Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2022, 14:02

Өлгө алып йәшәйек! Игеҙбаева Әлфирә Ғиндулла ҡыҙы, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

         Ҡалабыҙҙа башҡорт телен теләп өйрәнгән балалар бик күп. Әсә теленә һөйөү иң беренсе ғаиләлә һалына, ә беҙ уҡытыусылар балаларҙа башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы, һөйөүҙе арттырырға ярҙам итергә тейешбеҙ. Ҡалабыҙҙа, республикабыҙҙа телгә һөйөү хисе булған балалар, ғаиләләр булһа, башҡорт теленең ғүмере лә бик оҙон булыр тип ышанам. Мин уҡыусыларымдың яҙған шиғырҙарын, иншаларын, ижади эштәрен ҡәҙерләп һаҡлайым. Ҡайһы саҡтарҙа шул эштәрҙе ҡат-ҡат уҡыйым, хәтирәләргә биреләм. Һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт рухында тәрбиәләнгән уҡыусымдың иншаһын тәҡдим итәм. Был ижади эштә Стәрлетамаҡ ҡалаһында оҙаҡ йылдар халҡым, телем тип янып эшләгән Дәминев Риф Абдулла улының тауышын ишетергә мөмкин. Мәҡәләмде уның яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Уҡыусым Дәминева Эльза яҙған иншаны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.

       Был иншамды мин үҙемдең ҡартатайыма – Дәминев Риф Абдулла улына бағышлап яҙам. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Ялға сыҡҡанына биш йыл уҙып та китте. Ҡартатайым менән беҙ йыш осрашып торабыҙ. Уның менән һөйләшеүе бик ҡыҙыҡ, сөнки ул оҙаҡ йәшәгән, күпте күргән, күпте белгән кеше. Һөнәре буйынса ул инженер-механик. Өфө авиация институтын тамамлаған. Уҡыуы буйынса хәрби авиацияла хеҙмәт иткән. Шуға ла ул самолеттарҙы һәйбәт белә: улар менән бәйле көтөлмәгән хәлдәрҙе, төрлө ваҡиғаларҙы миңә мауығып һөйләп бирә. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ҡартатайым бер аҙ заводта эшләп ала ла, Стәрлетамаҡ химия-технология техникумына эшкә күсә. Ошо техникумда 41 йыл эшләй һәм уның һуңғы 24 йылын техникумдың директоры булып етәкләй. Оҙаҡ йәшәгән, күпте күргән, күпте белгән тип яҙыуымдың сәбәбе шунда – ул бик талантлы кеше. Рәсәйҙе генә гиҙеп сыҡмаған, сит илдәрҙә лә булған ул. Италияла директорҙар курсында уҡыған, күп кенә ҡалаларын күргән. Итальяндарҙың мәҙәниәте менән танышҡан. Ул Венеция, Флоренция, Римда булып Италияның бөйөк рәссамдары менән таныш. Ҡартатайым яҡшы белгес кенә түгел, ә яҙыусы ла, шағир ҙа, композитор ҙа. Ике хикәйә, бер йыр-моң китабы, бер романдың авторы. Композитор булараҡ, 70-тән артыҡ йырҙар һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәр яҙған. Башҡортостан драматургтарының өс спектаклен музыка менән биҙәгән ҡартатайым. Ул үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс тапҡыр ижад кисәһен үткәрҙе.
       – Ҡартатай, һин йыр-моң яҙырға ҡайҙан илһам, дәрт алаһың? – тип һорайым.
       – Мин һине бер мәлдә, үҙемдең тыуған яғыма алып барып, уның тәбиғәтен күрһәтермен. Шунда барыһын да аңларһың, – тине. Бынан бер нисә йыл элек, беҙ уның тыуған ере Хәйбуллаға барып ҡайттыҡ. Ысынлап та, күҙ күреме етмәҫлек осһоҙ-сикһеҙ далалар, һыуһаҡлағыстар, бейек-бейек тауҙар, йәмле Һаҡмар буйҙары ҡаршы алды беҙҙе. Былар барыһы ла кешене үҙенә тартып, илһамландырып тора.
         Беҙ, ҡартатайымдың бала сағында оҙаҡ ҡына йәшәп киткән Бикбау исемле ауыл урынында булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул ауыл юҡ инде хәҙер. Ауыл халҡы эш артынан, уңайлылыҡ эҙләп, башҡа ерҙәргә күсеп киткән. Үҙенең бер шиғырында ҡартатайым былай тип яҙа :
Оҙаҡ йөрөп, тыуған яҡҡа ҡайттым,
Ауылым юҡ, бөткән нигеҙҙәр.
Хатта, урамды ла үлән баҫҡан,
Сиңерткәләр осоп йөрөйҙәр.
         Ул ауылының юҡҡа сығыуына бик борсола. Был турала яҙған шиғыры ла әйтеп тора :
Юҡ һин инде хәҙер был донъяла,
Бер йорт бында тороп ҡалмаған.
Тик бер мәсет емерелеп ята,
Яҙмышын тапшырып Аллаға.
       Борсолорлоҡ та шул. Ауылдың ултырған ере шундай матур – Швейцарияң ары торһон! Тау ситенән Һаҡмар йылғаһы аға. Тау битендә үҫкән ағастар йылға буйын йәмләй. Йылғаның һул ярында, гөрләп торған ауыл булған. Ауыл халҡы бик татыу йәшәгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡ бер-береһенә ярҙам иткән, утын ҡырҡҡан, бесән сапҡан. Һаҡмарҙа балыҡ тотҡандар. Ул саҡта йылға балыҡҡа бик бай булған. Шул йылғаға бағышлап, ҡартатайым поэма ла яҙған:
Мөғжизә һин – мәрхәмәтле Һаҡмар,
Мөғжизә – шул йөҙгән балыҡтар.
Һин бит, йылғам, һаҡлап алып ҡалдың,
Һуғыш йылдарында аслыҡтан.
       Был ерҙәрҙе күреп, Һаҡмарҙа һыу инеп, тауҙарға үрләп мин ҡартатайымдың ҡайҙан илһам алғанын яҡшы аңланым. Ул бит үҙе шул йылдарға йәштәш. Ауылын һағынып, Еңеү көнөнхәтерләп, бына нимә тип яҙа :
Ә бит бер мәл ауыл гөрләй ине,
Хәтеремдә – йылы май көнө.
Халыҡ йырлап, илап төнө буйы
Шатланып, иҫереп йөрөнө.
Иҫерҙеләр – араҡынан түгел,
Бөйөк Еңеү көнө булғанға.
Ватаныбыҙ өсөн ғорурланып,
Иланыҡ беҙ күңел тулғанға.
       Әлбиттә, мин ҡартатайым менән ғорурланам. Ул СССР-ҙың Почетлы химигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданины. Күп йылдар ҙур йәмәғәт эшен алып барған. Ун йыл Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булған һәм II, III Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының иң юғары наградаһы: “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. Ҡартатайым, үҙенең ата-әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы булған. Минең атайым да, ҡартатайым Дәминев Риф Абдулла улы кеүек, уҡытыусылыҡ юлынан бара. Ул – ғалим, техника фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, ҡала советы депутаты. Атайым, етәксе булараҡ, бик күп ойоштороу һәм фән эштәре менән булышһа ла, ҡартатайым кеүек йыр, музыка яҙа. Уның хәҙер тиҫтәләгән йыры бар. Беҙҙең ғаилә – уҡытыусылар ғаиләһе. Ҡартәсәйем, Римма Сафа ҡыҙы, 36 йыл уҡытыусы булып эшләгән. Ул шиғырҙар уҡырға ярата, һүрәттәр төшөрә.
        Әсәйем дә уҡытыусы юлын һайлаған. Ул иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы кафедраһы етәксеһе. Әсәйем, үҫмер сағында, бейеү менән мауыҡҡан. Минең ағайым Риф – бик һәләтле егет. Тәүҙә ул спорт бейеүе менән шөғөлләнде. Ә хәҙер каратэ менән ҡыҙыҡһына. Хәҙерге көндә каратэ буйынса Башҡортостан чемпионы ул. Спорт бейеүе буйынса мин дә Башҡортостан чемпионы. Миңә йыш ҡына Мәскәүҙә, Ҡазанда, Һамарҙа, Силәбелә, Пермдә, Ырымбурҙа, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ярышта ҡатнашырға тура килә. Төрлө ерҙәрҙе, кешеләрҙе күреп, ҡартатайымды иҫемә төшөрөп алам. Һис шикһеҙ, Башҡортостан бик матур ил. Тыуған еремдән дә матур ерҙе тапмайым. Мин ҡартатайыма рәхмәтлемен. Ул мине тыуған ерҙе, туған телде, халҡымдың мәҙәниәтен яратырға, уларҙы ихтирам итергә өйрәтә. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, үҙебеҙҙең ғаилә ғәҙәттәрен һаҡларға һәм хөрмәт итергә өндәй. Мин хәҙер Стәрлетамаҡҡа, уның тирә-яҡ мөхитенә икенсе күҙ менән ҡарайым. Әлбиттә, киләсәктә, беҙҙең ғаиләбеҙҙең хәтирәһе булып ҡартатайымдың китаптары, йырҙары, музыкаһы, уның маҡтаулы исемдәре тороп ҡалыр. Улар, беҙҙең ғаиләбеҙҙең рухи хазинаһы буласаҡ. Юғары намыҫлы йәш быуын өлкән быуындың тәжрибәһен, мәрхәмәтле эштәрен иҫендә генә түгел, күҙ алдында тотоп, өлгө алып йәшәргә тейеш тип уйлайым.

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: