

Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан мәктәптәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, ә Волга буйы федераль округында тәүге урынды биләй.
– 19 июлдән мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлек торошон тикшереү буйынса комиссиялар эшләне. 11 дөйөм белем биреү ойошмаһы, ике йыллыҡ капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға бәйле, ҡабул итеүҙә ҡатнашманы. Төп бурыс – белем биреү ойошмларында уҡыу һәм эш шарттары булдырыу, хәүефһеҙлек сараларын күреү, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу, – тип билдәләне Премьер-министр. Ул шулай уҡ мәктәптәрҙә терроризмға ҡаршы эште ойоштороуға һәм коронаривус инфекцияһына бәйле санитар нормаларҙың үтәлеүенә иғтибарҙы кәметмәҫкә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 1 сентябрҙә Башҡортостанда 509 мең уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, уларҙың яҡынса 55 меңе беренсе класҡа бара, бынан тыш, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күскенселәрҙең ғаиләләренән 156 бала парта артына ултыра. Белем биреү процессы ғәҙәти форматта, санитар-эпидемиологик нормаларҙы иҫәпкә алып ойоштороласаҡ.