Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2022, 16:25

Мин – уҡытыусы (Төш аралаш өн. Эссе) Буранбаева Рәсимә Хәмит ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбе уҡытыусыһы

       Уҡытыусы тураһында күпме әҫәр яҙылған, йыр йырланған. Ул дәрес биреүсе генә түгел, бөтәһенән элек, кеше булырға, ә башҡалар унан өлгө алырға тейеш. Мин ысын уҡытыусы була алырмынмы? Дөрөҫ һайланыммы мин үҙ һөнәремде? Шундай уйҙарға сумып ултыра торғас, күҙ алдымда ваҡыт тәгәрмәсе әйләнгәндәй булды. Өн булдымы, төшмө – белмәйем: йәм-йәшел аҡланда, сәскәләр араһында торам, имеш. Әкрен генә иҫкән ел сәстәремдән һыйпай.       – Һаумы, ҡыҙым! Арып киттеңме әллә? – тигән тауышҡа һиҫкәнеп ҡуйҙым. Минән йыраҡ түгел, аҡ нурҙар араһында утыҙ йәштәрҙәге бер ир кеше баҫып тора.

Мин – уҡытыусы       (Төш аралаш өн. Эссе)                  Буранбаева Рәсимә Хәмит ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбе уҡытыусыһы
Мин – уҡытыусы (Төш аралаш өн. Эссе) Буранбаева Рәсимә Хәмит ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбе уҡытыусыһы
Уйландыра, балаларҙы дәртләндерә,
Ҡанат ҡуя осор өсөн бейектәргә,
Ышаныслы, кәңәш бирә һәр бере(һе)нә;
Тәрбиә ала унан, хатта, бөйөктәр ҙә.
Ылыҡтыра, аң-ғилемгә, үҙ фәненә;
Уңыш, бәхет юлдаш уның һәр эшендә;
Стандарт ҡуйған талаптарға яраҡлашып,
Ынтыла ул маҡсатына ирешергә.
            ...Уҡытыусы – көслө, бөйөк, гүзәл кеше,
               Киләсәкте тәрбиәләү – изге эше!
                                          Рәсимә Буранбаева
 
      Уҡытыусы... Был һүҙ күп мәғәнә туплай үҙенә. Уҡытыусы һөнәре бик яуаплы, данлыҡлы, изге, ҙур хөрмәткә лайыҡ. Мин үҙемдең шул ҙур һөнәр эйәһе булыуыма һаман да ышанып бөтә алмаған кеүекмен. Тулы мәғәнәһендә үҙ һөнәремә тоғро булып ҡалырмынмы?
      Уҡытыусы тураһында күпме әҫәр яҙылған, йыр йырланған. Ул дәрес биреүсе генә түгел, бөтәһенән элек, кеше булырға, ә башҡалар унан өлгө алырға тейеш. Мин ысын уҡытыусы була алырмынмы? Дөрөҫ һайланыммы мин үҙ һөнәремде? Шундай уйҙарға сумып ултыра торғас, күҙ алдымда ваҡыт тәгәрмәсе әйләнгәндәй булды. Өн булдымы, төшмө – белмәйем: йәм-йәшел аҡланда, сәскәләр араһында торам, имеш. Әкрен генә иҫкән ел сәстәремдән һыйпай.
      – Һаумы, ҡыҙым! Арып киттеңме әллә? – тигән тауышҡа һиҫкәнеп ҡуйҙым. Минән йыраҡ түгел, аҡ нурҙар араһында утыҙ йәштәрҙәге бер ир кеше баҫып тора.
      – Һаумыһығыҙ! Һеҙ кем? Мин Һеҙҙе тәүгә күрәм, ә йөҙөгөҙ таныш кеүек. Ниңә миңә “ҡыҙым” тип өндәшәһегеҙ? Һеҙ минән күпкә өлкән түгел шикелле...
– Ҡыҙым, һин мине фотоһүрәттә күргәнһеңдер. Мин – өләсәйеңдең ағаһы Әбдрәхим бабайың (беҙҙең яҡта ата-әсәйҙән өлкән кешеләргә “бабай” тип өндәшәләр). Мин һәр ваҡыт утыҙ йәштә. Сөнки был – бөтә ғүмерем. Мин һиңә әле өләсәйеңдең ағаһы булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та, өндәшәм.
      – Ә был аҡланға нисек килеп сыҡтың, бабай? Өләсәйем һине, һуғышта үлгән, ти торғайны.
      – Эйе, ҡыҙым, дөрөҫ. Мин 1943 йылда Ржев ҡалаһы янында,  “Туғандар ҡәберлегендә” ятып ҡалдым. Әммә ләкин бөгөн һүҙ ул турала түгел. Үҙ-үҙеңә биргән һорауҙы рухым ишетте һәм һинең яныңа килмәй булдыра алманым. Һүҙ ҡасандыр мин яратып һайлаған һөнәр тураһында бара. Уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында Ырымбурҙа Карауанһарай педагогия курстарында уҡып сыҡҡас, Ташкент ҡалаһы педагогия институтына юл алдым. Диплом алғас, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Ул ваҡытта үҙ телендә уҡый-яҙа белмәгән кешеләр бик күп ине. Беҙҙең, уҡытыусыларҙың, бурысы – бөтә кешеләрҙе лә аң- белемле итеү, уҡырға, яҙырға, Совет хөкүмәтенең дәүләт теле – рус телендә аралашырға өйрәтеү ине. Көндөҙ балаларҙы уҡытһаҡ, кисен ололарҙы уҡырға-яҙырға өйрәттек. “Ликбез” (“ликвидация безграмотности”) тип аталды ул. Уҡыу әсбаптары һатыуҙа юҡ, район үҙәгенән йәйәү барып алып ҡайта торғайным. Һуғышҡа киткән сағымда ла: “Уҡыусыларым белемен дауам итә алырмы, артабан яҙмыштары нисек булыр? Киләсәк уларға нимә әҙерләй?” – тигән һорауҙарға яуап эҙләп борсолдом.
       – Ҡәҙерле ағайым! Борсолоуың юҡҡа ғына. Уҡытыу теҙгенен һинән мин ҡабул иттем бит. Уҡыусыларың артабан тормошта һәр ҡайһыһы үҙ урынын тапты. Һин биргән тәрбиәүи һабаҡтар уларға ярҙам итте, – һүҙгә өләсәйем килеп ҡушылды. Беҙҙең һөйләшкәнде ул да ишетеп торған икән. Ғәжәп, өләсәйем дә ап-аҡ күлдәктә, аҡ нурҙар араһында...
       – Өләсәй!? Һаумы, өләсәй! Бына 8 йыл инде беҙ һинһеҙ йәшәйбеҙ. Кәңәштәреңде һағынабыҙ, һине юҡһынабыҙ.
      - Ҡыҙым, үҙегеҙ генә белмәйһегеҙ, мин һәр ваҡыт һеҙҙең менән. Уҡытыусы булырға ла һиңә мин ынтылыш бирҙем.
        - Өләсәй, хәтерләүҙәрең буйынса һин һуғыш ваҡытында уҡытҡанһың. Һөйлә әле, тағы ла тыңлағым килә.
        – Эйе, ҡыҙым, 1939 йылда уҡыта башланым. Миңә ул ваҡытта 18 генә йәш ине. Стәрлелә Башпедта (педагогия техникумы) уҡығандан һуң эшләй башлағайным. Ауылда мине хөрмәтләп, “мөғәллимә” тип йөрөттөләр. Ул ваҡытта беҙҙең төп бурысыбыҙ – халыҡтың аң-белемгә ынтылышын, һуғыш ҡайғы-хәсрәттәре араһында юғалтып ҡалдырмайынса, дауам иттереү, йәш быуынды яҡты киләсәк – “коммунизм”ға әҙерләү ине. Бөтәһенән дә элек, һуғышҡа киткән туғандарыбыҙ, атай-олатайҙарыбыҙға дошманды еңергә ярҙам итергә тейеш инек. Дәрестәребеҙ яландағы эш менән аралашып барҙы. Уҡыусыларҙы эйәртеп яланға башаҡ сүпләргә йөрөнөк. Башаҡ сүпләү-уңыш йыйып алғандан һуң баҫыуҙа тороп ҡалғанды йыйыу, тигәнде аңлата. Ашарға яраҡлы үләндәр, серек картуф та беҙҙең өсөн ризыҡ булды. Яланда, хатта, кесерткән дә ҡалманы. Хеҙмәт дәрестәрендә аяҡҡа кейергә сабата үрә инек. Мине сабата үрергә уҡыусыларым өйрәтте. Хәҙерге аяҡ кейемдәре ул ваҡытта төшкә лә инмәне. Дәрестәрҙән һуң өй һайын йөрөп фронтҡа ярҙам йыйҙым. Халыҡ берҙәм, ярҙамсыл ине ул ваҡытта.Үҙҙәренең кейеренә, ашарына булмаһа ла, фронтҡа ярҙамға нимәлер табып, биреп сығара. Бәйләп ебәрелгән бирсәткә-ойоҡбаштарҙың иҫәбе-һаны юҡ.
         Уҡыусыларҙың күбеһе ас, хәлһеҙ. Өҫтәренә кейемдәре булмау сәбәпле уҡырға килә алмаған балаларҙың өйҙәренә барып уҡытырға ла өлгөрә инем. Уҡыусылар өсөн көнөнә бер тапҡыр булһа ла ашатырға ашхана ойошторҙом. Райондан юллап, балалар иҫәбенә ойоҡбаш, бейәләй бәйләү өсөн йөн алып ҡайтып, әсәләренә таратып бирҙем. ”Ҡара ҡағыҙ” алып, ҡайғы-хәсрәткә күмелеп, эштән йонсоған халыҡҡа рухи яҡтан да ярҙам кәрәк ине. Байрам һайын агитбригадалар ойоштороп, халыҡ алдында доклад уҡый, концерттар ҡуя торғайныҡ. Ял иткәнемде хәтерләмәйем. Ул ваҡытта, 18- 20 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан, ауылда мөғәллимә иң ҙур кеше ине. Уға килеп кәңәш һорайҙар, хат уҡыталар, хат яҙҙыралар. Район етәкселәре лә халыҡ менән эште мөғәллимә аша алып бара. Район үҙәгенән аҙнаға бер тапҡыр гәзит барып алам. Шундағы яңылыҡтарҙы халыҡҡа еткерә торғас, ул сепрәк һымаҡ таушалып бөтә торғайны. Ауылға бөтә яңылыҡ уҡытыусы аша инде.
       – Өләсәй, ул ваҡытта һиңә бик ауыр булғандыр?
       – Һәр замандың үҙ ауырлығы була, ҡыҙым. Мин ауырлыҡтарҙы түгел, Еңеү килгәс, кешеләрҙең йөҙөндәге шатлыҡтарын нығыраҡ хәтерләйем... Уны ябай һүҙҙәр менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Уҡытыусы һөнәре миңә һәр ваҡыт изге булды. Артабан мин теҙгенде ҡыҙыма һәм ейәнсәрҙәрем – Лилиә апайыңа, Раушания апайыңа, Рәсимә ҡыҙым – һиңә тапшырҙым.
       – 36 йыл эшләгән уҡытыусы булараҡ әйтәм, был – бик үҙенсәлекле, һәр заман өсөн дә кәрәкле һөнәр, – һүҙгә әсәйем ҡушылды. – Мин университет тамамлап,юлланма буйынса эш башлағанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бик аҙ, тик башҡорт мәктәптәрендә генә уҡытыла ине. Шуға күрә күп филологтар рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙы. Мин дә эшемде рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башланым. Ә хәҙер башҡорт балалары рус телендә һәйбәт һөйләшә, ә үҙ туған телен белеүселәр башҡорт ауылдарында ғына тиерлек...
       – Нисек улай? Үҙ телеңде нисек белмәҫкә мөмкин? Мин уҡытҡанда, киреһенсә, рус телен белмәйҙәр ине бит, – тип ғәжәпләнә Әбдрәхим бабайым.
       – Шулай, бабай, тарих ҡуласаһы күп нәмәләрҙе үҙгәртте, – ти әсәйем, – ваҡытында һин уҡытҡан уҡыусылар үҫеп еттеләр ҙә, “үҙемә русса өйрәнеү ауыр булды, балаларымды тыуғас та русса өйрәтергә кәрәк”, – тип вата-емерә үҙ сабыйын русса һөйләшергә өйрәтә башланы. Үҙ сиратында, ул балалар, үҫеп еткәс, бөтөнләй туған телен онотто, башҡа милләт кешеләре менән ғаилә ҡороп, башҡорт булараҡ, тамырҙары киҫелде. Беҙҙең, уҡытыусыларҙың, бурысы – сит өлкәләргә киткән милләттәштәребеҙҙе лә берләштереп, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, милли рухты тергеҙеү һәм артабан үҫтереү ине. Сөнки шәхес үҙ телендә генә бөтә яҡлап асыла, бер бөтөн була ала. Башҡортостандың үҙ аллылыҡ алыуы, был йәһәттән, бигерәк тә һәйбәт булды.
      – Нисек үҙ аллы? СССР-ҙа бөтә республикалар ҙа бергә! – ти бабайым.
      – Юҡ шул, бабай. Беҙ хәҙер СССР-ҙа түгел, Рәсәй дәүләтендә Башҡортостанда – суверенлы республикала йәшәйбеҙ, – тим мин. – Беҙҙең үҙ Конституциябыҙ, туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса законыбыҙ, Концепциябыҙ бар. Республикала башҡорт телен бөтә мәктәптәрҙә лә өйрәнәләр. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар. Милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының – үҙ бурыстары, үҙ талаптары. Беҙ бөгөн Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы рәүештә уҡытабыҙ. Илдә баҙар иҡтисады шарттарында киләсәктә үҙ конкуренттарын еңеп сыға алырлыҡ һәләтле уҡыусылар үҫтерергә, туған телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ. Эйе, яҡларға! Сөнки әленән-әле телебеҙ өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырып ҡына тора...
Һеҙҙең ваҡыт менән сағыштырғанда, күп нәмәләр үҙгәрҙе. Хәҙер беҙ электрон дәреслектәр ҡулланып уҡытабыҙ, кәрәк мәғлүмәттәрҙе интернет селтәре аша алабыҙ, көндән-көн яңы үҙгәрештәр булып тора. Ә уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атларға, хатта, алғараҡ та китеп, фараз итергә тейеш.
     – Ҡыҙым, уҡытыусы һөнәрен һайлауың осраҡлы түгел. Үҙең генә түгел, йөрәгең, ата-бабаларың рухы ҡушыуы буйынса киткәнһең һин был юлдан. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Һин һәм апайың – беҙҙең филологтар династияһын дауам итеүселәребеҙ, беҙҙең киләсәгебеҙ. Беҙ быға бик шатбыҙ, – ти Әбдрәхим бабайым. Өләсәйем йөҙөндә лә ҡәнәғәт йылмайыу сағыла.
     – Уҡытыусы – донъяла иң кәрәкле һәм мәңгелек һөнәр. Ул бер ҡасан да иҫкермәй ҙә, ҡартаймай ҙа. Йыл һайын көҙҙөң тәүге көнөндә беренсе кластар ыңғайына балалыҡҡа, ә май аҙағында мәктәп тамамлаусылар менән бергә йәшлеккә ҡайтаһың. Ә күпме яҙмыштар һинең ҡулыңда?! Һиңә ышанып илебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәге тапшырылған. Уңыштар юлдаш булһын, ҡыҙым! – ти әсәйем һәм миңә бер ҡағыҙ һуҙа. – Мәктәптә һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Мин был шиғырымды үҙемдең остазыма арнап, бынан 36 йыл элек яҙғайным. Уҡы әле, һин дә кемдәрҙеңдер яратҡан уҡытыусыһы булырһың.
Әсәйем биргән ҡағыҙ битендә шундай юлдар уҡыйым:

       Йондоҙ
(Уҡытыусым Абдуллина Фәрзәнә апайға арнайым)

Рәмилә Иҫәнғолова

Уң ҡулымдан, гүйә, етәкләнең,
Күңелемә үҫте пар ҡанат.
Әкиәттәге хыял донъяһына
Алып остомо ни толпар ат!
Болоттарға сәләм биреп уҙҙыҡ,
Улар беҙгә бәхет теләне.
Аҡ йондоҙҙар нурға ҡойондорҙо,
Асҡан саҡта белем келәһен.
– Артабан юл тик һинеке, – тинең,
Миңә бирҙең толпар теҙгенен.
Уның ҡанатына кемдәрҙелер
Ултыртырға тейеш мин үҙем.
Алға барам һин башлаған юлдан;
Ҡулда – теҙген, маяҡ – йондоҙҙар.
Маяғымды болот ҡаплағанда,
Уҡытыусым, минең алдымда
Һис кенә лә аҙаштырмаҫ йондоҙ –
Көслө рухлы яҡты һының бар!1
         Шиғыр юлдарын уҡығас, уянып киткәндәй булдым. Сеү, был нимә? Өнмө, төшмө? Мин аҡланда түгел, өйөмдә ултырам. Эргәмдә бер кем дә юҡ. Алдымда әсәйемдең шиғыры ғына ята. Үҙемдән алдағы өс быуын уҡытыусылары фатиха бирҙе лә баһа бөгөн. Тимәк, мин юлымды дөрөҫ һайлағанмын. Уҡытыусы ҡайһы осорҙа, ниндәй шарттарҙа булыуына, алдында ниндәй бурыстар тороуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт бер маҡсатҡа ынтылырға тейеш: киләсәк быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү. Һәм был – Ер йөҙөндәге изгеләрҙән- изге бурыс. Иң мөһиме – йәмғиәткә файҙалы кешеләр үҫтереү.
 
Буранбаева Рәсимә Хәмит ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбе уҡытыусыһы.

        1 Эссе яҙған көндәрҙә беҙ Абдуллина Фәрзәнә Фәйзрахман
ҡыҙының вафат булыуы тураһында ишеткәйнек. Ауыр тупрағы еңел булһын оло остаздың.
 
 
Автор: Гульсира Шагиева
Читайте нас