Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 18:49

Булыр илдең балалары... Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты

"Булыр илдең балалары бер-береһен батыр, тир", – шулай өйрәтә беҙҙе халыҡ аҡылы. 13 майҙа Учалы-Силәбе төбәгендә йәшәүсе ижади интеллегенция вәкилдәрен тартып-туплап тороусы изге Рамазан әүлиә шишмәһе йола буйынса сираттағы төбәк-ара семинарға йыйҙы. Был юлы ла мәғрифәт һәм рухийәт байрамына әүерелгән күркәм сара милләтәштәребеҙҙе дәртләндереү һәм рухландырыу сүрәтендә уҙҙы.

       “Беҙ быйыл да Силәбе өлкәһендә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән 17 яҙҙы бергә ҡаршылайбыҙ, ” – тине семинарҙы ойоштороу башлығы, Учалы район мәғариф бүлеге методисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зилә Ғизитдини ҡыҙы Шәрәфетдинова. Бына ике тиҫтәгә яҡын шау-шыу итмәй, тыныс ҡына эш башҡара бауырҙаштар. Шунса ваҡыт араһында илаһи Учалы еренә – изге Әүлиә тауына беҙҙең менән силәбеләрҙән әллә күпме ватандаштарыбыҙ барып илһам алып ҡайтты. Әммә беҙ ошо осорҙа туғанлашып бөткән халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙарын юғалттыҡ. Күркәм сараларҙы биҙәүсе сәсән-шағир Мәүлит Ямалетдин, йырау Спартак Ильясов, журналист Рәсих Локманов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов, аҫыл һүҙ оҫтаһы Алевтина Вәлиева кеүек аҫыл шәхестәрҙең арабыҙҙа булмауы күңелдәргә моңһоулыҡ өҫтәне.

      Абҙаҡ, Туңғатар, Әүешкүл, Мулдаҡай, Ҡорама, Поляковка (Бәләкәй ауыл), Комсомол, Сәфәр ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары һәм мәктәптәре осрашыуҙарҙың майҙаны булды. Быйыл, иһә, өсөнсө тапҡыр инде Сәфәр урта мәктәбе ҡунаҡтарҙы ҡабул итеп, республика кимәлендә төбәк-ара дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте ҡеүәтләгән бынамын тигән сара ҡорҙо. Башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина өлгөлө майҙан тотоп тотош ил-йорт өсөн иҫ китмәле һоҡландырғыс «Ауылымдың киләсәге – ир-егеттәр ҡулында» тигән асыҡ дәрес бирҙе.
Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Сәфәр урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы, Учалы районының Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты, төбәк-ара “Педагогик оҫталыҡ” конкурсы еңеүсеһе. “Егеттәр бәләкәйҙән ғаиләлә атаһы-олатаһынан һабаҡ алһа, үҫә килә ағай-бабайҙары, замандаштары, ауыл һәм илдең абруйлы азаматтары үрнәгендә рухи яҡтан үҫә! Был йәһәттән Сәфәр ауылында өлгө булырҙай арҙаҡлы шәхестәребеҙ бихисап: Советтар Союзы Герой Хәкимйән Әхмәтғәлин, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәкимйән Мөхитдинов, быйыл үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылаусы “Тормош һабағы” һәм “Башҡорт әҙәбиәте” дәреслектәре авторы, филология фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов, Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәһендә белем алыусы бер туған Ғарипов Йәләлитдин һәм Жәләлитдин, фажиғәли тормош кисергән шағир Әбүс (Сабит Суфиянов), батырлыҡ сифаттарына өйрәтеүсе спорт алдынғылары һ.б...”, – тине ул үҙ эшенең маҡсаттары менән таныштырып.
      Сараның һәр өлөшө уҡыусылар проекты, шиғырҙар, йыр-моң, бейеү, видеорепартаж, автомат йыйыу кеүек сығыштар менән үрелеп барҙы. Балаларҙың туған телде һыу кеүек эсеүҙәре – сәхнәлә яҙылып китеп докладтар менән сығыш яһауҙары силәбеләрҙе хайран ҡалдырҙы. Был – төбәктәге милли интеллегенцияның ысын мәғәнәһендәге яҡындан аралашыу майҙаны һәм хазиналар һандығына бәрәбәр ғәжәйеп шәп үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙың алыштырғыһыҙ аҫыл өлгөһө!
    Алдағы эштәрҙе аҡҡа юрап татлы ризыҡ менән ҡунаҡтарҙы ололап ҡаршылыу, балаларҙың һөҙөмтәле эштәрен күрһәтеү, шағирҙарҙың йөрәк хистәрен тыңлау, үҙ-ара иң күркәм бүләк – өр-яңы китаптар һәм конференция йыйынтыҡтары менән бүлешеү һәм, ниһайәт, иң шәптәргә Рәхмәт хаттары, сертификаттар һәм Грамоталар тапшырыу – барыһы ла ҡәҙимгесә, әммә әле улар беҙҙең өсөн йәнә йәнгә хуш күренештәр.
       Ике тиҫтәгә яҡын арыу-талыу белмәй иң изге ниәткә, милләтте туплап, мәғрифәт юлынан тайпылышһыҙ алып барыусы Учалы мәғариф бүлегенә, ватандаштарҙы ихлас ҡабул итеүсе райондың барлыҡ ҡунаҡсыл туған тел уҡытыусыларына һәм ил-йорт тип янып йөрөүсе арҡаҙаштарға – шәхсән Учалы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадировҡа ихлас күңелдән сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!
Гульсира
  •  
    Запись сообщества
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: