, уны сигенергә мәжбүр иттек.

Яҡуп. Баш эймәү менәнме ни? Тағы ла хәтәр һуғыш, ҡан ҡойош буласаҡ. Тағы күптәребеҙ ғәзиз башын һаласаҡ. Үләбеҙме, ҡалабыҙмы, уны кем белә?

Һалдат. Тыуған ер өсөн батырҙарса һуғышыу – ир-егеттәрҙең борон-борондан килгән изге эше. Шулай булғас, һис үкенерлек түгел беҙгә. Үҙ батырҙарын Ватаныбыҙ бер ҡасан да онотмаясаҡ.

Яҡуп. Онотмау менәнме ни?
Кемгә файҙа, иртәгә кис ҡоҙғон ҡунһа һөйәгемә.
Мин үҙемә кәрәк түгел, мин кәрәкмен һөйгәнемә.
Аңлайһыңмы, һөйгәнемә?

Һалдат. Аңлайым, әммә әлеге мәлдә иң тәү бурыс – Ватанды һаҡлау, ғәзиз еребеҙҙе яуыз фашистарҙан таҙартыу. Ошонан да изге нәмә юҡ.

Яҡуп. Был изгелектән ни файҙа,
Әгәр үлеп ҡалһам бына бында?
Минең өсөн ҡиммәт ғүмер,
Хәбәр бирмәй, ҡәбер күрмәй
Серегәнсе бында ятып,
Әсир төшөп, тере ҡалыу мең ҡат артыҡ.

Һалдат. Ах, һин, хаин… (Яғаһынан матҡып ала.)
Шул саҡ команда ишетелә: «Батальон, к бою!» (Атыш тауыштары яңғырай. Көсөргәнешле алыш күренеше асыла. Яҡуп артҡа ҡасырға уҡтала. Һалдат уны кире этәрә. Бер аҙҙан Яҡуп алға шыуыша, автоматын ырғыта, ҡулдарын күтәрә, ергә тубыҡлана. Шул ваҡыт дошман пуляһы тейеп, ергә ауа.
Атыш тамамлана. «Батырҙар йыры» ишетелә. Һалдаттар тороп баҫа. Улар батырҙар рухын һынландыра. Ергә өскөл хаттар ҡойола. Йыр тамамланыуға, артҡа сигенеп, яй ғына юғалалар.)

Шағир.
Бына шулай. Алғы танк уға табан
Борола биреп уҙып китте.
Бер ер ҡорто урынына
Ыһ та итмәй иҙеп китте.
Ә бер аҙҙан үләндәге
Уның һуңғы эҙе кипте.

Ҡатын.
Ун йыл буйы кемде көткәнмен,
Кемде йәрем тип һөйгәнмен.
Хәҙер белдем. Өмөттәрем осто елгә,
Һатлыҡ йәнгә, хәшәрәткә
Юҡ урын башҡаса күңелемдә.

Шағир. Түҙ, һеңлем, ғорур бул,
Һау бул, хуш хәҙергә.
(Моңһоу көй ишетелә. Ҡатын урынынан тороп, башын ғорур тотоп, сығып китә. Арҡаһынан ҡара шәле һыпырылып төшөп ҡала.)

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас