Маҡсат. Поэманың йөкмәткеһен үҙләштереү нигеҙендә белемдәрҙе системалаштырыу, нығытыу, әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреү, әҫәрҙең үҙенсәлеген асыҡлау; башҡорт егеттәренә хас ҡыйыулыҡ миҫалында уҡыусыларҙа Тыуған илгә, халыҡҡа һөйөү хистәре тәрбиәләү; цитаталы план төҙөргә һәм поэмаға анализ яһарға өйрәтеү; поэманың халыҡсанлығын асыҡлау.
Йыһазландырыу. М. Кәрим портреты, китаптары, магнитофон яҙмаһы, интерактив таҡта, схемалар, карточкалар.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
1. Дәфтәргә число, көн исемен яҙыу, дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү.
2. Бер уҡыусы Мостай Кәримдең биографияһын ҡыҫҡаса һөйләй.
3. Уҡытыусы яҙыусының һуғыш осоро ижады менән таныштыра.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М. Кәримдең шағирлыҡ һәләте тағы ла сағыуыраҡ асылды. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу кискән шағир-яугир һалдаттарҙын уй-тойғоларын һүрәтләүгә өлгәште. Һуғышҡа китер алдынан ул “Мин фронтка китәм, иптәштәр!” шиғырын яҙа. Был шиғыр иңенә шинель һалған совет кешеләренең ил алдындағы поэтик анты булып яңғыраны. Атаһы эйәрләгән Аҡбуҙатҡа атланған, әсә биргән ҡылысты тотҡан һалдат-егет шулай ти:
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Ата-әсәнең улына фатихаһы һәм үтенесе-бойроғо, улының яуап анты рәүешендә, һүрәтләнгән оҙатыу йолаһы шиғырҙа халыҡ ижадындағыса, киң дөйөмләштереү юғарылығына еткерелә. Шуға күрә ата-әсәнең әйткән һүҙе, улан анты ил ҡушҡаны, ир-егеттәр анты булып ҡабул ителә.
Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн –
Йыр өсөн һәм тыуған яҙ өсөн,
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! –
ти яуға йүнәлгән егет.
II . “Мин фронтка китәм, иптәштәр!” шиғырын тыңлау. (1 уҡыусы яттан һөйләй йәки аудиояҙма ҡуйыла.)
Уҡытыусы. Шулай итеп, М. Кәрим үҙ шиғырҙарында хәтәр йылдарҙа ла илебеҙ кешеләренең рухи ныҡлығын, еңеүгә ышанысын үҙенсә бер йылылыҡ менән тасуирлай.
III. М. Кәримдең һуғыш йылдарында яҙған әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү.
1 уҡыусы “Декабрь йыры” поэмаһы тураһында ҡыҫҡаса һөйләй, икенсе уҡыусы “Башҡорт халҡына яуап хаты” тураһында әйтеп үтә.
IV. “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк тыңлау.
Уҡытыусы. “Үлмәҫбай”поэмаһы 1942 – 1944 йылдарҙа ижад ителә. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет кешеләренең батырлығы хикәйә ителә. Халыҡсан, ябай һәм образлы теле, юғары художестволы эшләнеше менән “Үлмәҫбай” поэмаһы шағирҙың үҙ ижады өсөн генә түгел, бәлки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә башҡорт совет әҙәбиәте өсөн дә күренекле әҫәр булып танылды.
Беҙгә әҙиптең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, 1942 йылда Муром ҡалаһында хәрби училищены тамамлап, артиллерия дивизияһына элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнеүе, 1942 йылдың август айында дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғышҡанда ҡаты яраланып, 7 ай буйы госпиталдә ятыуы билдәле. 1942 йылда шағир “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген яҙа. Поэманың һуңғы бүлектәре 1944 йылда Украинала яҙыла.
V. Йөкмәтке буйынса эш. Һорауҙарға яуаптар.
1. Ниндәй әҫәр поэма тип атала?
2. Ни өсөн автор поэмаһын “Үлмәҫбай” тип атаған ?
3. Поэманың төп геройы кем?
4. Поэма нисә бүлектән тора, улар нисек атала?
5. Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы шағир үҙ геройы исеменән һәйләтә. Ни өсөн?
6. Поэманың жанр үҙенсәлеге нимәлә?
X. Таҡтала эш. (Интерактив таҡтала мәҡәлдәр бирелә.) Ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһылары Үлмәҫбай образының характерын аса.
(Тура килгән мәҡәлдәрҙе дәфтәргә һандар менән генә яҙып алырға.)
1. Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.
2. Китап – белем шишмәһе.
3. Сәсән егет – дау күрке.
4. Кешене хеҙмәт биҙәй.
5. Данлы егет ил өсөн үлер.
6. Тел – белем асҡысы.
7. Батыр яуҙа беленә.
8. Ватанһыҙ кеше – урманһыҙ һандуғас.
9. Күп тыңла, аҙ һөйлә.
10. Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлер.
XI. “Кем күберәк!” уйыны.
(Ярыш 2 рәт араһында ойошторола. Берәр уҡыусы 5 минут эсендә геройҙарға хас сифаттарҙы яҙа баралар. Әҫәрҙәге ыңғай образдар - Үлмәҫбай менән Теребайға хас сифаттарҙы табалар.)
шат күңелле, ҡыйыу, тәүәккәл, шаян, хәйләкәр, ныҡыш, мәрәкә яратыусы, йылдам...
тапҡыр һүҙле бай телле
ябай телле, тапҡыр һүҙле, тыйнаҡ холоҡло, шуҡ, шаян, көслө, батыр, етеҙ, булдыҡлы, егәрле ...
(Эш бөткәс, еңеүсе билдәләнә..)
VI. Дәфтәрҙә эш. Цитаталы план төҙөү.
1. Урал батыр тоҡомонан –
Үлмәҫбай атлы егет.
2. Һунарсы минең ырыуым,
Һунарсы ата-бабам.
3. Һәр эштә йылдамлыҡ кәрәк,
Ваҡыт яғы самалы.
4. Йәнәшә сығып китәбеҙ,
Бик эре сирттерәбеҙ.
5. Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған.
6. Һөйләп бирҙем Теребайға
Мәсьәләнең елеген.
7. Бер мәлде дүрт епте тарттыҡ –
Көл булып осто табын.
8. Алмалары алһыуланып,
Балланып бешкән ине...
8. Күп тә үтмәй килеп сыҡты
«Әкиәт батырҙары».
9. Йоҙроҡ тиһәң, Теребайҙа
Суҡмарҙан яманыраҡ.
10. Урманды үткәс, үҙебеҙ
Арғымаҡтарға мендек...
VII. Фекерләү өсөн һорау.
Поэманың халыҡсанлығы нимәлә? (Уҡыусылар яуап бирә.)
1-се уҡыусы. М. Кәрим халыҡ ижадына хас булған гипербола, фантастик элементтар менән эш итә. Был алым әҫәрҙең сюжетын мауыҡтырғыс итеү өсөн генә түгел, бәлки һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың героик характерын асығыраҡ итеп биреү өсөн, Совет һалдаттарының героизмының әкиәт батырҙарының эштәренә тиң булырлыҡ икәнлеген күрһәтеү өсөн дә ҡулланыла. Ысынбарлыҡта был һүрәтләнгән ваҡиғалар осрарҙай реаль хәлдәр икәнен раҫлай автор.
2-се уҡыусы. М. Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдары аша башҡорт халҡының характер үҙенсәлектәрен күрһәтә. Шуның менән бергә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, һуғышсан традицияларға ла туҡталып китә, сөнки ул үҙе лә совет һалдаты булараҡ, фронт тормошон бик яҡшы белгән. Был поэмаһы менән М. Кәрим башҡорт һәм совет һалдаттарына: “Урал батыр һәм Салауаттар кеүек ҡыйыу булығыҙ, башҡорт тоҡомонан икәнегеҙҙе онотмағыҙ!” – тип өндәшә кеүек.
3-сө уҡыусы. Поэманың халыҡсанлығы уның ябай, халыҡсан тел менән яҙылыуында ла. Автор бик күп мәҡәл-әйтемдәр, фразеологизмдар, тапҡыр һүҙҙәр ҡуллана. Мәҫәлән: “тел асҡысы – теләге”, “ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе”, “беребеҙ – күҙ, беребеҙ – ҡаш”, “тәүге һунар”, “беренсе туй”, “гәп һатыу”, “икебеҙ ҙә көл-күмер”һ.б.
VIII. Карточкалар менән эш.
Уҡытыусы. Поэманың халыҡсанлығы, минеңсә, шиғыр төҙөлөшө менән дә тығыҙ бәйле. Уҡыусылар, һеҙ инде шиғыр төҙөлөшө тураһында күп нимәләрҙе беләһегеҙ. Әйҙәгеҙ, поэманың ниндәй үлсәмле шиғыр менән яҙылғанын тикшереп үтәйек. Һеҙгә поэманан дүрт юллыҡ строфалар яҙылған карточкалар таратам. Һеҙ строфаларҙы тикшереп, үлсәмен, асыҡ-ябыҡ ижектәрҙе табығыҙ, рифмалашҡан һүҙҙәрҙең астына һыҙығыҙ.
(Эш башҡарыла. Миҫал түбәндә бирелә.)
Алмалары алһыуланып /8/
Балланып бешкән ине/7/
Баҫыуҙарҙа, тулкынланып/8/
Бойҙай етешкән ине./7/
Һығымта.
Поэманың ритмикаһы 8 – 7 үлсәмгә ҡараған. Шуға был поэма еңел уҡыла, сөнки 7 – 7, 7 – 8, 8 – 8, 8 – 7-ле үлсәм менән яҙылған әҫәрҙәр халыҡ поэзияһындағы йыр ритмикаһына, ҡобайырҙарға үтә яҡын тора. Шуға ла поэманың күп строфалары йыр кеүек яңғырайҙар. Поэманың халыҡсанлығы ошонда ла, тип әйтеп була.
IX. Һорауҙарға яуап.
Үлмәҫбай кеүек образды һеҙ ниндәй рус яҙыусыһының әҫәрендә күрҙегеҙ? (М. Кәримдең Үлмәҫбай образы рус совет әҙәбиәтендә А.Твардовскийҙың рядовой Василий Теркины “Василий Теркин” поэмаһындағы образ менән тап килә. В. Теркин образында рус халҡы характеры аҫыҡ сағылыш тапһа, Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының характер үҙенҫәлектәре кәүҙәләндерелгән.)
Һеҙ был әҫәр менән дә танышһығыҙ, әйҙәгеҙ таблица формаһында сағыштырыу ойошторайыҡ. (Авторы, яҙылыу ваҡыты, әҫәр исеме, төп образдар, образ үҙенсәлеге.)
А. Твардовский, 1942 йыл, Василий Теркин, рус халҡы характеры сағылышы
М. Кәрим, 1942 – 1944 йылдар, Үлмәҫбай, Үлмәҫбай һәм Теребай, башҡорт халҡының характер үҙенсәлектәре, геройҙарҙың исемдәре үк әйтеп тороуынса, әҫәр халыҡтың батырлығы һәм үлемһеҙлеге тураһында.
X. Өйгә эш.
Дәрестә үҙләштерелгәндәрҙән сығып, һүрәт төшөрөргә һәм уның буйынса һөйләргә әҙерләнергә.
XI. Уҡыусыларҙың эшен баһалау, дәресте йомғаҡлау.
XIIX. Рефлексия.
Усманова Гөлфирә Марат ҡыҙы, Тәтешле районының Шүлгән мәктәбе уҡытыусыһы.