

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты. Улар республикала эшләп килгән милли йәкшәмбе мәктәптәре тарафынан әҙерләнгән үҙенсәлекле күргәҙмә менән танышып, һәр мәктәптең эшмәкәрлеге тураһында һорашты.
Тәүге көндөң программаһына ярашлы, форум делегаттары «СМАРТ-мәктәптәр. Полилингваль һәм билингваль белем биреү», «Рәсәй өсөн. Башҡортостан өсөн. Туған тел өсөн» («ZА Россию. ZА Башкортостан. ZА родной язык»), «Мәғариф флагмандары. Башҡорт теле», «Белем биреү мөхите. Туған телдәр», «Медиакиңлектә туған телдәр» (һанлы белем биреү ресурстары), «Бала саҡ биләмәһе» (мәктәпкәсә белем биреү) йүнәлештәре буйынса кластерҙарҙың эшендә ҡатнаша. Шулай уҡ ғаилә тәрбиәһе, заманса милли һәм полилингваль мәктәптәр, башҡорт һәм туған телдәрҙе уҡытыу, этномәҙәни тәрбиә һәм илһөйәрлек темаларына арналған дискуссия майҙансыҡтары ҡаралған. Форумдың бөгөнгө эш көнө аҙағында үҙ һөнәренең оҫталары булып танылған уҡытыусы, тәрбиәсе, педагогтарҙы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының ведомство наградалары менән бүләкләү тантанаһы ҡаралған.
Иртәгә, 10 сентябрҙә, Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үҙ эшен “Торатау” конгресс-холында дауам итәсәк. Мәктәпкәсә белем биреү системаһында туған телдәргә, инновациялы мәктәптәргә, полилингваль белем биреүгә, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә арналған күргәҙмәләр ойошторолоуы көтөлә. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа уларҙы өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса яңы идеялары менән уртаҡлаша ала. Форум Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сығышы менән тамамланасаҡ.
Текст һәм фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм "Башинформ" агентлығы сайтынан алынды.