Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2022, 15:17

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!Кеше итеп һине әҙерләй. Тормоштоң ул көрәшсеһе итә, Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.Уҡытыусылар хаҡында юҡҡа ғына бихисап матур шиғырҙар яҙылмай, йырҙар ижад ителмәй. Ысынлап та, кешене оло тормош юлына әҙерләүсе остаздар иңенә үтә лә яуаплы бурыс һалынған. Һәр предметтан төплө белем биреп, тейешле һынауҙарға әҙерләүҙән, мәктәп эшенең бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән тыш, тыш, улар һәр уҡыусыға шәхес булараҡ ҡарап, артабан үҫергә, тормошта үҙ урынын табырға өйрәтә. Уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, уларҙы илһөйәр, ватансыл итеп тәрбиәләүҙә, туған телебеҙҙең күркәмлеген тойорға өйрәтеүҙә башҡорт теле уҡытыусыларының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бөгөн республикабыҙҙа гөрләп үткән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы –  2022" төбәк-ара конкурсының ябыу тантанаһында район, ҡала конкурстарында еңеү яулаған, төбәк-ара конкурс шарттарына ярашлы төп турҙарҙы үткән береһенән-береһе сағыу уҡытыусыларыбыҙ йыйылды. Ошо 75 оҫта педагог араһынан кемдәр иң-иңдәр исемлегенә инде, лауреат исемен яуланы һуң? Ә төп еңеүсе кем?

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Иғтибар! Шулай итеп, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022" төбәк-ара конкурсының лауреаттары:
Миндибаева Зилә Роберт ҡыҙы, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы;
Ишдәүләтов Мирас Рәшит улы, Өфө ҡалаһының 107-се лицейы уҡытыусыһы;
Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙы, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы мәктәбенең уҡытыусыһы;
Моталлапова Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы, Сибай ҡалаһы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы;

Сәфиуллина Ләйсән Рәис ҡыҙы, 2-се "СМАРТ" Республика күп профилле полилингваль гимназияһы уҡытыусыһы.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022" төбәк-ара төп еңеүсеһе булып Өфө ҡалаһының 107-се лицейы уҡытыусыһы Ишдәүләтов Мирас Рәшит улы танылды!

"Башҡортостан уҡытыусыһы" ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналы исеменән еңеүселәрҙең барыһын да матур байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да оло ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Г.Ф. Шаһиева, бүлек мөхәррире.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: