– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
Малай. Әнүәр, тарт ҡурайыңды! («Төйәләҫ» йырын башҡаралар.)
Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә .
Ҡайҙа ла ғына барма, дуҫ-иш кәрәк
Ҡаршы сығып атың бәйләргә.
– Ниндәй моңло йыр!
Ағинәй. Афарин,балалар!
Малай. Ағинәй, ҡар һыуы бик файҙалы тиҙәр бит, шул ысынмы икән?
Ағинәй. Эйе,боронғолар ҡар һыуын зәм-зәм һыуы тип йөрөткәндәр.
1-се ҡыҙ. Әсәйҙәр ҡар һыуы менән балаларын да ҡойондорғандар, тиҙәр.
2-се ҡыҙ. Был күҙ тейеүҙән һаҡлаған, ти минең өләсәйем.
3-сө ҡыҙ. Ә минең өләсәйем йәш сағында ҡар һыуы менән сәсен йыуған. Сәсе шундай оҙон, матур булып үҫкән.
Ағинәй. Йәгеҙ әле, уйнап алығыҙ!
Ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, «Аҡ тирәк-күк тирәк»те уйнайыҡ! («Аҡ-тирәк-күк тирәк» уйынын уйнайҙар, һамаҡлайҙар):
Аҡ тирәк тә күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк.
Иң оҫта бейеүсебеҙ –
Дуҫыбыҙ Илхан кәрәк.
Аҡ тирәк тә күк тирәк,
Беҙ уйнайбыҙ бергәләп.
– Илхан,өҙ-өҙ!
– Ниндәй яза бирәйек?
– Бейеһен!
– Булдырабыҙ уны! (Башҡалар таҡмаҡ әйтәләр, малай бейей.)
Һай, азамат арыҫлан да,
Яуҙа дошман айҡаған.
Йөҙҙәрендә нуры балҡый,
Күп ерҙәрҙе байҡаған.
Ай, һай, һай, һай,
Түрҙән урын алығыҙ.
Һай, һай, һай, һай
Һары балды һалығыҙ.
Арыҫландай батырҙарҙың
Арҡаһынан ҡағығыҙ.
– Шәп бейейһең! Афарин! (Уйын дауам итә.)
– Иң оҫта ҡумыҙсыбыҙ
Дуҫыбыҙ Илнар кәрәк! (Илнар ҡумыҙҙа уйнай.)
– Иң оҫта таҡмаҡсыбыҙ
Илнара беҙгә кәрәк! (Илнара таҡмаҡтар әйтә.)
Ағинәй. Бигерәк оҫта икәнһегеҙ, балалар. Ә беҙ элек «Үҙән буйы» йырының көйөнә яратып бейей торғайныҡ.
– Беҙ ҙә яратабыҙ уны. Әйҙәгеҙ, бейейек.
(«Үҙән буйы» уйын-бейеүе башҡарыла):
Үҙән буйы,Үҙән буйы,
Үҙән һыуҙары тәмле.
Үҙән буйына теҙелгән
Колхоз ҡырҙары йәмле.
Күңелле, күңелле,
Беҙҙең Үҙән буйҙары,
Гүзәл уның сәскәләре,
Туғайҙары, һыуҙары.
Йәйелеп ятҡан ҡырҙарҙа
Эш башлана таң тыуғас.
Талға ҡунып, тал тирбәтеп,
Һайрай һары һандуғас.
Күңелле, күңелле,
Беҙҙең Үҙән буйҙары,
Гүзәл уның сәскәләре,
Туғайҙары, һыуҙары.
Ағинәй. Балалар! Уйнаныҡ, күңел астыҡ. Килегеҙ бында, рөхсәт алып, ҡар һыуын алайыҡ.
1-се бала. Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Ҡалай сылтырап ҡына ағып ята!
2-се бала. Ә һыуы ниндәй таҙа!
3-сө бала. Был сама һыу ҡайҙан килә икән ул?
Ағинәй. Быйыл бит ҡар күп яуҙы. Боронғолар өйрәтеүенсә, һыу фәрештәләре була. Улар даръя таҙалығы өсөн яуаплы.
Ҡарағыҙ әле, һыу ҡайһылай таҙа. Һыуҙы бысратырға ярамай. Һыу – йәшәү сығанағы ул.
Биҙрәгеҙҙе сайҡатып түгегеҙ. Ҡыҙым, сүмесеңде бир әле. Сүмесегеҙ бигерәк матур, көмөш ай кеүек ялтырап тора.Ҡыҙҙарыбыҙ уңған икән.
Сүмесегеҙҙе һыуға ҡапыл тыҡмағыҙ. Ипләп кенә, уң яҡлап, ағымға ҡаршы алығыҙ. Өҫтәнерәк, үләнгә тигеҙмәгеҙ. (Ҡыҙҙар һыу ала.)
Ҡыҙ. Ағинәй, мин йомаҡ беләм, ҡояйыммы?
Ағинәй. Йомағыңды ҡой, балам.
Бала.
Тау-тау булып өйөлдө
Яҙ килгәнгә һөйөндө.
Йырғанаҡ булып аҡты,
Шул ергә һеңде, батты,
Шунда уҡ үлән ҡалҡты.
Был нимә?
– Ҡар! Ҡар!
Малай. Минең дә әйтәйемме?
Ике яҡ тәртә тик тора,
Аты китеп ултыра.
– Йылға!
– Дөрөҫ.
Малай. Ағинәй, мин олатайымдан ишеткәйнем, яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр тип.
– Эйе. Быйыл, Алла бирһә, уңыш мул булыр.
Ҡыҙ. Шундай һынамыш та бар. Яҙ ташҡын шәп булһа, иген уңа.
Малай. Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Ағинәй. Эйе, халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Булдымы инде, ҡыҙҙар? Һыу фәрештәләренә рәхмәт әйтәйек.
Әйҙәгеҙ, хәҙер инде ипләп кенә, һыуҙы түкмәй-сәсмәй атлайыҡ.
(Балалар йырлап сығып китәләр):
Их, һыу алыуҙары,
Һыуҙың болғаныуҙары.
Үҙебеҙ үҫкән ҡырҙар буйлап
Күңелле барыуҙары.
Д.Ә. Абдрахманова, Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы.