Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 05:12

Милли мәғариф буйынса семинар-кәңәшмә үтте

19 апрелдә Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың район һәм ҡалалары мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, белгестәре һәм методистары, республика мәктәптәре директорҙары өсөн методик семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә мәғариф өлкәһе өсөн мөһим һорау – яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Милли мәғариф буйынса семинар-кәңәшмә үтте
Милли мәғариф буйынса семинар-кәңәшмә үтте

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2021 йылдың 31 майындағы 286-сы, 287-се бойороҡтары менән башланғыс һәм һәм төп дөйөм белем биреү буйынса федераль дәүләт белем биреү стандарттары раҫланды. 2022 йылдың 18 мартында иһә дөйөм белем биреү буйынса федераль уҡыу-методик берекмәһенең ҡарары менән өлгө төп дөйөм белем биреү программалары ҡабул ителде. Был документтарға ярашлы 2022-2023 уҡыу йылында мәктәптәрҙең 1-5-се кластарында уҡыу процесы яңыртылған стандарт буйынса ойоштороласаҡ. Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, уның урынбаҫарҙары Илдар Мәүлетбирҙин, Әлфиә Ғәлиева, институт ректоры Азат Йәнгиров, министрлыҡтың идаралыҡ һәм бүлек етәкселәре Светлана Антипина, Азат Батыршин, Жанна Миникеева, Розалия Сафиуллина, Гүзәл Алмаевалар яуап бирергә тырышты.
Яңыртылған ФГОС туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһенә лә үҙгәрештәр индерәсәк. Атап әйткәндә, уҡыу пландарының төп өлөшөндә туған тел, туған әҙәбиәт менән бер рәттән республиканың дәүләт теле булараҡ башҡорт теле лә өйрәнелә ала. Бының өсөн ата-әсәләрҙең был уҡыу предметтарын уҡытыуҙы ойоштороуҙы һораған ғаризалары, мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыу буйынса мөмкинлектәр булыуы мөһим. Күҙ уңында мәктәптәрҙә туған тел уҡытыусыһының булыуы, федераль исемлеккә индерелгән дәреслектәр, федераль реестрға кертелгән уҡыу программалары булыуы, кластар һәм төркөмдәр булдырыу тотола. Әйтергә кәрәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса федераль реестрға 8 программа, федераль исемлеккә 36 дәреслек индерелгән, мәктәптәр тулыһынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тәьмин ителгән. Тимәк, башҡорт телен туған тел һәм республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнергә теләк белдереүсе ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың булыуы ғына кәрәк.
#минобрнаукиРБ
#миллимәғариф
#родныеязыки

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: