Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2022, 13:07

Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй кубогы ярыштары һәм Биатлон буйынса ил чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Спорт сараһы 17  мартҡа тиклем Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә.

Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты бара
Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты бара

– Рәсәй кубогына ярыштарҙа һәм биатлон буйынса ил чемпионатында ҡатнашыу өсөн спорт байрамына илебеҙҙең 18 төбәгенән килгән спортысыларҙы Башҡортостанда йәшәгән дүрт миллион кеше исеменән сәләмләйем. Беларусь Республикаһы йыйылма командаһын айырыуса сәләмләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Халыҡ-ара спорт ойошмалары сағыу һәм арҙаҡлы спортсыларыбыҙға нисек тә булһа һындырырға уйлағанда, беҙ Өфөлә йыйылышырға булдыҡ. Башҡортостанға Рәсәйҙең һәм Беларустың иң яҡшы спортсылары килде. Беҙ бында ысынлап та байрам, тыныслыҡ, изгелек аҙнаһы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Бөтәгеҙгә лә намыҫлы көрәш һәм шәп еңеүҙәр теләйем! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ! Уңыштар!

Спорт сараһын тантаналы асыуҙа Рәсәй Биатлонсылар союзы президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындарындары призеры Виктор Майгуров та ҡатнашты.
– Пекинда уҙғарылған ярыштар тамашасыһыҙ булды тиерлек. Башҡортостан коронавирус менән көрәш осоронда көйәрмәндәр өсөн асыҡ беренсе төбәк булды. Бөгөн генә түгел, ярыштар ваҡытында ла көйәрмәндәрҙең күп булырына ышанам, – тине ул.

Виктор Майгуров һуңғы ваҡытта Өфөләге биатлон комплексының яҡшырыуы, спортсылар өсөн барлыҡ шарттарҙың булдырылыуы, Өфөлә спорт сараларына әҙерлектең юғары булыуы хаҡында белдерҙе.  

Сарала Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 123 спортсы ҡатнаша.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарында ике тапҡыр призлы урын яулаған Александр Давидович та спорт байрамы ойошторолоуы өсөн рәхмәт белдерҙе, ә унда ҡатнашҡандарға иһә уңыштар теләне.
Спортзалам ярыштар барышында спринтта, эҙәрлекләү уҙыштарында көс һынашасаҡтар. Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Ярыштар программаһы:
12 март:

11.00 – спринт 10 км – ирҙәр;
14.00 – спринт 7,5 км – ҡатындар.

14 март:
11.00 – эҙәрлекләү уҙышы: 12,5 км – ирҙәр;
13.30 – эҙәрлекләү уҙышы: 10 км – ҡатындар.

16 март:
11.00 – ҙур масстарт: 15 км – ирҙәр;
13.30 – ҙур масстарт: 12 км – ҡатындар.

Өфөләге «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү ирекле. Ярыштар барышын «Матч ТВ» телеканалы тура эфирында ҡарарға мөмкин.

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас