Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь , 13:45

«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө»

13 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холлында «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы булып уҙҙы. Яҙыусының 75 йәшлек юбилейы айҡанлы үткәрелгән сараға республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, музейҙары, китапханалары, театрҙары етәкселәре һәм белгестәре, журналистар, яҙыусылар, шулай уҡ Мәскәү, Силәбе, Чечен Республикаһы, Тыва, Удмуртия, Алтай, Чехия һәм АҠШ-тан вәкилдәр килгәйне.

«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө»
«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө»

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле прозаик һәм драматург,   әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы – башҡорт әҙәбиәте һәм үҫешенә күп көс һалған ихтирамлы шәхестәрҙең береһе.

Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге пенталогия – «Бөйрәкәй» рорманының авторы булараҡ әҙибә исеме әҙәбиәт тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Яҙыусы ижады халҡыбыҙҙың рухи бейеклеген билдәләй.

«Таңсулпан Ғарипова — ысын халыҡ яҙыусыһы, уҡыусыларҙың һөйөүе һәм ихтирамы быны дәлилләй, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. — Белеүегеҙсә, «Бөйрәкәй» романы хәҙере башҡорт әҙәбитендә иң уҡымлы әҫәр булып тора. Әлбиттә, яҙыусының иғтибарға лайыҡ әҫәрҙәре байтаҡ. Уның китаптары һүҙ оҫталығы өлгөһө генә түгел, уларҙы табип, социолог менән сағыштырырға мөмкин, сөнки улар кешенең күңелен тоя. Тап шуға ла йәмғиәттә киң сағылыш таба. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына хеҙмәте һәм ижады өсөн ихлас рәхмәтлебеҙ». Азат Шамил улы яҙыусыға ныҡлы һаулыҡ һәм яңы ижади уңыштар теләп, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хатын тапшырҙы.

Хөрмәтле Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы! Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ айҡанлы редакция коллективы һәм журнал уҡыусыларыбыҙ исеменән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ижади ҡомар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фотолар БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтынан алынды.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас в