Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2022, 14:24

Ғүмер баҫҡыстары (эссе) Лилиә Искәндәр ҡыҙы ӘМИНЕВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

                                     Осҡон һүнгән урынды көл ала,                                     Ҡояш уҙған юлда нур ҡала.                                                                     (З. Биишева “Кәңәш”)          Ғүмер юлы. Яҙмыш юлы. Мәктәп юлы – баҫҡыстар. Ошо баҫҡыстарҙан нисә тапҡыр күтәрелгәнмендер? Нисә тапҡыр класс ишеген асып ингәнмендер? Нисә тапҡыр миңә ышанып та, үпкәләп тә, көлөмһөрәп тә, бойоғоп та ҡараған күҙҙәргә баҡҡанмындыр? Эйе, күҙҙәр – күңел көҙгөһө. Улар алдаша белмәй. 

Ғүмер баҫҡыстары (эссе)            Лилиә Искәндәр ҡыҙы ӘМИНЕВА,     Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының  мәғариф алдынғыһы
Ғүмер баҫҡыстары (эссе) Лилиә Искәндәр ҡыҙы ӘМИНЕВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

                       ... Осҡон һүнгән урынды көл ала,
                           Ҡояш уҙған юлда нур ҡала.
                                                 (З. Биишева “Кәңәш”)
         Ғүмер юлы. Яҙмыш юлы. Мәктәп юлы – баҫҡыстар. Ошо баҫҡыстарҙан нисә тапҡыр күтәрелгәнмендер? Нисә тапҡыр класс ишеген асып ингәнмендер? Нисә тапҡыр миңә ышанып та, үпкәләп тә, көлөмһөрәп тә, бойоғоп та ҡараған күҙҙәргә баҡҡанмындыр? Эйе, күҙҙәр – күңел көҙгөһө. Улар алдаша белмәй. Һәм һин дә ошо күҙҙәрҙе, уларҙа сағылған ышанысты аҡларға бурыслыһың. Хоҙай мине изгеләрҙән-изге, шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр эйәһе иткән. Мин – уҡытыусы. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы, үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс икәнен йылдар үткән һайын аңлай һәм ярата барам. Эйе, мин үҙ һөнәремде яратам.

        Был, бәлки, ҡайһы берәүҙәргә ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс тойолор. Был эштең ни даны, ни малы тип әйтерҙәр. Юҡ, эш түгел, ә һөнәр! Уҡытыусы һөнәре кешеләрҙе йөрәк менән тойорға өйрәтә. Ошо урында Антуане де Сент-Экзюпери әҫәрендәге Бәләкәй Принцтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Иң мөһимен күҙҙәр менән күрмәҫһең. Күҙҙәр һуҡыр. Йөрәк менән эҙләр кәрәк”. Ысынлап та, йөрәк менән эҙләгәндә барлыҡ арыуҙарың, икеләнеүҙәрең юғала, үҙ-үҙеңә ышаныс арта, башҡалар өсөн дә йәшәргә кәрәк икәнлеген аңлайһың. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең хәтирәләрендә: “Үҙең өсөн генә йәшәү хыянатҡа тиң”, – тип яҙған. Башҡа һөнәр эйәләренән айырмалы рәүештә, уҡытыусы үҙ эшенең һөҙөмтәләрен йылдар үткәс кенә күрә. Минең хеҙмәтемдең төп күрһәткесе – балаларҙың сәләмәт рухлы, кешелекле, иғтибарлы, ихтирамлы булып үҫеүе.
        Боронғо Ҡытай фәйләсүфе Конфуций үҙ уҡыусыларына донъяны йәшәткән төшөнсәне: “Кешелеккә ут менән һыуға ҡарағанда кешелеклелек мөһим. Ут менән һыуҙан үлгәндәрҙе күргән бар, әммә кешелеклелектән үлгәндәрҙе күргәнем юҡ!” – тип аңлатып бирә. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә заманалар һынауы үткән классик әҫәрҙәр менән танышҡас, уларҙың эстәлегенән сығып, уҡыусыларым үҙ фекерҙәрен белдереп, дөрөҫ һығымта яһай алһалар, тимәк, мин әйтергә теләгән һүҙҙәр уларҙың күңелдәренә барып еткән. Ә мин уҡыусыларҙың йәшәү кредоһы итеп түбәндәге ҡағиҙәләрҙе алыуҙарын теләр инем:
     Үҙ көсөң менән яулап алған бәхетең, даның һәр ваҡытта ла һинең булмышыңды, йәшәйешеңде билдәләй.
     Үҙ тиреңде түгеп тапҡан бәхет һәр ваҡытта ла ҡәҙерле. Кеше һәләтенә көнләшергә, уны юҡ итергә ярамай, ә, киреһенсә, уға һоҡлана белергә кәрәк.
     Үҙ теләгеңә ирешер өсөн тырышырға, эҙләнергә кәрәк. Ҡайҙа ғына булһаң да, үҙеңде һәм башҡаларҙы хөрмәт итә бел.
     Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы эпиграфҡа – “Осҡон һүнгән урынды көл ала, Ҡояш уҙған юлда нур ҡала” тигән юлдарға йүнәлткем килә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева мәғәнәле юлдар яҙа. Ысынлап та, кеше күңелендә, бигерәк тә кескәй йөрәктәрҙә, ҡояш булып йәшәй алаһың икән, тимәк, барған юлың ышаныслы, һин башҡаларға таянырҙай терәк, кәңәш бирерҙәй юлдаш була алаһың. Ә балаға юлдаш, серҙәш булыу – уҡытыусының иң оло ҡаҙанышы. Тик көл генә булма...

      Лилиә Искәндәр ҡыҙы ӘМИНЕВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: