Программа 9 – 11 класс уҡыусылары өсөн әҙерләнгән: уҡырға инеү бушлай, имтиханһыҙ, аттестаттың уртаса балы нигеҙендә. Предприятие менән маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү төҙөгән студенттарға өҫтөнлөк бирелә. Килешеүҙе ҡабул итеү кампанияһы ваҡытында төҙөргә мөмкин.
Башҡортостанда «Профессионалитет» программаһында 6 колледж ҡатнаша:
– Өфө машиналар эшләү колледжы https://umkufa.ru/fp-professionalitet/;
– Ишембай нефть колледжы http://www.ishnk.ru/;
– Нефтекама машиналар эшләү колледжы http://www.nmt.edu.ru/;
– Туймазы индустриаль колледжы http://tit-rb.ru/;
– Салауат индустриаль колледжы https://salinc.ru/;
– Стәрлетамаҡ политехник колледжы https://str-spc.ru/.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин https://www.gosuslugi.ru/10171/1/form.
Имтихандар бирмәй, документтар тапшырыу ваҡыты – 2022 йылдың 15 авгусына тиклем. Документтарҙың төп нөсхәһен ҡабул итеү комиссияһына 15 авгусҡа тиклем килтерергә кәрәк. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү тураһында бойороҡ 15 августан һуң сыға.
Сығанаҡ: Аңлатабыҙ_Башҡортостан.