Ҡала территорияһында 126 мәктәп бар. 25 авгусҡа тиклем 90 мәктәп янында 10 мең квадрат метр самаһы майҙанда 387 «йәйәүлеләр үткәүеле»н төшөрөү планлаштырыла. Бөгөнгө көндә «СУРСИС» муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре 179 билдә төшөргән. Барлыҡ саралар ҡаланың дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Йәйге осорҙа ҡаланың дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ҙур эш алып барыла. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып учреждениеларҙа ремонт үткәреү тора.
Әлеге ваҡытта Өфөлә 396 муниципаль белем биреү ойошмаһы эшләй, шуларҙың 126-һы мәктәп, 224 балалар баҡсаһы һәм 46 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы.
Уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ҡала бюджеты иҫәбенә 7 белем биреү ойошмаһында «Өфө ҡалаһы ҡала округында мәғарифты үҫтереү» программаһы буйынса капиталь ремонт үткәрелә. Аҡса тәү сиратта ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
– Әлеге ваҡытта бөтә учреждениелар буйынса сауҙа үткәрелде һәм килешеүҙәр төҙөлдө. Эштәр башҡарыу графигына ярашлы алып барыла һәм үтәлешенең 70 процентын тәшкил итә. Сауҙалашыу һөҙөмтәһендә алынған экономия йәнә өс мәғариф учреждениеһының ҡыйыҡтарын ремонтлауға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаларын билдәләүгә конкурс процедуралары бара, – тип хәбәр итә баш ҡаланың мәғариф идаралығы.
Капиталь ремонттан тыш, һәр учреждениела кабинеттарға, төркөм, йоҡо һәм уҡыу бүлмәләренә, ашханаларға һәм башҡаларға косметик ремонт үткәрелә.
Барлыҡ эштәр яңы 2022 – 2023 уҡыу йылына тамамланасаҡ.
Сығанаҡ: https://bash.ufacity.info/press/news/467617.html