

Яҡташыбыҙ "Медиавизитка", "Педагогик оҫтахана", "Асыҡ дәрес", "Класс сәғәте", "Оҫталыҡ класы" этаптарын уңышлы үтеп, Киров, Рязань өлкәләренән, Төньяҡ Осетия-Алания, Дағстан республикаларынан һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән тәжрибәле уҡытыусылар менән финалда көс һынашты һәм дөйөм иҫәптә бишенсе урынға сыҡты. Ә иһә илебеҙҙең 68 төбәгенән йыйылған туған тел уҡытыусылары араһында «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеү яуланы!
Был хаҡта үҙ сәхифәһендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. «Педагогик эшмәкәрлегенең күпселек өлөшөн Мирас Ишдәүләтов Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларҙа эшләне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем бирҙе, артабан Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында, Өфөнөң 2-се шифаханаһындағы мәктәп-интернатта уҡытты, — тип яҙҙы ул. — Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы, белемле уҡытыусы. Уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!».
Журналыбыҙ коллективы һәм күп һанлы уҡытыусылары исеменән Мирас Рәшит улын ҙур уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Республикабыҙҙы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе тиңдәр араһында юғары кимәлдә күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт! Киәләсәктә лә телебеҙ һағында ныҡ тороп, уңышлы һәм емешле эштәр атҡарырға яҙһын!