2022 йылдың июленә мәғлүмәттәр буйынса, малайҙар өсөн тауарҙар – 22 889,56 һумға, ә ҡыҙҙарға 27 624,08 һумға төшә. Рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, уҡыусыларға сығымдар һиҙелерлек артҡан. 2021 йылдың июле менән сағыштырғанда хаҡ 18,2% һәм 15,4% ҡиммәтләнгән. Үткән йылда бер балаға яҡынса 24 мең һум кәрәк булған. Мәҫәлән, уҡыусы ҡыҙҙы кейендерергә 19200 һум самаһы кәрәкһә, малайҙарға яҡынса 14616 тип һанап сығарылған.
Ике йыл элек иһә мәктәп тауарҙары хаҡы ҡыҙ бала өсөн 14,5 мең һум тәшкил итһә, малайҙарҙыҡы 13,8 мең һум булған. 2020 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уҡыу кәрәк-яраҡтарына уртаса 4747 һум кәрәк булған, малайҙарҙы мәктәпкә йыйыу өсөн – 19366 һум, ҡыҙҙарға 23947 һум самаһы аҡса талап ителгән.
Хәҙер бер дәфтәр – 9,19 һум, рюкзак – 2636,31 һум, ҡыҙҙар күлдәге – 1929,88 һум, ә малайҙар джемперы 1344,6 һум тора. Ошо уҡ осорҙа 5 сәскәнән торған гөлләмә 8,9% ҡыйбатланған, хәҙер ул уртаса 718 һум.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.