

Башҡортостан Республикаһында халыҡ-ара бәйләнештәрҙең көсәйеүе, уларҙың йәмғиәттең ижтимағи, сәйәси, иҡтисади өлкәләренә ныҡлы үтеп инеүе төбәктә дәүләт теле һаналған башҡорт телен төплө өйрәнеүҙе замана талабына әйләндерҙе. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогик йүнәлештә белем биреүсе барлыҡ профилдәрендә лә башҡорт теленең уҡытылыуы – йәштәрҙе ошо талаптарға ярашлы күп яҡлы универсаль кадрҙар итеп әҙерләү ҙә ул. Беҙҙә 44 вуз һәм төбәк-ара кимәлдәге интернет-проекттар эшләнгән һәм таралыу алған, уҡытыусылар өсөн өс меңдән ашыу курсты берләштергән дистанцион уҡытыу системаһы киң файҙаланыла. Улар араһында башҡорт телен дистанцион өйрәтеү маҡсатында төҙөлгән «Онлайн башҡорт теле» [https://region.bspu.ru] халыҡ-ара белем биреү системаһы лайыҡлы урын алып тора.
Онлайн-ресурс башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынған һәм уны өйрәнергә теләгән төрлө илдәрҙә йәшәүсе кешеләргә тәғәйенләнгән. Был система бөгөн уҡытыусылар тарафынан мәктәптәрҙә лә ҡулланыла. Бигерәк тә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙә уның әһәмиәте ҙур.
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең дистанцион системаһы онлайн-дәрестәрҙе, тест күнегеүҙәре ярҙамында белем кимәлен тикшереү, Башҡортостан Республикаһының онлайн-картаһын, мәғлүмәт ресурстары медиатекаһын, башҡортса-русса һүҙлекте үҙ эсенә ала. Шулай уҡ унда Башҡортостандың тарихы, иҫтәлекле урындары менән танышырға мөмкин. Система өс кимәлдән тора. Беренсеһендә – 34, икенсеһендә – 16, өсөнсө кимәлдә 15 дәрес бирелә. Уларҙа телде яңы башлап өйрәнеүҙә кәрәкле темалар (мәҫәлән, «Сәләмләү. Танышыу», «Минең йортом», «Минең ғаиләм», «Һауа торошо», «Миҙгелдәр», «Минең эш көнөм», «Һөнәрҙәр», «Ял минуттары», «Кейем-һалым», «Шөғөл», «Аҙыҡ-түлек», «Аш-һыу», «Ресторанда», «Байрамдар», «Өфө буйлап сәйәхәт», «Транспорт», «Үҫемлектәр донъя һы», «Хайуандар донъяһы», «Һаулығың – байлығың», «Дуҫлыҡ» һ.б.) тәҡдим ителде. Һәр темала һәм кимәлдә, яңы материалды үҙләштереү менән бер рәттән, үтелгәндәрҙе ҡабатлауға, нығытыуға, тәрәнәйтеүгә арналған фонетик, лексик, аудиокүнегеүҙәр, видеоситуациялар бар.
Платформала телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре буйынса (һөйләгәнде тыңлап аңлау, һөйләү, уҡыу һәм яҙыуға өйрәтеү) күнекмәләр урынлаштырылды.
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың тыңлап аңлау күнекмәләрен (аудирование) тейешле кимәлдә формалаштырыу өсөн бөтә шарттар булдырылған, тип һығымта яһарға иртәрәк әле. Ғөмүмән, һәр телмәр эшмәкәрлеге кеүек, тыңлап аңлауға өйрәтеүҙең дә үҙ ауырлыҡтары бар. Сит телмәрҙе ишетеп аңлауға ҡамасаулаған факторҙарҙың шаҡтай күплеге (яҙманың сифатһыҙ булыуы, дикторҙың артикуляцияһы, паузалар, тембр һ.б.), тәҡдим ителгән текста ят лексика, терминдарҙың йыш осрауы был эшмәкәрлек төрөнөң үҙенсәлекле булыуы һәм уны формалаштырыу төплө әҙерлек, ваҡыт талап итеүе хаҡында һөйләй.
Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, системала тәҡдим ителгән тыңлап аңлауға өйрәтеү күнегеүҙәре практикала бер яҡлыраҡ, йәғни дәрестә айырым осраҡта фонетик күнегеү булараҡ, ҡайһы саҡта лексик темаға инеү маҡсатында йә булмаһа проблемалы ситуация булдырыу өсөн файҙаланыла. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, уларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, уҡыу, яҙыу кеүек телмәр эшмәкәрлегенең башҡа төрҙәрен формалаштырыуҙа ла уңышлы ҡулланырға мөмкин.
Был фекерҙе тел уҡытыу методикаһы фәне өлкәһендәге күп кенә ғалим-методистарҙың хеҙмәттәре лә нигеҙләй. Тыңлап аңлау, уға өйрәтеү методикаһы ғалимдар M.Л. Вайсбурд, И.В. Елухина, С.П. Золотницкая, Л.Д. Цесарский һ.б. тарафынан махсус өйрәнелә. Икенсе бер төркөм (А.С. Лурье, Л.Д. Цесарский һ.б.) уны мәғлүмәт еткереү сараһы булараҡ төплө тикшерә. Өсөнсөләре иһә (Э.Я. Агоева, М.Л. Вайсбурд, С.П. Золотницкая, И.В. Елухина, Н.И. Гез һ.б.) үҙ хеҙмәттәрендә тыңлап аңлау юлдарын – күнегеүҙәр тәҡдим итә. Дүртенсе төркөмдәгеләр был төр телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүҙең һөҙөмтәлелеген асыҡлау, йәғни уҡыусыларҙың тыңлап аңлау кимәлен баһалау ысулдарын төҙөү менән шөғөлләнә. Бишенсе төркөм (М.Д. Рыбаков, А.П. Старков һ.б.) тыңлап аңлауҙың башҡа телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре менән бәйләнеш законлыҡтарын өйрәнә.
Психология һәм психолингвистикала тыңлап аңлауҙы тормошҡа ашырыусы рецептив хәрәкәт механизмдары И.Н. Жинкин, В.И. Ильина, И.А. Зимняя, А.А. Леонтьев, З.А. Кочкина хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан. Тыңлап аңлау аралашыу менән тығыҙ бәйле. Һөйләү һәм тыңлап аңлау – һөйләү телмәренең үҙ-ара бәйле ике тармағы. Аралашыуҙа тыңлау һәм һөйләү үрелеп килә. Тыңлап аңлау мәғлүмәтте ҡабул итеү генә түгел, ишеткәнгә эске телмәрҙең яуап бирергә әҙерлеге лә. И.А. Зимняя билдәләүенсә, «телмәрҙе аңлау өсөн үҙеңә лә аҙмы-күпме һөйләү шарт, һеҙҙең телмәрҙе нисек аңлауҙарын күреп, үҙегеҙҙең ишетеп аңлау мөмкинлектәрегеҙҙе самаларға була». «Телмәрҙе тыңлап аңлау өсөн дөрөҫ һөйләргә, уҡыр ға тырышыу мөһим, сөнки аралашыуҙа һеҙҙең телмәр нисек ҡабул ителеүендә тап үҙегеҙҙең теге йә был фекерҙе аңлау кимәлегеҙ сағыла», – тип билдәләй И.Н. Жинкин. Тимәк, тыңлап аңлау аралашыуға, йәғни конкрет телдә һөйләшеүгә әҙерләй, һөйләшеү, үҙ сиратында, телмәрҙе ишетеп аңлы ҡабул итеүгә нигеҙ булып тора.
Тыңлап аңлау уҡыу менән дә тығыҙ бәйле. Улар икеһе лә телмәр эшмәкәрлегенең рецептив төрөнә ҡарай: әгәр тың лап аңлауҙа мәғлүмәт ҡабул итеү ишетеү, тыңлау каналы аша башҡарылһа, уҡыуҙа иһә мәғлүмәт күреп үҙләштерелә. Эстән йә ҡысҡырып уҡығанда ла кешегә уҡыған текст ишетелгән кеүек тойола. Тыңлап аңлау яҙыу менән дә тығыҙ бәйле. Фекерҙе график сағылдырғанда кеше йыш ҡына уны бышылдап йә эстән фекерен әйтеп ултыра һәм ишетә. Дәрестәрҙә тыңлап аңлау эшмәкәрлеген формалаштырыу күнегеүҙәренең һөйләшеү, уҡыу һәм яҙыу күнегеүҙәре менән үрелеп барыуы отошло. Системалағы тыңлап аңлау күнегеүҙәре (улар беренсе һәм икенсе кимәлдең бөтә дәрестәрендә лә бар) аралашыу, уҡыу, яҙыу аша ла тәҡдим ителә ала. Мәҫәлән, тыңлап аңлау һәм һөйләшеүҙе формалаштырыу маҡсатында эште түбәндәгесә ойошторорға мөмкин.
Йылға буйынан беҙ кис кенә ҡайтып индек. Баҡса янындағы бүрәнәлә атайым менән бер һалдат ултыра ине. Беҙҙе күргәс, теге һалдат ҡысҡырып ебәрҙе:
– Оксана!
Ул тағы ла ниҙер әйтте, мин аңламаным.
Мин ҡурҡып киттем. Оксана ла ҡурҡты.
– Бында килегеҙ, балалар. Был ағай ҡәҙерле ҡунаҡ, – тине атай. Ул әле генә килеп төштө.
Ҡәҙерле ҡунаҡ йүгереп килде лә Оксананы күтәреп алды. Күҙҙәренә оҙаҡ ҡарап торҙо, күкрәгенә ҡыҫты. Атайым башын эйә лә күҙен ҡул һырты менән һөртөп ала. Артабан ҡунаҡ Оксананы ергә төшөрә лә мине күтәрергә итә. Мин атай янына ҡасып китәм.
– Улай ҡырыҫ булма, улым. Петро ағай һине ярата бит, – ти атай. –
Кәрәкмәй, яратмаһын.
Оксана эргәгә йүгереп килә. Ул шатлана. Ҡыуанып сәпәкәй итә:
– Беләһеңме, беҙгә кем килде? – ти.
– Ә кем һуң?
– Әйтәйемме? Беҙгә килде... Атайым килде.
Тыңлап аңлау һәм башҡортса һөйләшергә өйрәтеү эшмәкәрлектәрен формалаштырыуҙа тәҡдим ителгән видеоситуациялар ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡытыусылар билдәләүенсә, балаларға был эш төрө айырыуса оҡшай. Шул уҡ видеоситуацияларҙағы диалог текстарының бирелеүе тыңлап аңлау һәм уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә мөмкинлектәр аса. Был осраҡта уҡыусыларға парлап эшләү өсөн түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим итергә була.
Урал: Гүзәл, һеҙҙең фатирығыҙ бик матур! Ҡотло булһын!
Евгений: Миңә лә бик оҡшай!
Азамат: Өйөгөҙ иркен, яҡты, йылы.
Гүзәл: Рәхмәт! Беҙ ҡунаҡ килгәнен яратабыҙ!
Азамат: Евгений, башҡорттар – ҡунаҡсыл халыҡ.
Евгений: Уныһын беләм.
Гүзәл: Дуҫтар, әйҙәгеҙ, ашап алайыҡ! Һуңынан уйнарбыҙ.
Азамат: Нимә уйнайбыҙ? Урал: «Әлләсе».
Гүзәл: Эйе, «Әлләсе» уйнайбыҙ!
Тыңлап аңлау күнекмәләре яҙыу эшмәкәрлеге менән дә тығыҙ бәйле, тинек. «Онлайн башҡорт теле» халыҡ-ара белем биреү системаһында яҙма телмәр күнекмәләрен үҫтереү контент сиктәрендә бер ни тиклем сикләнә. Шуға күрә унда был йәһәттән күсереп ҡуйыу, урынын алыштырыу, тап килтереү тибындағы эш тәр өҫтөнлөк ала. Әммә дәрестәрҙә һүҙлектә бирелгән һүҙҙәрҙе тыңлау һәм яҙыу, тәҡдим ителгән төркөм һүҙҙәр араһынан айырым өлкәгә ҡарағандарын ғына күсереп алыу, видеоситуацияларҙа ишеткән яңғыҙлыҡ исемдәрҙе, географик атамаларҙы теркәү, уҡытыусынан ишеткән яңы һүҙҙәр менән системалағы онлайн-һүҙлекте байытыу кеүек эштәр тәҡдим ителергә һәм уңышлы файҙаланылырға мөмкин.
Курста тәҡдим ителгән видеоситуациялар, йәғни өйрәнелгән теманы йәки уның ниндәйҙер бер һорауын асҡан 3 – 5 минутлыҡ видеофильмдар, лексик темалар буйынса төҙөлгән сценарийға ярашлы төшөрөлдө. Диалог һәм полилогтарҙың сюжеты Мәскәү егете Евгений һәм уның Өфөлә йәшәгән дуҫтары Урал, Азамат, Гүзәл, Айгөлдөң үҙҙәре һәм тирә-яҡ донъя, Башҡортостан тәбиғәте, баш ҡалабыҙ Өфө, башҡорт халҡының мәҙәниәте һ.б. тураһында әңгәмәләшеүенә, фекер алышыуына ҡоролған. Мәҫәлән, «Ҡала фатиры һәм ауыл өйө. Ҡайҙа яҡшыраҡ?» тигән диалогта Евгений, Урал һәм Азамат түбәндәгеләр хаҡында һөйләшә:
Евгений:
– Егеттәр, һеҙгә ҡалала йәшәү оҡшаймы, әллә ауылдамы?
Урал:
– Миңә ауыл оҡшай.
Азамат:
– Миңә ҡала үҙәгендә фатирҙа йәшәү оҡшай. Бөтә уңайлыҡтары ла бар, магазин, дауахана, дарыухана, театрҙар эргәлә.
Евгений:
– Өфө бик тиҙ үҫә. Шундай матур, сағыу, заманса йорттар һалына.
Урал:
– Эйе. Миңә бигерәк тә йорттар эргәһендәге спорт һәм уйын майҙансыҡтары оҡшай.
Азамат:
– Йорт тирәләрендә күпләп ағас ултырталар, велосипедта һәм йәйәү йөрөү өсөн юлдар һалалар – был да бик шәп.
Евгений:
– Өфө – бик матур ҡала. Мәскәү менән сағыштырғанда күпкә тыныс.
Урал:
– Евгений, һине ауылға ҡунаҡҡа алып ҡайтам. Вәт шунда күрерһең тыныс урынды.
Азамат:
– Мин дә барам, йәме, Урал! Мунса инеп, ауыл ҡаймағы ашап килербеҙ.
Урал:
– Һөйләштек. Киләһе ялдарҙа ауылға барабыҙ.
Көндәлек тормошта ҡоролған диалог тәбиғи телмәр ситуацияһын күҙалларға булышлыҡ итә. Әйтәйек, юғарыла килтерелгән «Ҡала фатиры һәм ауыл өйө. Ҡайҙа яҡшыраҡ?» диалогы буйынса Өфөнөң сағыу, заманса йорттары эргәһендә видеоролик төшөрөлдө һәм тәбиғи телмәр ситуацияһы булдырылды. Әңгәмәселәрҙең репликаһы, рус теленә тәржемә ителеп, субтитрҙарҙа бирелде. Былар барыһы ла яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә, хәтерҙә ҡалдырырға, алда өйрәнелгәндәрҙе телмәрҙә ҡулланыу мөмкинлектәрен аңларға һәм әүҙемләштерергә ярҙам итә.
Һуңғы йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты коллективы тарафынан башҡарылған Халыҡ-ара дистанцион башҡорт телен өйрәтеү системаһы мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм беҙҙең университетта башҡорт теле дәрестәрендә уңышлы ҡулланыла. Онлайн-ресурсты файҙаланыуға арналған түңәрәк өҫтәлдәрҙә, методик семинарҙарҙа башҡорт теле уҡытыусыларының хуплау һәм рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Уҡыусыларҙың иғтибарын айырыуса йәш быуынды ҡыҙыҡһындырған «Заман һөнәрҙәре», «Минең шөғөлөм» һ.б. темаға арналған видеоситуациялар йәлеп итә. Шундай диалогтарҙан бер өҙөк:
Урал:
... Мин заманса шәп берәй һөнәр һайлап, халҡым киләсәге өсөн ҙур эштәр башҡарырға хыялланам.
Азамат:
– Ул ниндәй һөнәрҙәр икән?
Урал:
– Заманса тинем бит! Scrum-менеджер, биоэтик, космогеолог, һанлы лингвист, SEO-белгес...
Азамат (иптәшен туҡтатып):
– Урал, һин, әйҙә, үҙебеҙсә һөйләш әле! Сит телдәрҙе шәп беләм, тигәс тә... Бына минең буласаҡ һөнәрем дә бик заманса – мин хоҡуҡ белгесе булам!
Урал:
– Юҡ, Азамат! Хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы, маркетолог, идарасы – был һөнәрҙәр кисәге көн үҙәгендә ине. Ә беҙ иртәгегә маҡсаттар ҡуйырға тейешбеҙ. Бына, мәҫәлән, минең яҡын дуҫым автоматлаштырылған системалар һәм роботтар эшләүсе булырға уҡый. Бына исмаһам һөнәр! (Гүзәл менән Айгөл килә.)
Гүзәл:
– Сәләм, егеттәр! Нимә тураһында бәхәс?
Азамат:
– Урал иҫкергән һәм заманса һөнәрҙәр тураһында фәлсәфә йөрөтә.
Айгөл:
– Оһо, шунан, Урал, минең буласаҡ һөнәрем тураһында ни әйтерһең?
Урал:
– Айгөл, һин һайлаған һөнәр һәр ваҡыт заманса булып ҡала. Сөнки буласаҡ биотехнологтарҙы ла, мәғлүмәт технологиялары белгестәрен дә, киберпротез эшләүселәрҙе лә ябай мәктәп уҡытыусыһы тәрбиәләй, башланғыс белем, һөнәр һайлауға йүнәлеш бирә.
Гүзәл:
– Дөп-дөрөҫ әйтәһең, Урал!
Азамат:
– Мин дә риза!
Бындай диалогтар башҡорт телен башҡаса аса, уның тик дәрес теле түгел, ә көндәлек заманса тормошта ла ҡулланылған тел булыуын күрһәтә. Балаларҙы яңы алымдар, сайттар, һүҙлектәр, уйындар ҡыҙыҡһындырған заманда видеоситуациялар менән эш төрҙәрен бер нисә этапта ойошторорға була.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт технологияларының мәғариф системаһына киң үтеп инеүе белем биреү процесын ҡырҡа үҙгәртте. Башҡорт телен уҡытыуҙа халыҡ-ара «Онлайн башҡорт теле» белем биреү системаһы киләсәктә лә һөҙөмтәле ҡулланылыр, йөкмәткеһе яңы мәғлүмәттәр менән тулыланыр, уны файҙаланыу буйынса методик тәҡдимдәр менән байытылыр тигән ышаныстабыҙ.
Әҙәбиәт
С.А. ТАҺИРОВА,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире,
доцент, педагогия фәндәре кандидаты;
З.Ә. ХӘБИБУЛЛИНА,
доцент, филология фәндәре кандидаты;
В.З. ТОЛОМБАЕВ,
доцент, филология фәндәре кандидаты