Мәктәптә алған белемең киләсәккә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләргә, тормош юлынан ышаныслы атларға, яратҡан һөнәренә эйә булырға ярҙам итһен! Юғары уҡыу йорттары баҫҡыстарынан ҡыйыу атла, уңышлы кеше бул! Алдыңа ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашып, атай-әсәйеңде, тыуған мәктәбеңде, уҡытыусыларыңды ҡыуандырырға яҙһын! Ҡояш кеүек балҡып йәшә, яҡты киләсәк һиңә, Гөлназ!
Яҡты киләсәк көтә
Үткәндәрҙе артта ҡалдырып,
Алға табан ҡыйыу атлайым,
Ауырлыҡтар осрап торһа ла,
Һис ҡасан да ҡаушап ҡалмайым.
Алда көтә яҡты киләсәк,
Ҙур өмөттәр уға бағлайым,
Барыһы ла минең ҡулымда –
Күптән инде быны аңлайым.
Еңел генә булмаҫ, шулай ҙа
Шиктәремде артта ҡалдырам,
Мин бит рухлы башҡорт ҡыҙымын,
Мин тырышһам, барын булдырам!
Хыял
Хыялдарың булһа әгәр,
Ҡул ҡаушырып ултырма,
Маҡсат ҡуйып, алға ынтыл,
Ваҡыт әрәм уҙғарма.
Ҡаршылыҡтар осраһа ла,
Баш тартма хыялыңдан,
Маяҡ булып яҡтыртыр ул,
Яҙлыҡмаҫҡа юлыңдан.
Минең дә күп хыялдарым,
Юҡтыр иҫәп-хисабы,
Яҡындарым һау булһалар,
Ни кәрәк миңә тағы?
Булһын улар шат, бәхетле,
Уңыш булһын йәнәшә,
Мин бәхетле булыр инем,
Улар матур йәшәһә.
Икенсе хыялым минең –
Булырға уҡытыусы,
Балаларҙы оло юлға
Етәкләп оҙатыусы.
Әсәйем дә тырышҡан бит,
Хыялын яулар өсөн,
Уҡытыусы булам тиеп,
Һалған ул да бар көсөн.
Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ
Ҡош кеүек, осмаҫ бейек,
Хыялыбыҙ алға килһен,
Эшебеҙ булһын бөйөк!
Башҡаларҙан айырылып тор ...
Башҡаларҙан айырылып тор,
Ҡабатлама кешене,
Саф күңелдән изгелек ҡыл,
Дуҫ ит үҙең ишене.
Яманлыҡҡа юл ҡуймайса,
Мохтажға ҡыл изгелек,
Таш бәғерле бәндәләрҙе
Урап үт һин иң элек.
Ғәҙелһеҙлек күрһәң әгәр,
Бошоноп, туҡтап ҡалма,
Көрәш юлыңа ялағай,
Ҡурҡаҡты бергә алма.
Ниндәй генә хәл булһа ла,
Кешелекле бул гелән,
Башҡаларҙан айырыл һин,
Изге йөрәгең менән.
Барыһы ла яҡшы булһын...
Барыһы ла һинең яҡшы булһын,
Гел ҡыуанып йәшә донъяла,
Хыялыңды маҡсат итеп ынтыл,
Ауырлыҡтан ҡурҡып моңайма.
Яңылышһаң әгәр туҡтап ҡалма,
Төҙәтергә тырыш хатаңды.
Ярһығанда рәнйетеүҙән һаҡлан,
Уңалтмаҫ ул йөрәк яраңды.
Сабырлы бул, зинһар, түҙә белсе,
Ҡурҡма өлгөрмәйсә ҡалыуҙан,
Эштәреңде теүәл башҡарырһың,
Туҡталмаһаң алға барыуҙан.
Үткәндәрең менән йәшәмә һин,
Артта ҡалһын әйҙә үткәнең,
Булған бәхетеңә рәхмәтле бул,
Бел һине тик уңыш көткәнен.
Үҫемлектәр кеше кеүек
Үҫемлектәр кеше кеүек,
Йәшәр өсөн тырыша.
Ауырлыҡтарға ҡарамай
Улар үҫеп маташа.
Ҡырау төшһә, ҡайһылары,
Бер аҙ шиңеп төшәләр.
Ҡайһылары һулый, үлә,
Көслөләре үҫәләр.
Ҡайһы саҡта кешеләр ҙә,
Ҡыйынлыҡҡа түҙмәйҙәр,
Тормош биргән һынауҙарҙы
Улар үтеп бөтмәйҙәр.
Тормош еңел, тип әйтмәйем,
Тырышып йәшәр кәрәк,
Ауырлыҡты еңеү өсөн
Түҙемле булһын йөрәк.
Өләсәйем
Өләсәйем мине бәләкәстән
Тәрбиәләп, һөйөп үҫтерҙе,
Сәстәремде матур итеп үрҙе,
Аҡыл-кәңәштәрен мул бирҙе.
Әкиәттәр миңә һөйләне ул,
Дарыу үләндәрен күрһәтте,
Таҡмаҡтарҙы унан отоп алдым,
Бейергә лә мине өйрәтте.
Хәҙер инде үҫеп буй еткерҙем,
Өләсәйҙән хәҙер мин бейек,
Көн дә барып уға ярҙам итәм,
Арымаһын өләсәй тиеп.
Туған телем
Туған телем, ғәзиз телем,
Атай-әсәйем теле,
Хөрмәтләйем, ҡәҙерләйем,
Иркен һөйләшәм үҙем.
Телем менән ғорурланам
Ул – ҡәҙерле ҡомартҡы.
Телен, илен яратҡандың
Юлы булыр гел яҡты.
Һине данлай йырҙарым,
Данлай күпме шағирҙар.
Киләсәккә еткерәм тип,
Ҡан түккән бит батырҙар.
Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә
Бөйөк эштәре менән
Бар донъяға танылған –
Фольклорсы Әхмәт ағайҙан
Шундай яҡты эҙ ҡалған...
Профессор ҙа, фән докторы –
Бар тарафта исеме.
Билдәле һәр бер өлкәлә,
Исемендә – есеме.
Уйлап һөйләне һүҙҙәрен,
Көсөн һалып эшләне.
Бөрйәндәрсә ябай булды,
Халҡым тиеп йәшәне.
Ҡомартҡы-байлыҡтарыбыҙ
Онотолмаһын өсөн.
Беҙ һәм киләсәк белһен тип,
Йәлләмәй һалған көсөн.
Халыҡ ынйыларын һәр кем
Ҡәҙерләүен теләне,
Беҙ тырышырбыҙ тормошҡа
Ашырырға теләген.
Урал батыр кеүек мәңге
Халҡы өсөн үлемһеҙ,
Тере һыу бөркөлгән ерҙә
Мәңгегә ҡалдырҙы эҙ.
Яралар
Тән йәрәхәттәре – ваҡытлыса,
Йәндең йәрәхәте – мәңгегә.
Тән яраһын табип уңалтһа ла,
Табылмаҫ шул дарыу күңелгә.
Бәлки, йығылырһың юлдарыңда
Яраларға түҙмәй, сыҙамай,
Бәхетле минуттар алда булыр,
Бирешергә һис тә ярамай.
Күҙ йәштәре
Илаған кешене көсһөҙ тиҙәр,
Йәнәһе лә, бара бирешеп.
Дөрөҫ түгел! Фани донъяларҙа
Булмай йәшәп һәр саҡ көлөшөп.
Түҙер хәл ҡалмаған саҡта ғына
Йәш түгәбеҙ йөрәк әрнеүҙән,
Арыттыра илар ерҙә көлөп,
Эстән генә һыҙып йөрөүҙән.
Шишмә булып күҙ йәштәре аға,
Юлдарыңда ҡалһаң аҙашып,
Көслө булып, түҙмәй һис сараң юҡ,
Юҡ һөйләшер кешең аңлашып.
Йәштәреңде һөрттә,алға ҡара,
Бәлки,шулай итеү дөрөҫтөр?
Йөрәгеңә ауыр булғанда ла,
Тура баҫып тороу кәрәктер...
Һағыныу
Бигерәк моңһоу булып тора,
Әллә ямғыр яуғасмы?
Нисәмә көн ҡояш сыҡмай,
Елдәр уйнап торғасмы?
Әллә күктәге болоттар
Боҙа микән кәйефте?
Бәлки, өҙөлөп һағыныу
Һыҙлаталыр йөрәкте.
Һағыныуҙар... Кемгә генә
Һеҙ таныш түгел икән?
Был донъяла бер кемде лә
Яратмаусы бар микән?
Бәлки, кемдер һағыналыр
Үҙенең тыуған ерен,
Гөрләп үткән бала-сағын,
Ата-әсәһе өйөн.
Кемдер һағына йәшлеген,
Шашып яратҡан мәлен,
Һөйгәне күҙенә ҡарап,
Яратам тигән һүҙен.
Кем һағына туғандарын,
Ғәзиз ата-әсәһен,
Бар наҙын биреп үҫтергән
Ғәзиз, иркә балаһын...
Ҡай саҡ һағыныу тойғоһо
Юҡһыныу менән йәнәш,
Яҡыныңдан яҙһаң, һис кем
Бирмәҫ аҡыллы кәңәш.
Хатта сабый балаларҙа
Юҡһыныуҙы аңлайҙар,
Ләкин улар оран һалмай,
Бары һыҡтап илайҙар.
Эйе, тормош йәш һорамай,
Һынау үтә барыһы ла,
Ныҡлап тырышырға кәрәк,
Нисек ауыр булһа ла.
Һағыныу ул көн-төн тимәй,
Һәр сәғәттә һиҙҙерә...
...Бигерәк моңһоу күңелемә,
Үтһен ине тиҙерәк!
Шаян елдәр өҙөп-йолҡоп,
Талай ағас баштарын,
Күк күк(е)рәтеп яуған ямғыр,
Һиңә ни кәрәк тағын?
Эскелек
Эй, кешеләр, һеҙгә әйтәм,
Бер ҡасан да эсмәгеҙ!
Хәмер эсемлектәрен һис
Ауыҙға килтермәгеҙ.
Һаулыҡ ҡына түгел, эсһәң
Бөтә тормош боҙола,
Уйлап йөрөгән хыялдарың
Һә тигәнсе юғала.
Айыҡ булмағанға күрә
Күп ғаилә тарҡала.
Ошо хәрәм ризыҡ өсөн,
Матур тормош юғала.
Кешемен тигән кешеләр,
Был ҡапҡанға эләгә,
Йәшәүҙәре – ҡараңғылыҡ,
Ҡояш түгел – күләгә.
Аңлайым, әле баламын,
Кемделер өйрәтергә,
Ярҙам итә алһам ине
Хаталар төҙәтергә...
Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.