Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2022, 20:22

Башҡорт әҙәбиәтендә Жәлил Кейекбаев образы Д.В. РАСПАЕВА, Мишкә районы Ирсай ауылының  А. Искәндәров        исемендәге мәктәбе уҡытыусыһы

                                                                                     Әҙип һәм ғалимдары булмаған ҡәүем –  бәхетһеҙ. Мәшһүр әҙәмдәре булмаған халыҡ – яҡлаусыһыҙ. Әҙәбиәте булмаған – рухһыҙ. Ризаитдин Фәхретдин           Башҡорт әҙәбиәтендә ғалимдар, уҡытыусылар образын яҡтыртҡан,  уларҙың ижади эшмәкәрлектәренә баһа биргән байтаҡ художестволы әҫәрҙәр ижад ителде. Был башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле күренеш булып, ниһайәт, ғалимдар тураһында бер һулышта һоҡланып уҡырлыҡ әҫәрҙәр барлыҡҡа килде.         Атаҡлы башҡорт ғалимы,  донъя  тюркологияһында киң билдәле фән әһеле һәм талантлы әҙип Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ғилми-теоретик һәм әҙәби мираҫы башҡорт филологияһы һәм төрки тел ғилеме тарихында айырым бер урын алып тора.  Ж.Ғ. Кейекбаев – хәҙерге заман башҡорт тел ғилеме мәктәбенә нигеҙ һалыусы шәхес. Уның хеҙмәттәренең ғилми әһәмиәте илебеҙ һәм донъя фәне өсөн баһалап бөткөһөҙ.  

           Жәлил Кейекбаевтың исемен мәңгеләштереп, яҙыусы Суфиян Поварисов беренселәрҙән булып әҙәби әҫәр ижад итте. Яҙыусының атаҡлы төркиәтсе-ғалим, Башҡортостандың беренсе филология фәндәре докторы, профессор, әҙип Жәлил Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Йәшлек йылдары” повесын китап һөйөүселәр йылы ҡабул итте.
          Әҫәрҙә башҡорт теле уҡытыусыһы, доцент Йәмил Ҡылысбаев образы бар. Был геройҙа атаҡлы ғалим, донъя тюркологияһында киң билдәле фән әһеле һәм талантлы әҙип, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевты таныйбыҙ.
          Геройҙың фамилияһы Ҡылысбаев тип юҡҡа ғына алынмаған. Ул киң мәғәнәгә эйә. Ҡылыс – ул ҡорал. Ә Жәлил Кейекбаевтың төп ҡоралы – тел. Күп осраҡта ул иғтибар менән тыңлап, кәңәш менән ярҙам итер, сетерекле мәсьәләләр килеп тыуғанда, уны дөрөҫ хәл итеү юлын тәҡдим итер булған. Уны кәрәк саҡта тура һүҙҙе сатната әйтә белеүсе, тупаҫлыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе булараҡ та хәтерләйҙәр.
          Бик ауыр темаларҙы ла ябай ғына итеп еткерә белеү һәләтенә эйә була Ҡылысбаев, шуға ла уның дәрестәре лә бик мауыҡтырғыс. Авторы Жәлил Кейекбаевты бер нисә быуын уҡытыусылар әҙерләүсе педагог, күренекле ғалим-методист, оҫта лектор булараҡ күрһәтә.
         Суфиян Поварисовтың “Йәшлек йылдары” повесы тәрән мәғәнәле, матур ижад емеше. Был әҫәр Жәлил Кейекбаевтың бөтә уҡыусылары, студеттары исеменән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре һымаҡ ҡабул ителә.
         1989 йылда баҫылып сыҡҡан “Жәлил Кейекбаев тураһындағы иҫтәлектәр” китабының төҙөүселәре Әнүр Вахитов һәм Әмир Әминев.
Иҫтәлек (бөтәһе 23 иҫтәлек) авторҙары – ғалимдың бергә эшләгән иптәштәре, уҡыусылары, ғалимдар, журналистар, яҡташтары, дуҫтары. Һәр кем Ж.Ғ. Кейекбаевты нисек белгән, нисек күргән, шулай итеп һүрәтләй, уның ғилми, фәнни, педагогик эшмәкәрлегенә байҡау яһай, кешелек сифаттарын аса.
         “Жәлил Кейекбаев тураһында иҫтәлектәр” китабына индерелгән хәтирәләрҙә телсе ғалимдың башҡаларға талапсан, ғәҙел, яғымлы, олоға ла, кесегә лә берҙәй алсаҡ, башҡорт теленең киләсәге өсөн бөтә ғүмерен биргән абруйлы ғалим булыуы иҫкә алына.
         Ж.Ғ. Кейекбаев образын әҙәбиәттә яҡтыртыусы тағы ла бер автор яҙыусы Лира Яҡшыбаева булды. Уның “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” әҫәре әҙәби-документаль повесть жанрына ҡарай.
Атаҡлы башҡорт ғалимы, талантлы әҙип, профессор, ҡырҡ-илле тел белгән полиглот, оҫта педагог, күренекле дәүләт эшмәкәре булып танылған Жәлил Кейекбаевтың яҙмышы, тормош юлы ысынында ниндәй булған һуң? Ни өсөн автор повесын “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” тип атай?
         Иң тәүге һынау – кескәй Жәлилдең аяғы имгәнеүе һәм ғүмерлеккә аҡһаҡ булып ҡалыуы. Аяғы сатан булыу арҡаһында уны Бөйөк Ватан һуғышына ебәрмәйҙәр. Йәштәштәре, ауылдаштары алдында ул үҙен хыянатсы кеүек тоя, “военкоматҡа барып, исмаһам, тәржемәсе итеп алыуҙарын һорап ғаризалар яҙып та ҡарай”.
        Рус ғалимы Михаил Ломоносов шикелле, Жәлил Кейекбаев та тыуған яғынан бик йәшләй сығып китә һәм ғүмере буйы гәзиз төйәген һағынып йәшәй. Илен, халҡын, телен һөйгән кеше өсөн был да һынауҙыр!..
       Төрлө илдәрҙә үткәрелгән конференцияларға, йыйылыштарға һер саҡ үҙ аҡсаһына йөрөгән ул. Фәнгә, ғилемгә йәне-тәне менән бирелгән Жәлил Ғиниәт улы быға бик иғтибар итмәгән. Уның өсөн был йәшәү рәүеше булһа ла, ғаиләһе өсөн оло һынау булғандыр. Телсе ғалим, беребеҙҙе тулҡынландыра, беребеҙҙе уйландыра, аҡылыбыҙҙы камилыраҡ, күңелебеҙҙе һиҙгерерәк һәм зауыҡлыраҡ яһай, эшкә һәм ижадҡа дәртләндерә, ижтимағи әүҙемлеккә әйҙәй.
        Беҙҙең атаҡлы телсе ғалимдарыбыҙ бар, тимәк, Башҡортостаныбыҙ бәхетле! Мәшһүр әҙәмдәребеҙ бар, тимәк, Башҡорт илебеҙ йәшәр! Әҙәбиәтебеҙ бай, тимәк, башҡорт рухы һүнмәҫ!
 
Д.В. РАСПАЕВА, Мишкә районы Ирсай ауылының  А. Искәндәров        исемендәге мәктәбе уҡытыусыһы.
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: