Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2022, 20:08

Балаларҙың иҫенә төшөрөгөҙ!

Тиҙҙән 1 сентябрь етә – йәмәғәт транспортында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың иҫенә төшөрөргә ваҡыт.

Балаларҙың иҫенә төшөрөгөҙ!
Балаларҙың иҫенә төшөрөгөҙ!

Уҡығыҙ, ҡарағыҙ һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ!

1. Транспортты тик туҡталышта көтөгөҙ – юлға сыҡмағыҙ.

2. Транспорт тулыһынса туҡтағас ҡына автобусҡа, троллейбусҡа һәм трамвайға инегеҙ һәм сығығыҙ.

3. Транспорт китеп барғанда һикереп менмәгеҙ, транспорттың сығып торған өлөштәрендә һәм ишек төбөндә тормағыҙ.

4. Автобусты һәм троллейбусты – артынан, трамвайҙы  алдынан урап үтегеҙ.

5. Авария ваҡытында автобустан сығыу өсөн ишек һәм елләтеү люктарын файҙаланығыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас