Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 19:38

Мөхәмәт нигеҙе Яруллина Сәриә Сәлимйән ҡыҙы, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

            Һәр ауылдың үҙ тарихы, үҙ легендаһы бар. Беҙҙең Иҫке Мөхәмәт ауылыныҡы ошолайыраҡ булғандыр. Мәктәбебеҙҙә үҙем ойошторған “Аҡйондоҙ” интеллектуаль ижад төркөмөмдә тәрбиәләнеүселәр ауылыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға ҡағылған хәл-ваҡиғаларҙы сәхнәләштереүҙе бик яраталар. Шуларҙың береһен журнал уҡыусыларға тәҡдим итәм.                  Мөхәмәт нигеҙе                    (Легенда)      (Ишек алды тирәһе бай менән Мөхәмәт һөйләшә-һөйләшә инәләр. Мөхәмәт сыбыртҡы тотҡан. Бай ҡулында – көләпәрә.)Бай. Шулай итеп, йылҡы көткәнем бар, тиһең инде, Мөхәмәт, ә? Мөхәмәт. Тап шулай, бай ағай.Бай. Ярай, ышандым да икән, ти. Мөхәмәт. Бына, (тешенә сиртә) ысын! Бай. 500 баш йылҡыны имен-һау итеп ҡураға тапшырһаң, көҙгә үҙеңә – бер бейә! Мөхәмәт. Риза, бай ағай! Бай. Йәнең теләгән ергә төпләнерһең, Мөхәмәт (түбәтәйен систерә, көләпәрә кейҙерә). Бына ошо көләпәрә йылҡы көткәндә һине серәкәйҙән, ел-ямғырҙан ғына түгел, кәрәк саҡта ҡояштан да һаҡлар! 

Мөхәмәт. Рәхмәт,бай ағай! Изгелегегеҙгә изгелек менән яуап бирермен!
Бай. Афарин! Йылҡыларҙы бөгөн үк иҫәпләп ҡабул итеп алырға кәрәк булыр, әйҙә, тамаҡ ялғап ҡына алайыҡ та... (Сығалар. Йылҡы тояҡтары тауышы ҡурай моңо менән алышына.)
(Тәбиғәт күренеше алмашына. Яҡында шишмә аға. Иңенә уҡ-һаҙаҡ, төйөнсөк артмаҡлаған,йүгән тотҡан Мөхәмәт инә.)
Мөхәмәт (ҡулдарын өҫкә күтәреп өйөрөлөп йөрөй). Эһе-һе-һей! Урма-а-а-н! Тауҙа-а-а-р! Эһе-һе-һей, йылға-а-а! Ишетәһегеҙме-е-е? Мин Ерән бейәне тапты-ы-ы-м! Мин Ерән бейәне тапты-ы-ы-м!
(Көйәнтәле Әйһылыу инә. Тертләй ҙә, артҡа сикмәксе була. Ҡараштары осраша.)
Әйһылыу (ҡурҡып). Уй! Ҡотомдо осора яҙҙығыҙ!
Мөхәмәт. Бәй, Ай ҡыҙы – Зөһрә ҡыҙ, әллә күктән төштөң инде?
Әйһылыу. Киреһенсә, һеҙ ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ бында?
Мөхәмәт. Бай ағайымдың йылҡыларын, күҙ асып йомғансы, бүре өйөрө тарҡатҡан. Ерән бейәһен эҙләмәгән ер ҡалманы.
Әйһылыу. Таптығыҙмы әллә?
Мөхәмәт. Эйе! Бынауында тау араһында. Ҡолонлаған әле!
Әйһылыу. Ғәҙәттә, йылҡы йөрөгән ерҙә ҡыйғырҙар осоусан. Шунан белдегеҙме?
Мөхәмәт. Юҡ. Бүре баҫтырттым! Йылҡыны туҙҙырған бүренең береһен! Ул бит йылҡы еҫен һиҙә.
Әйһылыу. Ай-һай, батыр икәнһегеҙ... Бүрене һуҡтығыҙмы һуң?
Мөхәмәт (аптырап йән-яҡҡа ҡарай). Бүре? Бәй, ҡайҙа булды ул? (ҡулдарын йәйә) Ошондай гүзәллек шул бүрене йоттомо әллә? (уйлана) Әллә... ул үҙе бер илаһи йән булып сыҡтымы?
Әйһылыу (шаяртып). Аҙаштырған бит һеҙҙе!
Мөхәмәт (аптырай). Юҡ, юҡ, ул түгел... Ошо тауҙарҙың, урмандарҙың, үҙәндәрҙең матурлығы күҙемде быуҙы, ахырыһы.
Әйһылыу. Бәлки бындағы татлы үләндәр, шишмәләр тартҡандыр Ерән бейәгеҙҙе?
Мөхәмәт. Шулайҙыр ҙа... Әйһылыу. Һыуы тәмле булған өсөн генә лә, йыраҡ тип тормайбыҙ, еңгәйҙәр менән беҙ ҙә гел ошонда һыу алырға йөрөйбөҙ.
Мөхәмәт. Һыуын тәмләп ҡарарға мөмкинме, Ай ҡыҙы – Зөһрә ҡыҙ?
Әйһылыу. Әлбиттә (һыуын эсерә).
Мөхәмәт. Ай-һай, татлы икән һыуығыҙ! (Биҙрәне ысҡындырмай) Татлы һыу ташыусы көйәнтәле Ай ҡыҙы – Зөһрә ҡыҙҙың исеме нисек икән?
Әйһылыу. Әйттем дә икән, ти... (Мөхәмәт уның биҙрәһен ебәрмәй.)
Мөхәмәт. Йә инде...
Әйһылыу. Әйһылыу... (Мөхәмәт биҙрәне ысҡындыра, әммә ҡыҙҙың юлына арҡыры баҫа.)
Мөхәмәт. Әйһылыу? Ниндәй матур исем! Әйһылыу...
Әйһылыу. Эйе шул! Етте, ебәрегеҙ! Миңә ҡайтырға кәрәк... (Сыға.)
Мөхәмәт. Әйһылыу! Мин барыбер барыбер һине табасаҡмын! Бай ағайҙың йылҡылары ғына ҡураға инерлек булһын! (Ҡанатланып китеп бейеү хәрәкәттәре яһай. Кинәт нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итә лә, сәхнә ситенән ҙур ғына таш тәгәрәтеп индерә. Ултыра. Арып, маңлайын һыпыра.)
Бына ошонда мин үҙемә нигеҙ һаласаҡмын. (Баҫа.) Ауыл төҙөйәсәкмен! Минең киләсәгем ошонда: иртә яҙҙан һап-һары бәпембәләр таждарын асҡан ерҙә – Һары Үҙәндә буласаҡ! Төйәкләнәсәкмен! (Ҡыуана-ҡыуана йүгереп сығып китә.)
       (Мөхәмәттәрҙең ишек алды. Моңһоу көй ағыла. Мөхәмәттең әсәһе тирмән тартып ултыра. Хафаланып, ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, кемделер көтә. Әле ул яҡҡа, әле был яҡҡа йөрөп ала)
Әсәй. Шул һаран байҙың йылҡыһы, тип, ҡайҙарҙа ғына йөрөй икән балаҡайым?... Атаһы ла аптыраған көндән уны эҙләп китте... Имен-аман ғына йөрөһөндәр инде! (Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан Мөхәмәт инә. Төйөнсөгөн иҙәнгә ҡуя. Әсәһенә һаҡ ҡына өндәшә.)
Мөхәмәт. Әсәй! Әсәй! Һаумы!?
Әсәй. Уй, балам! Ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә торамсы! Улыыым! Һау, һау мин балаҡайым! Үҙең нисек? Әле генә һине уйлап тора инем... Йә, байҙың Ерән бейәһен таптыңмы?
Мөхәмәт. Таптым, таптым, әсәкәйем!
Әсәй. Хоҙайҙың рәхмәте шулдыр: теләктәрем ҡабул булған!
Мөхәмәт. Әсәй! Бай ағай йәнең теләгән ергә төпләнергә ярҙам да итермен, тигәйне. Мин өр-яңы нигеҙ ҡорасаҡмын!
Әсәй. Абау!? Ҡайҙа? Ни өсөн? Ҡасан?
Мөхәмәт. Анау Һәләүек һыртынан өс шишмә ағып сыға ла әле.
Әсәй. Эйе шул.
Мөхәмәт. Шишмәләрҙең, киң йылғаға әүерелеп, Әй булып, рәхәтләнеп аҡҡан йәмле үҙәнендә!
Әсәй (үпкәләгән кеүек). Харап икән...
Мөхәмәт. Унда, әсәй, көтөүлеге лә, күлдәре лә, тау-урмандары ла етерлек!
Әсәй. Мөхәмәт, улым, мин бит һине һаман да ҡуян ҡыуа, төлкө баҫтырта, тигән булам. Үәт, ғүмер тигәнең... Туҡта, туҡта, атайың ни тиер?
Мөхәмәт. Ул риза!
Әсәй. Ҡайҙан беләһең?
Мөхәмәт. Атайым менән юлда ҡаршы булдыҡ. Әле бер ыңғай үҙебеҙҙең тибенлектәрҙе, сабынлыҡтарҙы ҡарап сығырға тип китте.
Әсәй. Ҡотло ер булһа ярай ҙа һуң...
Мөхәмәт (йүгереп барып төйөнсөгөн килтерә, эсенән берәмләп әйберҙәрен сығара.) И-и-и, әсәй, бына һиңә ул ерҙәрҙән күстәнәс: тау сейәһе, охон йыуаһы, гөлйемеш, һыуһар емеше, ҡурай еләге, ер еләге, бөрлөгән...
Әсәй. Бәй, былар бит-хоҙай емештәре!
Мөхәмәт. Эйе, әсәй.Фатихаңды бир, әсәкәйем!
Әсәй. Ҡуй, балам... Аҡһаҡалдар нимә тиер?
Мөхәмәт. Улар иң тәүҙә һинең фатихаңды һорайҙар. Әсәй фатихаһынан да олораҡ нимә юҡ, тиҙәр.
Әсәй. Улым, айырылғанды – айыу ашар, бүленгәнде – бүре быуыр, тигәндәр. Айырылып, хата ҡылмаҫһыңмы?
Мөхәмәт. Юҡ,әсәй!
Әсәй. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ, юғалып, яҙа баҫмаҫһыңмы?
Мөхәмәт. Юҡ , әсәй!
Әсәй. Эй, балаҡайым! Ошондай ҙа изге эшкә фатихамды бирмәй тораммы һуң? (сүкәйә) Ярай, Мөхәмәт улым, йөрөгән ерҙәреңдә яҡшы фәрештәләр юлдаш булһын. Һәйбәт күршеләр тура килһен! Йәшәр ерең ҡотло, нигеҙең ныҡлы булһын!
Мөхәмәт. Рәхмәт, әсәй!
 
 
Яруллина Сәриә Сәлимйән ҡыҙы, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: