Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2022, 22:19

Сәмле һәм рухлы ярыш майҙаны

Бөгөн, 19 мартта, һуңғы осорҙа мәғариф өлкәһендә иғтибар үҙәгендә булған мөһим сара – "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022" конкурсы тамамланды. Март башынан алып республикабыҙҙың, күрше төбәктәрҙең иң алдынғы педагогтары төрлө турҙарҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Сәмле һәм рухлы ярыш майҙаны
Сәмле һәм рухлы ярыш майҙаны

"Милли кейемде презентациялау" этабында уҡытыусылар халҡыбыҙҙың милли кейемен, уның айырым элементтарын, билдәле бер территорияға хас үҙенсәлектәрен төрлө юлдар менән бик оҫта итеп асып бирә алдылар. Өҫ кейемдәренән тыш, ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре һәм уларҙың элементтары, биҙәүестәр (ҡушъяулыҡ, ҡашмау, маңлайса, һарыуыс, селтәр, һаҡал, беләҙектәр) тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелде. Конкурсанттар шулай уҡ ир-егеттәрҙең өҫ кейеме тураһында бай белешмә туплаған. Үҙ эштәрен презентациялауҙы күптәр этнографик музейҙарҙа ойошторған. Ҡатнашыусылар нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән күлдәктәр, мираҫ итеп тапшырылған селтәрҙәр тураһында ла һөйләне. Милли кейемдең тәнде генә түгел, йәнде һаҡлаусы булыуын билдәләне улар.
Уҡытыусыны ысын уҡытыусы булараҡ күрһәтеүсе төп һынау – дәрес этабы. Был һынауҙа уҡытыусылар Zoom платформаһы аша үҙҙәре уҡытҡан йүнәлеш буйынса дәрес күрһәтте һәм уны анализланы. Педагогтарҙың заманса технологиялар менән яҡшы эш итә белеүе, башҡорт телен уҡытыуҙағы яңы талаптарға яраҡлаштырып, теманы төрлө алымдар аша аса алыуы һөйөндөрҙө. Онлайн-форматта булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыларҙың баһалама комиссияһы ағзалары менән аралашыуы бик йәнле барҙы.
"Педагогик эшмәкәрлектең визит карточкаһы" этабында педагогтар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, уҡытыуҙа әүҙем ҡулланған уңышлы алымдары менән таныштырҙы.
Алдағы һынау турҙарын уңышлы үткән педагогтар "Оҫталыҡ дәресе" күрһәтте. Был этап конкурсанттарҙы төплө белемле уҡытыусы ғына түгел, ойоштороу һәләтенә эйә булған, үҙ методик алымдарын башҡаларға өйрәтә алған белгес булараҡ асыҡланы. Оҫталыҡ дәресен күрһәтеүҙә конкурсанттарға Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ярҙамға килде.
Артабанғы һынау турына һайлап алынған оҫта педагогтар онлайн-форматта ата-әсәләр менән әңгәмә ҡорҙо. Карточкала бирелгән тема буйынса республиканың әүҙем ата-әсәләре менән әңгәмәләшеү, уларҙың һорауҙарына тиҙ һәм урынлы яуап таба алыу, билдәләнгән ваҡытта теманы асыу һәм йомғаҡлау конкурсанттарҙан телмәр оҫталығын, ойоштороу һәләтен, әңгәмәне теҙгендә тота белеүен талап итте. Сәмле ярыштың ошо этабын үткән тәүәккәл, ҡыйыу уҡытыусылар бөгөн пресс-конференцияла Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, республиканың йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, алдынғы уҡытыусылары, билдәле артистары, "Йыл уҡытыусыһы" конкурстарының абсолют еңеүселәре биргән ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирҙе. Педагогтарҙың мәғариф үҫеше тенденцияларын һәм йүнәлештәрен белеүе, дәүләт сәйәсәтен аңлауы, мәғариф өлкәһендәге төрлө кимәлдәге проблемаларҙы анализлау һәләте, ораторлыҡ оҫталығы баһаланды.
Ниһайәт, сәмле бәйге артта ҡалды. Тәүәккәлләп, оло ярыш майҙанына сыҡҡан һәр уҡытыусы оло рәхмәткә лайыҡ! Барыбыҙ ҙа тулҡынланыу менән 22 мартта "Торатау" Конгресс-холл залында үтәсәк тантаналы ябыу сараһын көтәбеҙ, сөнки еңеүсе һәм лауреаттар тап шунда билдәле буласаҡ.
Хөрмәтле педагогтар! "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында күрһәткән матур эштәрегеҙҙе "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы биттәренә лә тәҡдим итегеҙ, коллегаларығыҙ менән бүлешегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!


Гөлсирә Шаһиева, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының бүлек мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, жюри ағзаһы.

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас