12 август көнө Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә ҡатнашты, ә иртәгәһенә Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың тыуған яғы Стәрлебаш районына барып, Йәлембәт мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Улар мәктәптә булды, балалар менән берлектә Хәтер һәм хәрби дан аллеяһында Сафа Хәсәнов ҡәберлегенә сәскә һалды. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ноябрь айында Эльвира Айытҡолова Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығына мәктәптәрҙең береһенә Сафа Хәсәновтың исемен биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. «Быныһы Башҡортостан менән ЛНР мәктәптәре араһындағы икенсе килешеү инде. Яңыраҡ Рәми Ғарипов исемендәге гимназия һәм Минеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был тәжрибә Рәсәйҙең башҡа мәктәптәре өсөн дә өлгө буласаҡ», – тине депутат. Елена Борзых әйтеүенсә, ҡала Советы депутаттары ултырыштарҙың береһендә Красный Луч ҡалаһындағы 29-сы мәктәпкә Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Мәктәптә башҡорт батырының биографияһын һәм тарихын өйрәнеү дауам итә.
Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/3449-odnoj-iz-shkol-lnr-budet-prisvoeno-imya-geroya-sovetskogo-soyuza-safy-khasanova/.