Новости
4 Марта 2022, 04:33

Тағы ла яҙ...

Хәйерле йома иртәһе менән, төркөмдәштәр!Бөгөнгө көнөбөҙ изге уй-ниәттәрҙә үтһен. Яҡындарыбыҙға тик яҡты теләктәребеҙҙе йүнәлтәйек.Үҙебеҙҙе яҡшыға көйләйек!

Добавить в предпочтительные источники Google
Тағы ла яҙ...Тағы ла яҙ...
Тағы ла яҙ...

Тағы ла яҙ. Йән ҡыуана, ярһый,
Яңы ҡанат үҫкән ҡош кеүек.
Ҡартлыҡ, кәрһеҙлектәр, сир-сырхауҙар
Туҙға яҙған буш һүҙ, төш кеүек.
Тағы ла яҙ. Наҙлы гөл-сәскәле
Дала кеүек иркен күңелем.
Яҙ нурына ҡушылып, үрелеп үҫә
Яҙҙай яҡты, керһеҙ ғүмерем.

Зәйнәб Биишева

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас