Новости
21 Марта 2022, 06:07

Башҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале бара

Республика театр фестиваленең программаһы төрлө сюжеттар, геройҙар һәм жанрҙар тәҡдим итә. Социаль драма, эксперименталь постановка, балет, "утлы комеди", балалар әкиәте, хикәйә-терапия, мелодрама, заман һәм кешеләр тураһында хикәйә – һәр тамашасы күңеленә хуш килгән спектакль таба ала. Фестивалдең маҡсаты – республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, театрҙарҙың ижади процесында төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, театрҙарҙың һәм төп театр һөнәрҙәре: актёрҙар, режиссёрҙар, рәссамдар, тәнҡитселәрҙең бәйләнештәрен нығытыу, тамашасылар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн театр байрамы мөхитен булдырыу.

Башҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале бараБашҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале бара
Башҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале бара

20 – 27 мартта Башҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале үтә. Программала Башҡортостандың төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителгән. Форумда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр ҡатнаша. Ете фестиваль көнө буйына Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелә. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле ойоштороласаҡ.
«AРTылышFEST» фестивалендә эксперт советы эшләй, уның составына мәскәүҙәр – «Баш ҡаланың театр афишаһы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, сәнғәтте өйрәнеү кандидаты Ольга Романцова; театр һәм кино актрисаһы, режиссер, ГИТИС актёр оҫталығы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Мәскәү дәүләт университетының Юғары телевидение мәктәбе факультетында театр лабораторияһы мөдире Татьяна Морозова, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айһылыу Сәғитова (Өфө дәүләт сәнғәте) инә.
16 мартта, «Рәсәй» ("Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы) медиаүҙәгендә «AРTылышFEST» республика театр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда БР мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Зиннур Сөләймәнов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссеры Азат Йыһаншин, сәнғәт фәндәре кандидаты, театр белгесе, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы доценты Айһылыу Сәғитова ҡатнашты.
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт бүлеге етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һүҙҙәренсә, фестиваль республикала йыл һайын үткәрелгән театр декадалары нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
– Быға тиклем йыл һайын Театр декадаһы уҙғарылып килде, унда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проекты сиктәрендә ҡуйылған спектаклдәр күрһәтелде. Ләкин унда республиканың бәләкәй ҡалалары театрҙары ғына ҡатнашты. Быйыл Өфөнөң дүрт театрын ҡатнашыусылар исемлегенә индерҙек һәм был сараны театр фестивале тип атарға ҡарар иттек. Атамаһына туҡталғанда. Башҡортсанан «Артылыш» һүҙе күтәрелеү, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу тип тәржемә ителә. Шулай уҡ төрки мифологияһында был һүҙ рухтар йәшәгән урынды аңлата. Беҙҙең ҡарашҡа был – театр рухы. Фестиваль профессиональ үҫеш, ижади эксперименттар һәм яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн шәп майҙансыҡҡа әүерелер, тип ышанабыҙ, – тине Зиннур Сөләймәнов.

Был фестиваль изоляция һәм сикләүҙәр осоронан һуң бик ҡиммәтле, тип билдәләне режиссер Азат Йыһаншин.
– Артистар оҙаҡ ваҡыт репетицияларҙа битлек кейеп шөғөлләнергә мәжбүр булды, йыш ҡына спектаклдәр ваҡытында залда тамашасылар актерҙарға ҡарағанда аҙыраҡ булды. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, уйнаныҡ, сөнки театр бирешергә тейеш түгел, беҙ көслөрәк, мәҙәнилерәк, рухи яҡтан байыраҡ булырға тейешбеҙ. Ошо еңел булмаған осорҙа беҙ революцион театр рухы алдыҡ, минеңсә, тағы ла көсәйҙек, – тип хәбәр итте Азат Надир улы.
Фестиваль тамашаларына билеттарҙы театр кассаларында, шулай уҡ онлайн-сервистар аша һатып алырға мөмкин. Билеттарҙы Пушкин картаһы буйынса ла һатып алырға була. Спектаклдәрҙе күрһәтеү урыны һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

 

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас