

Төп героиня Нәфисәне өс актриса башҡарасаҡ. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Миңзилә Ҡотошева. Премьера көндө Наҙгөл Иҫәнбаева сығыш яһаясаҡ.
Шулай уҡ ролдәрҙе башҡарыусылар: Иҙрис – Юнир Мансуров, Радмир Дәүләтбаев, Рәсүл – Әмир Үтәбаев, Сара инәй – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина, Хәсән ҡарт – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов, күмәк сәхнәләрҙә – Лилиә Байгилдина, Элвира Йәрмөхәмәтова, Нәфисә Мәжитова, Йәнгүзәл Халикова һәм Гөлфинә Ибәтуллина.
– Йәш режиссер Лиана Ниғмәтуллинаның эксперименталь алымдары тамашасылар өмөтөн уҙып китергә вәғәҙә итә. Иң мөһиме яңы спектакль тәрән кисерештәр һәм уйланыуҙар уятыр тип өмөтләнәбеҙ, – тип белдерәләр театрҙа.
Мәғлүмәт БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.