

Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ошондай хоҡуҡҡа эйә. Компенсация мәктәп формаһы йәки уны алмаштырған кейем-һалым өсөн бирелә.
Ниндәй документтар кәрәк:
- ғариза
- паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ
- баланың (йәки бер нисә баланың) тыуыу тураһында таныҡлығы
- ғаилә составы тураһында белешмә
- һатып алыуҙы раҫлау өсөн касса һәм тауар чектары
- күп балалы ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуы
тураһында белешмә. Уны ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле йәшәгән урын (теркәлгән урын) буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә алырға мөмкин.
Компенсация алыу өсөн документтарҙы 2022 йылдың 1 октябренә тиклем бала уҡыған мәктәпкә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға кәрәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан