Ҡасан ғына ҡайтма- һыйың әҙер,
Йылы икмәк, мунса яғылған.
Әйтерһең дә һинең ҡулдарыңа
Фәрештәләр генә ҡағылған.
"Әсәй!"-тейеп әйтеү оло бәхет,
Хоҙай айырмаһын ошонан.
Китеүемә бер сәғәт тә үтмәй,
Кире ҡайтҡым килә яңынан.
(Г. Ҡыуатова)
МИН ӘСӘМДЕ КҮККӘ ТИҢЛӘР ИНЕМ
Əсə һүҙе шундай яғымлы ул,
Иң изге һүҙ барлыҡ донъяла.
Ошо һүҙҙəн Тыуған ил башлана,
Телен аса тыуған һəр бала.
Мин əсəмде күккə тиңлəр инем,
Йөҙкəйҙəре уның — аяҙ күк.
Сəскəн изгелеге сəскə булһа,
Ерҙе ҡаплар ине хəҙер үк.
Күңелдəре йыһан киңлегендəй,
Тауыштары — тауҙар шишмəһе.
Əсə мөхəббəте — төпһөҙ диңгеҙ,
Тамсыһы ла уның кипмəһен.
Мин əсəмде айға тиңлəр инем,
Ҡараштары уның — көмөш ай.
Ай яҡтыһы менəн бəхет һорап,
Мине көткəн əсəм йоҡламай.
Һағынып та ҡайтып был күреүем,
Бар күңелдəн тəбрик итеүем,
Һинең өсөн бөгөн был алҡыштар,
Əсəм — минең уңыш бетеүем.
(Р. Мансурова)