Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август , 17:37

Радий Хәбиров: "Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү"

Бөгөн баш ҡаланың "Торатау" конгресс-холы залында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте. Педагогик кәңәшмәнең төп темаһы  – «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге». Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәпкәсә белем биреү, остазлыҡ институтын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Радий Хәбиров: "Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү"
Радий Хәбиров: "Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү"

Республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

– Быйылғы беренсе сентябрь элеккеләренән айырыла, беҙ икенсе ысынбарлыҡта йәшәйбеҙ. Бөгөн илебеҙ ҡот осҡос санкциялар баҫымы аҫтында. Башҡортостан хәрбиҙәренең махсус хәрби операция барышында нисек лайыҡлы эш итеүен, Ватаныбыҙҙы ҡыйыу рәүештә яҡлауын беләһегеҙ. Ә бит улар – һеҙҙең уҡыусыларығыҙ. Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү. Беҙ мәғариф системаһын әхлаҡи һәм кешелек ҡиммәттәренә таянып төҙөй алабыҙ. Егеттәребеҙ араһында хәрби бурысын аҙағынаса үтәп, ҡулдарына ҡорал тотоп һәләк булыусылар бар. Прапорщик Тамерлан Илһамовҡа һәм өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелде, күп яугирҙәребеҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде», – тип билдәләне республика етәксеһе.

«Петровское ҡалаһының Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәбен тергеҙеү менән шөғөлләнәбеҙ.  Уҡыу йылы хәҙер инде Рәсәй мәғариф стандарттары буйынса яңыртылған һәм йыһазландырылған кабинеттарҙа башланһын өсөн, беҙҙең белгестәр эштәрҙе ваҡытында тамамларға тырыша. Әйткәндәй, был мәктәп бер ҡасан да ремонтланмаған, бөтә эштәр Башҡортостан сода компанияһы иҫәбенә алып барыла», – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдовҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Республиканың мәғариф ойошмаларында лайыҡлы шарттар булдырыла. Мәктәптәргә капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программа ҡабул ителеп, был йәһәттән тәү сиратта ауыл мәктәптәренә иғтибар бүленә. 2026 йылға тиклем 365 мәктәп бинаһын ошо программаға индереү планлаштырыла. Республика башлығы федераль ҡаҙнанан ҙур сумма – 9 млрд ашыу бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сағыштырыу өсөн: элек был маҡсатта 600 млн бүленә ине.

Мәктәптәрҙә апрель айынан ремонт эштәре алып барыла. Быйылғы уҡыу йылын 63 мәктәптә 21 меңгә яҡын бала яҡшыртылған шартттарҙа башлаясаҡ. Тағы ла 17 мәктәптә капиталь ремонт февраль айына тамамланыуы көтөлә. Киләһе йылға 40 мең бала белем алған 117 мәктәптә ремонт эше ҡаралған. Ә 2023 йылдың сентябрендә 134 мәктәп 48 меңдән ашыу уҡыусыны ремонтланған һәм яңыртылған шарттарҙа ҡаршы аласаҡ.

Республика Башлығы мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы, педагогтар араһында төбәк-ара һәм республика конкурстары еңеүселәрен, лауреаттарын бүләкләне. Сығышын йомғаҡлап, Радий Хәбиров уҡытыусыларға уңышлы уҡыу йылы һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-12/radiy-h-birov-b-g-n-m-kt-pte-t-p-burystaryny-bere-e-il-y-rlek-t-rbi-e-bire-2907868.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас в