Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2022, 22:15

Башҡорт телен үҫтереүҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейеның роле Гәүһәр Болғаирова, Мораҡ ауылы “Уралҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы (Күгәрсен районы)

        Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең балалар баҡсаһында үткәрелгән күп саралар туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәтелгән.         Баланы уратып алған мөхит ҙур түгел: уның ғаиләһе, йәшәгән өйө, урамы, ауылы, районы. Әгәр ҙә беҙ балаға бәләкәйҙән үҙе йәшәгән ергә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләһәк, уның киләсәктә үҙ иленең патриоты булып үҫеүенә шиҡ юҡ. Шуның өсөн дә беҙ балаларҙы үҙ төбәгебеҙ, районыбыҙ, ауылыбыҙ тарихы, тәбиғәт ҡомартҡылары, мәҙәниәте, үҙебеҙҙең ерлектәге байрамдар һәм йолалар, унда йәшәүсе төрлө милләт халҡы һәм арҙаҡлы кешеләре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ. Ошо уңайҙан балалар баҡсаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырылды.

Башҡорт телен үҫтереүҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейеның роле                   Гәүһәр Болғаирова, Мораҡ ауылы “Уралҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы (Күгәрсен районы)
Башҡорт телен үҫтереүҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейеның роле Гәүһәр Болғаирова, Мораҡ ауылы “Уралҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы (Күгәрсен районы)
        Музейҙа башҡорт халҡының милли кейемдәре, тирмәһе, һандығы, һауыт-һабаһы, милли музыка ҡоралдары, йорт кәрәк-яраҡтары, буй балаҫтары, ҡораманан эшләнгән түшәктәре, аш-һыуҙары, “Ағиҙел” ойошмаһының сувенирҙары менән танышырға мөмкин. Районыбыҙ үҙенең данлыҡлы яҡташтары менән дә дан тота. Шуларҙың береһе - Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов. Музейыбыҙҙа уның тормошон өйрәнеү буйынса стенд булдырылған, тыуған ауылы Тәүәкән тураһында, Мортаза Ғөбәйҙулла улының эшмәкәрлеге хаҡында бик күп альбомдар эшләнелгән.
        Беҙҙең балалар баҡсаһы Советтар Союзы Геройы Фәттәх Шәмғолов урамында урынлашҡан. Уның хаҡында ла музейҙа күп мәғлүмәттәр тупланған. Шулай уҡ районыбыҙ үҙенең милли тәбиғәт паркы менән дан тота. Музейҙа Мораҙым тарлауығы менән дә танышырға була. Районда осраусы йәнлектәр, ҡоштар, дарыу үләндәре хаҡында альбомдар бар. Районыбыҙҙың “Ҡыҙыл китабы” ла эшләнелде. Унда һирәк осраусы йәнлектәр, ҡоштар, үҫемлектәр хаҡында белешмәләр табырға була.
Балаларҙы үҙебеҙҙең район менән таныштырыу буйынса күп эштәр башҡарылды. Бында шулай уҡ Күгәрсен районының гербы, флагы, гимны, Мораҡ ауылының тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында мәғлүмәттәр тупланған. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ З. Биишева, Ш. Хоҙайбирҙин, А. Филиппов тураһында альбомдар эшләнгән.
         Башҡорт халҡының тарихын, уның үткәнен белеү, районыбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡыларын, арҙаҡлы кешеләренең тормошон өйрәнеү бала күңелендә тыуған илгә, туған телгә һөйөүенә нигеҙ һала. Балаларҙы тыуған төйәк менән таныштырғанда, үҙ төйәгебеҙгә генә хас милли йолаларҙы ҡулланып, байрамдар үткәреү уларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Баҡсабыҙҙа “Науруз”, “Шәжәрә”, “Әкиәттә ҡунаҡта”, “Сөмбөлә”, “Мораҙымда ҡунаҡта”, “Кәкүк сәйе” һәм башҡа матур йола-байрамдар уҙғарылды. Районыбыҙҙа игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ бик алға киткән. Улар менән бәйле мәғлүмәт – ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар барыһы ла тыуған төйәгебеҙгә, телебеҙгә хөрмәт, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Был үткәрелгән сараларҙың сценарийҙарын туплап, йыйынтыҡтар ҙа баҫтырҙыҡ.
         Шулай уҡ милли кәсептәрҙе тергеҙеү һәм улар менән таныштырыу ҙа бала күңелендә әһәмиәтле урын ала. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре менән танышып, кескәй ҡыҙҙар менән матур селтәрҙәр эшләп, музейыбыҙҙы тулыландырҙыҡ. Әлеге мәлдә халҡыбыҙҙың аҫалы балаҫтары менән таныша башланыҡ.
Беҙ үткәргән сараларҙа музейыбыҙ ҡунаҡтары, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре ҡатнашып, фәһемле кәңәштәр биреүе, уларҙың әкиәт-риүәйәттәр, йыр-бейеүҙәр, төбәгебеҙгә генә хас төрлө йолалар менән таныштырыуы бала күңеленә орлоҡ һалып, милли үҙаңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхес трбиәләшергә ярҙам итә. Ошо барлыҡ сараларҙа ата-әсәләрҙең дә ҡушылыуын күреп ҡыуанабыҙ.
          Интернет ресурстарҙы, үҙебеҙ төшөргән видеоматериалдарҙы, фотоларҙы ҡулланып, презентациялар һәм виртуаль экскурсиялар эшләнелде. Мәҫәлән, Тәүәкән ауылында тыуған яҡты өйрәнеү музейында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тормошон өйрәнеүгә бағышланған зал булдырылған. Унда президентыбыҙ бүләк иткән бик күп сувенирҙар, иҫтәлекле бүләктәр һаҡлана. Ошо мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, виртуаль экскурсия эшләнек. Музейыбыҙҙы “Мораҙым тарлауығы”, “Фәттәх Шәмғоловтың йорт музейы”,”Дан бульвары”, “Райондың тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеү музейы, “Күгәрсендең ете мөғжизәһе”, М.В. Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт музейеның “Башҡорт кейемдәре залы” һәм башҡа презентациялар һәм виртуаль экскурсиялар менән тулыландырҙыҡ.
          Шулай уҡ, тәрбиәселәр ярҙамы менән мини-музейҙар булдырылды. Был кескәй музейҙар үҙҙәренең ҡулланышы, уңайлылығы, урынды әҙ алыуы менән бик отошло. Мәҫәлән, “Башҡорт халыҡ кейеме”, “Башҡорт тарихы музейы”, “Башҡорт музыка ҡоралдары”,”Башҡорт балы”, ”Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре” һ.б. мини-музейҙар бар.
          Был эштәрҙең барыһы ла илһөйәрлекте һәм телһөйәрлекте үҫтереүгә барып тоташа. Әгәр бала бәләкәйҙән тыуған еренең тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен, йолаларын белеп үҫһә, туған телгә лә хөрмәт, ихтирам тәрбиәләнә. Йылғалар кескәй генә инештән башланып, тулы һыулы даръяға әйләнгән кеүек, ошо бәләкәс илһөйәрлек оло Ватан илһөйәрҙәрен тәрбиәләүгә алып килә.
 
             Гәүһәр Болғаирова, Мораҡ ауылы “Уралҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы, Күгәрсен районы.
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: