Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2022, 13:35

Беҙ - Аҡмулла тоҡомдары Арыҫланова Миләүшә, Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты (Етәксеһе – доцент Р.Я. Хөснөтдинова)

     Тарихта шундай шәхестәр бар: уларҙың исемдәре, эштәре йылдар туҙанына батып саңланып, тоноҡланмай, киреһенсә, асыла, сағыуыраҡ була бара. Үҙе йәшәгән заманында уҡ “ҡара төндә” йондоҙ булып балҡыған оло талант эйәһе, ғәҙеллек, яҡтылыҡ йырсыһы шағир-мәғрифәтсе, илгиҙәр сәсән Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла – шундай шәхестәрҙең бepehe.

      Мифтахетдин Аҡмулланы яңы ғына һыҙылып килгән таң яҡтылығы төнгө ҡараңғылыҡ менән “һуғышҡан” ваҡытта һайраған бер һандуғас тип атарға мөмкин, сөнки ул әҙәбиәт майҙанында иҫке дини ҡараштар менән яңылыҡ көрәшә башлаған йылдарҙа яңы хәрәкәт яҡлы булған мәғрифәтсе-пропагандистарҙың бер вәкиле. Шағир, уҡытыусы һәм балта оҫтаһы булған Аҡмулла үҙенең айырылғыһыҙ дуҫтарын – атын, китаптарын һәм балта эше ҡорамалдарын арбаһына тейәп, Мәржәни күтәреп сыҡҡан яңылыҡтарҙы яҡлап, муллаларға, байҙарға ҡаршы көсөргәнешле “һуғыш”ҡа сыға һәм шуның менән бергә мәғрифәтселек идеяларын таратып йөрөй.

      Шағир-сәсән Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең ижад ғүмерендә лә мәғрифәтселек ҡараштарын үҙәккә ҡуйған. Уның шиғри хазинаһын халыҡҡа аңлайышлы шиғри юлдар аша еткергән үлемһеҙ әҫәрҙәре тәшкил итә. Был әҫәрҙәрендә Аҡмулла кешеләрҙәге, йәмғиәттәге ыңғай яҡтарҙы данлай һәм етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләй, фашлай. Мәҫәлән, ашап-эсеүҙән баштары сыҡмаған, ҡорһаҡтарын кәпәйтеп йөрөгән муллаларҙы ҡабаланмай ғына, вайымһыҙ ғына яланда ашап йөрөгән быуаҙ һыйырҙарға оҡшата һәм уларҙан әсе көлә. Йәки мәҙәниәтһеҙ, әҙәпһеҙ кешеләрҙе хатта дарыуҙы ла “күтәрә алмаҫ” хәлгә еткән ауырыуҙар рәтенә индерә.
Бынан башҡа, мәғрифәт тип йән атҡан Аҡмулла йәмғиәттә хөкөм һөргән наҙанлыҡ, ялҡаулыҡ, әҙәпһеҙлек шарттарында иғтибарын күберәк етешһеҙлектәргә йүнәлтә, уларҙы кешеләрҙең күңел донъяһынан тәнҡит уты менән “сәсрәтеп бәреп” сығарырға тырыша.
       Аҡмулла үҙенең шиғырҙарында ябай кешеләр менән муллалар араһындағы мөнәсәбәтте асып күрһәтеү, тап ошо наҙан муллаларға ҡылыҡһырлама биреү, уларҙың холоҡ-ҡылыҡтарын киңерәк һынландырыу өсөн уларҙы әйберҙәрҙең йәки хайуан-йәнлектәрҙең образдары менән сағыштырып бирә. Был оҫта алым Аҡмулланың түбәндәге шиғыр юлдарында асыҡ күренә:
Ау ҡороп, себен тотҡан үрмәкселәй,
Ҡандала, бөрсә менән талашабыҙ;
Төлкөләр унда сыҙап тора алмайҙар,
Гүйә, бер киң соҡорҙан ҡото осҡан;
Эт ҡалманы инде мине таламаған –
Тәнемдең урыны юҡ ҡанамаған;
Ҡара себен һау ергә күҙ һалмайҙыр,
Бар булһа эрен, ҡутыр – шунда ҡунар.
        Шағир әҫәрҙәрендә муллаларҙы бысраҡ ҡандала, бөрсә, хәйләкәр төлкө, уҫал эт, ҡара себен образдарына тиңләй, әлеге наҙан муллаларҙы, уларҙың ҡылыҡтарын ошо зарарлы, ерәнес бөжәктәр һәм ҡырағай йыртҡыстарға оҡшата.
       Шулай итеп, XIX быуаттың яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Камаледтин улы Аҡмулла үҙенең ижадын заманының иң борсоған проблемаларына, ауырлыҡтарына бағышлаған. Ул шиғырҙарында үҙенең дәүеренә һәм киләсәк быуынға бик мөһим һәм әһәмиәтле һүҙҙәр еткерергә тырыша: ғәмһеҙ муллаларҙың ғәҙелһеҙлегенә бирешеп тормаҫҡа, уларға ҡаршы ҡыйыу көрәшергә, наҙанлыҡты бөтөрөргә, мәғрифәткә ынтылырға, яңы тормош төҙөргә, үҙеңә үҙең хужа булырға, һәм, әлбиттә, белемле, әҙәпле, илһамлы кеше булырға әйҙәй. Беҙ, Аҡмулланың тоҡомо, бөйөк аҡһаҡалыбыҙҙың һүҙен йыҡмаҫҡа бурыслы икәнебеҙҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ.
 
 
 
 
Ещё
 
 
 
Напишите сообщение...
 
 
 
 
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: