Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март 2022, 19:34

Үткәндәр – өләсәйҙә, киләсәк – ейәнсәрҙә (Сценарий) Камалова Руфина Зәки ҡыҙы, Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, Дүртөйлө ҡалаһы

(Сәхнә милли биҙәкле әйберҙәр менән биҙәлгән.)Айгөл (тәгәрмәсле сумкаһын тартып залдан сәхнәгә менә.) Бабушка, бабушка, я приехала, где ты?Өләсәй. Эй балаҡайым, ҡайттыңмы, юлда арыманыңмы? (Ҡосаҡлашалар.)Айгөл. Все норм, бабушка, как сама?Өләсәй. Бер көйө инде, балам. Ай, бигерәк йоҡа кейенгәнһең, һыуыҡ түгелме? Ҡара, ҡапыл башым әйләнеп китте. Туҡта әле, һиңә тип ойоҡбаш бәйләп ҡуйғайным, мә әле кейеп ебәр. (Ойоҡбаш бирә, Айгөл кейә.)Айгөл. Ой, как тепло, спасибо, бабушка. (Өләсәй ейәненең сәсенән һыйпай.) Мне так приятно. У тебя рука такая мягкая, теплая, бабушка.

Үткәндәр – өләсәйҙә, киләсәк – ейәнсәрҙә  (Сценарий)       Камалова Руфина Зәки ҡыҙы, Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, Дүртөйлө ҡалаһы
Үткәндәр – өләсәйҙә, киләсәк – ейәнсәрҙә (Сценарий) Камалова Руфина Зәки ҡыҙы, Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, Дүртөйлө ҡалаһы
Өләсәй. Бабушка, тимә, өләсәй тип әйт!
Айгөл. Улусяй, ты смеяться не будешь, когда я буду говорить по-башкирски?
Өләсәй. Кит юҡты, үҙенең туған телендә һөйләшкән кешенән көләләр тиме ни инде, балам?
Айгөл. Я сейчас вообще забыла родной язык. А помнишь, как мы с тобой разговаривали, даже ты мне стихи научила рассказывать. Вот тебя понимать – то хорошо понимаю, но... Атай-әсәй әйтә, кәрәк английский, два года подряд отправили в Нью-Йорк, французский учи тип, лагерға ебәрҙеләр. Башкирский вымирающий, дикий, разговаривай только на русском, тиҙәр, во время каникул всегда отправляют куда-нибудь, а я так хотела приехать к тебе, как в детстве, помнишь, но в этом году все-таки уговарила своих родителей.
Өләсәй. Шәп иткәнһең, балам, әйҙә, ҡара әле ҡайтыуыңа нимәләр бешерҙем, тәмләп сәй эсеп алайыҡ. (Сәй эсәләр.)
Айгөл. МММ... Как вкусно, язык проглотишь, как называется?
Өләсәй. Бишбармаҡ, балам, бишбармаҡ, табындағы бөтә ашамлыҡты үҙ ҡулдарым менән әҙерләнем.
Айгөл. Вот же колбаса, магазинская.
Өләсәй. Ҡаҙылыҡ ул, ҡаҙы тип тә әйтәләр. Бауырһаҡ, шәнкәһен дә ауыҙ ит. (Өләсәй ейәнсәрен милли аштар менән таныштыра-таныштыра һыйлай.)
Айгөл. Меня тоже научишь готовить?
Өләсәй. Өс ай эсендә, балам, мин һине к-ү-ү-ү-п нимәгә өйрәтермен, теләгең генә булһын.
Айгөл. Улусяй, можно подружкаларҙы саҡырам, мин улар менән “ВКонтакте” общаюсь.
Өләсәй. Саҡыр, балам, саҡыр. (Айгөл телефондан ҡыҙҙарға шылтырата.) Өфөнән Эльза дуҫың да ҡайтҡан, Дүртөйлө ҡыҙы Азалия ла каникул һайын өләсәһе янына ҡайта. (Тәҙрәнән ҡарай.) Әнә, үҙҙәре килеп тә ята, ҡайтҡаныңды ишеткәндәр күрәһең, бар, ҡаршы ал. (Ҡыҙҙар керәләр, ҡосаҡлашалар, көлөшәләр, өләсәй икенсе яҡта өҫтәл йыйыштыра, күп тә үтмәй ҡыҙҙар тынып ҡалалар. Өләсәй килеп ҡараһа, ҡыҙҙар телефондарын тотоп, һөйләшмәй ултыралар, өләсәй аптырап китә.)
Өләсәй. Атаҡ, атаҡ. Әллә йоҡлап киттегеҙме тип торам, һөйләшмәй торғас.
Ҡыҙҙар. Һаумыһығыҙ, Зәлифә инәй!
Алһыу. Беҙ Ватсап аша һөйләшәбеҙ.
Өләсәй. Уныһы нисек була тағын, беҙ һөйләшкәндә кеше күҙенә ҡарап һөйләшә торғайныҡ, әй, һеҙҙе. ...Туҡта, бер ҡыҙыҡ итәйем әле. (Телефондан әхирәттәрен кис ултырырға саҡыра. Бер-бер артлы әхирәттәр керә, доғалар ҡылып, ҡул эштәрен тотоп ултыралар. Бер аҙ ултырғас, “Шәл бәйләнем” йырын йырлайҙар. Ҡыҙҙар уларҙы күрмәй.)
Ҡыҙҙар (икенсе бүлмәнән.) Кемдәр йырлай ул?
Айгөл. Наверно бабушка включила радио.
Алһыу. Өләсәйем тауышына оҡшаған... (Тороп ҡарай, ҡыҙҙарҙы икенсе бүлмәгә саҡыра, аптырап китәләр).
Айгөл. Что за ансамбль, в честь чего концерт-то?
Өләсәй. Беҙ шулай кис ултырабыҙ, ҡул эштәре башҡарабыҙ.
Алһыу. Ҡарағыҙ әле, ҡыҙҙар, минең өләсәйем нисек матур итеп сигеү сигә. Өләсәй миңә һөйләгәндәреңде һөйлә әле.
(Өләсәйҙәр ҡул эштәре: (ойоҡбаш бәйләү, йөн яҙыу, (эреләү, ҡатыу), шәл бәйләү, сигеү менән таныштыра. Шул саҡта ҡыҙҙарҙың телефоны шылтырай, ҡыҙҙар тауышҡа иғтибар итмәй, өлкәндәрҙең һөйләгәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайҙар.)
Фәзилә. Беҙ шулай йыйылып кис ултырабыҙ, һөйләшәбеҙ, ҡумыҙҙа сиртәбеҙ. Зәлифә, ҡумыҙыңды бир әле.
Өләсәй. Хәҙер, хәҙер. (Һандыҡты аҡтарғанда, күлдәге иҙәнгә төшә, Айгөл тотоп ала, үлсәп ҡарай.)
Айгөл. Улусяй, можно кейеп ҡарарға.
Өләсәй. Ҡара, ҡыҙым, ҡара. (Кейенергә инеп китә, Фәзилә ҡумыҙҙа уйнай, кейенеп Айгөл сыға.) Ҡалай килешеп тора үҙеңә. Бер булғас, бөтәһен дә кейеп ҡара инде, ҡыҙым. Күлдәк өҫтөнән шулай тәңкәләр менән биҙәлгән камзул кейә инек, был –түштең асыҡ ерен ҡаплар өсөн түшелдерек. Кейәүгә сыҡҡас ошо ҡашмауҙы кейеп йөрөнөм. (Еләнен дә бирә, түшелдерек, ҡашмауын да кейҙерә, һөйләй. Айгөл көҙгө алдында бөтөрөлә, ҡыҙҙар һоҡланып Айгөл кейгән кейемдәрҙе тотоп ҡарайҙар.)
Фәғилә. Ошо күлдәктәрҙе кейгән йәш саҡтар иҫкә төшөп китте.
Фәзилә. Әйтмә лә инде, әхирәткәйем.
Өләсәй. Буранбайҙы хәтерләйһегеҙме?
Фәнүзә. Бер тигән егет ине. Хәҙер уның төҫө булып ейәне Булат үҫеп килә.
(Икенсе яҡта Булат Н. Нәжмиҙең “Өйҙәрендә уттары бар” шиғырын һөйләй.)
Фәғилә. Ә мин һаман шул үҙебеҙ үткәргән аулаҡ өйҙәрҙе һағынам...
Эльза. Өләсәй, нимә ул “Аулаҡ өй”?
Альбина. Шуны ла белмәйһеңме? Беҙҙеңсә, хата ул. (Әбейҙәр бер-береһе менән бышылдашып көлөшә.)
Фәнүзә. Аулаҡ өйҙө ихата тиме?
Фәзилә. Ихата тиһә бер хәл, хата, ти, хата...
Алһыу (ҡыҙҙарҙың ҡолаҡтарына бышылдап ниҙер әйтә, ҡыҙҙар көлөшә.) Мин беләм, аулаҡ өйҙө нисек үткәргәндәрен, өләсәйем ағайым менән миңә һөйләгәне бар. (Әбейҙәр бышылдашып һөйләшәләр, баш ҡағып, ризалыҡ белдерәләр.)
Өләсәй. Аулаҡ өйҙө беләм тиһең инде, Алһыу ҡыҙым, улай булғас, бөгөн кис – һеҙҙеке. Айгөл балам, мин Фәнүзә инәйеңдәргә кис ултырырға барам, тик ҡарағыҙ уны, егеттәрҙе индерәһе булмағыҙ, ишетһен ҡолағығыҙ. (Әбейҙәр сығып китә.)
Алһыу. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, аулаҡ өй үткәрәбеҙ. Айгөл, өләсәйеңдең йәш саҡтағы күлдәктәре ҡайҙа?
Альбина. Там. В другой комнате.
Алһыу. Барығыҙ, ҡыҙҙар, кейенегеҙ. (Ҡыҙҙар икенсе бүлмәгә кейенергә инеп киткән арала Алһыу телефондан ағаһына шылтырата). Ағай, бөгөн Зәлифә инәйҙәрҙә аулаҡ өй. (Тауыш: Ниндәй аулаҡ өй?) Беләһең бит инде. (Тауыш: Өләсәйем һөйләгәнсәме, элеккесәме?) Эйе. (Тауыш: аңланым, һә тигәнсе килеп етербеҙ).
(Ҡыҙҙар өйҙө йыйыштыралар. Тышта әсе итеп һыҙғырған тауыш ишетелә.)
Илнара. Бөттөк! Егеттәр!
Альбина. Ҡайҙан белделәр икән?
(Ҡыҙҙар йүгерешәләр. Тышта егеттәр йырлай. Ишек шаҡыйҙар.)
Булат. Ҡыҙҙар-йондоҙҙар, былбыл ҡоштар, инергә мөмкинме?
Ҡыҙҙар. Юҡ-юҡ индермәйбеҙ.
Рөстәм. Индерегеҙ инде, беҙ мөйөштә генә ултырып торабыҙ. Алһыу, ас инде.
Алһыу. Ас булһаң, ашап кил. Ярай, ҡыҙҙар, индерәйек инде.
Илнара. Һеҙгә мәҙәк әйтәбеҙ, яуабын тапһағыҙ, индерербеҙ.
 Мәҙәкте мин әйтәм. Ана, ағасҡа ҡарағыҙ әле, ике сәүкә ултыра, ҡайһыһы инә сәүкә, ҡайһыһы ата сәүкә?
Азамат. Ата сәүкә янындағыһы – инә сәүкә, инә сәүкә янындағыһы – ата сәүкә.
Илнара. Дөрөҫ түгел.
Рөстәм. Ҙурыһы – ата сәүкә, бәләкәсе – инә сәүкә.
Булат. Мин әйтәм. Ҡуҡырайып ултырғаны – ата сәүкә, сырҡ-сырҡ тип өҙгөләнеп ултырғаны – инә сәүкә.
Алһыу. Дөрөҫ, ярай, ҡыҙҙар, индерәйек инде. (Егеттәр инә.)
Азамат. Сәләм һеҙҙәргә, ҡара күҙҙәргә, нурлы йөҙҙәргә.
Альбина. Сәләмегеҙҙе алдыҡ, кеҫәгә һалдыҡ.
Булат. Әле һеҙ шулаймы! Рөстәм, тарт гармуныңды!
(Егеттәр һәм ҡыҙҙар төртмәле таҡмаҡтар башҡара, аҙаҡтан ҡыҙҙар үпкәләп, баштарын ситкә бора, егеттәргә ҡарамайҙар.)
Азамат. Йә ҡыҙҙар, үпкәләмәгеҙ инде. Әйҙәгеҙ, “Ҡульяулыҡ уйыны” уйнайбыҙ.
Рөстәм. Уйын шарты шулай: бөтәгеҙ ҙә ултырығыҙ, ошо ҡулъяулыҡты ебәрәм, музыка туҡтағанда, ҡулъяулыҡ кемдә ҡала, шул кешегә яза бирелә. (Уйын башлана.)
– Был кешегә ниндәй яза бирәбеҙ?
– Бейеһен.
– Шиғыр һөйләһен.
Азамат. Һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ, шиғыр һөйләйем, әйтмәһәгеҙ – юҡ. Ҡара урман башында ала ҡарға ултыра. Нимә ул?
Илдар. Беләм, болот.
Азамат. Дөрөҫ түгел.
Альбина. Түбәтәй.
Азамат. Дөрөҫ. Былай булғас, тыңлағыҙ. (Назар Нәжмиҙең “Түбәтәй төштө” шиғырын һөйләй.)
– Әтәс булып ҡысҡырһын. (Яза Айгөлгө эләгә.)
- Cocka doodle doo, ой, кукарекуууу. (Егеттәр көләләр.)
Азамат. Беҙҙә әтәстәр улай ҡысҡырмай.
Булат. Башҡорт әтәсе ошолай ҡысҡыра: Кикерикүүүк. (Айгөл ҡабатлай.)
Илнара. Уф, ултырып ялҡытты, әйҙәгеҙ, “Йөҙөк һалыш” уйнайыҡ. “Йөҙөк кемдә, һикереп сыҡ!”, тигәс, кемдә йөҙөк, шул тороп йүгерә, күршеһе тотоп ҡалырға тейеш. (Уйнайҙар.)
– Был кешегә ниндәй яза бирәбеҙ?
– “Әпипә” йырының һуҙынҡы өндәрен генә әйтеп йырларға.
Баҫ, ҡыҙым, Әпипә.
Һин баҫмаһаң, мин баҫам.
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә
Үҙем китереп баҫам.
а, ы-ы, ә-и-ә.
и а-а-а, и а-а.
и-е а-а э-ә-е-ә
ү-е и-е-е а-а.
– Көҙгөгә ҡарап, “Донъяла иң матуры мин!” тип, өс тапҡыр әйтергә.
– Йондоҙҙар һанарға.
(Ишек шаҡыған тауыш: “Айгөл балам, ас инде”. Егеттәр, ҡыҙҙар тиҙ генә таралыша.)
Өләсәй. Йә, нисек үтте аулаҡ өй?
Айгөл. Күңелем менән әллә ҡайҙарҙа йөрөп, ата-бабаларымды күргәндәй булдым. Әллә нисек, күңелем ҡуҙғалып, уның иң нескә тойғолары тибрәлгәндәй булды. Мин үҙемде ҡанатлы кеүек тоям. Рәхмәт һиңә, өләсәй! (ҡосаҡлай.)
Өләсәй (тамашасыларға ҡарап). Нимә тине? (залдан “Өләсәй” тигән тауыш ишетелә.) Өләсәй, өләсәй, тинеме?
Айгөл. Эйе, ө-лә-сәй, мин һәр саҡ ҡайтырмын. (Балалар инә.)
Өләсәй. Ҡайт, балам, ҡайт, асылыңа ҡайт! (Өләсәйҙәр инә.)
Беҙ булғанбыҙ…
Өләсәйҙәр бергә. Барбыҙ…
Балалар. Буласаҡбыҙ.
Бергә. Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ!
(Сәхнәлә өләсәһе менән Айгөл генә ҡала. Улар бер аҙ ҡосаҡлашып ултыралар, өләсәһе Айгөлдө оҙатып ҡул болғап ҡала, Айгөл сәхнәнән төшкәс, ҡабат менеп өләсәһен ҡосаҡлай, сумкаһын алып сығып китә. Был ваҡытта сәхнә артында экранда Айгөл Юламанова башҡарыуында “Өләсәйемә” видеоклибы уйнай.)

Камалова Руфина Зәки ҡыҙы, Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, Дүртөйлө ҡалаһы.
 
 
 
 
Ещё
 
 
 
Напишите сообщение...
 
 
 
 
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: