+8 °С
Болотло
Усаҡты һүндермәй көлдәге ҡуҙҙары.
Шул ҡуҙҙай йәнһаҡсы милләтем ҡыҙҙары.
Мин дә бер сатҡылыр шул ҡуҙҙан сәсрәгән.
Усаҡ бит һүнмәгән, меңәр йыл йәшәгән.
Урмандар үҫә ул, табыла утыны.
Ҡояштан тыуған бит Уралдың ҡатыны.
Боҙҙарҙы иретер көсөбөҙ йөрәктә!
Усаҡтар яңыра берҙе тын өрһәк тә.
(Г. Хәлфетдинова)