Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2022, 22:48

"Урал батыр" ҡобайырына эйәреп... (Замана шиғыры) ГүзәлХоҙайбирҙина, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы.

Борон түгел, бөгөнгө,Элек түгел, хәҙергеЗаманда йәшәгән, ти,Йәнбикә һәм Йәнбирҙе.Ике уллы булғандар -Шүлгән икән олоһо,Урал булған кесеһе,Ҡайғы-хәсрәт күрмәй генәЙәшәгәндәр дүртеһе.

Борон түгел, бөгөнгө,
Элек түгел, хәҙерге
Заманда йәшәгән, ти,
Йәнбикә һәм Йәнбирҙе.
Ике уллы булғандар -
Шүлгән икән олоһо,
Урал булған кесеһе,
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй генә
Йәшәгәндәр дүртеһе.
Хәтәр шәп һунарсы булып
Йәнбирҙе ҡарт танылған.
Йәнбикә – усаҡ һаҡлаусы,
Шәп хужабикә булған.
Шулай матур йәшәгәндә
Тормошҡа бәлә килә,
Короновирус ауырыуы
Донъяны баҫып ала.
Прививка эшләтһәләр ҙә,
Халыҡ барыбер ауырый.
Эй, ҡаҡшатты был ауырыу,
Ҡасан инде ул ҡорой?
QR-кодтарын алып,
Улдар китә алышҡа.
Яуыз сирҙе эҙләп табып,
Юҡ итергә тормоштан.
Осратҡандар юлдарында
Оло ғына бер ҡартты.
Ул ауырыуҙы ҡайҙан
Табып булғанын әйтте.
Шүлгән киткән һул яҡҡа,
Урал йүнәлгән уңға.
Яуыз дошманды оҙаҡ
Эҙләгән, ти, уландар.
Ете тау, ете диңгеҙ
Кистеләр, ти, батырҙар.
Ете көн булды, тигәндә,
Уны барып таптылар.
Ете көн, ете төн буйы
Бик ҡаты алыш барҙы.
Хәтәр көслө ауырыуҙан
Батырҙар һис ҡурҡманы.
Ҡурҡып яуыз ауырыуҙан
Шүлгән ҡасты Бөрйәнгә,
Мәмерйәнең төпһөҙ күле –
Уның йорто мәңгегә.
Урал алышты көн-төн,
Ҡурҡып, ҡаушап ҡалманы.
Һәләк булырҙан алда
Өндәште үҙ халҡына:
“Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Дошманды еңер өсөн,
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Сынығығыҙ, ауырымағыҙ,
Саф һауала йөрөгөҙ,
Спорт менән дуҫлашығыҙ,
Стрестан ары булығыҙ.
Тормош бер генә бирелә,
Һау-сәләмәт булығыҙ!”

    Хоҙайбирҙина Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге
республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы.

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: