Башҡортостанда иреклеләр батальонына нисек яҙылырға?
Махсус операцияла үҙ ирке менән ҡатнашыуға яҙылыу өсөн Башҡортостан кешеләре йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. Унда, бөгөнгө көндәге хәлдән һәм әҙерлек кимәленән сығып, бөтә аңлатмалар биреләсәк.
Хәрби комиссариаттар исемлеге ошо сайттарҙа:
https://voenkomats.ru/bashkortostan/,
https://vk.cc/cgN8Ti.
2022 йылдың 21 сентябрендә «Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйылды.
Цитата: 3. ...Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй Федерацияһы граждандарының аҡсалата тәьминәт кимәле Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙең аҡсалата тәьминәт кимәленә тиң, тип билдәләргә.
4. Хәрби хеҙмәткәрҙәр тарафынан хәрби хеҙмәт үтеү тураһында төҙөлгән контракттар, ошо Указ менән билдәләнгән сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәттән бушатыу осраҡтарынан тыш, өлөшләтә мобилизация осоро тамамланғанға тиклем ғәмәлдә ҡала.
5. Өлөшләтә мобилизация осоронда контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәттән бушатыуҙың түбәндәге нигеҙҙәрен билдәләргә:
а) йәш буйынса - хәрби хеҙмәт йәшенән үткәс;
б) һаулыҡ торошо буйынса - хәрби-врач комиссияһы тарафынан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныу сәбәпле, атап үтелгән хәрби хеҙмәткәрҙәр биләй алған хәрби вазифаларҙа хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләк белдергән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш;
в) кешене иркенән мәхрүм итеү тураһында суд ҡарарының үҙ көсөнә инеүенә бәйле…
Указдың тулы версияһы ошонда:
http://kremlin.ru/acts/news/69391
Рәсәйҙә кемдәр мобилизациянан кисектереү ала?
Ил хөкүмәте рәсәйлеләрҙең өлөшләтә мобилизациянан кисектереү аласаҡ категорияларын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә билдәләйәсәк.
Президент Владимир Путиндың 2022 йылдың 21 сентябрендәге «Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһында»ғы Указынан оборона-сәнәғәт комплексы ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең кисектереү алыуы билдәле.
1997 йылдың 26 февралендәге «Рәсәй Федерацияһында мобилизацион әҙерлек һәм мобилизация тураһында»ғы 31-се федераль законға ярашлы, мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектереү түбәндәге категорияларға бирелә:
– бронь алғандарға, йәғни предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениеларға беркетелгәндәргә, уларҙы мобилизация буйынса һәм һуғыш ваҡытында хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә;
– һаулыҡ торошо буйынса ваҡытлыса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылғандарға – алты айға тиклем;
– әгәр медик-социаль экспертиза һөҙөмтәһе нигеҙендә даими тәрбиәгә мохтаж йәки I төркөм инвалид булған (һәм закон буйынса уларҙы тәрбиәләргә тейешле башҡа кеше юҡ икән) атаһын, әсәһен, ҡатынын, ирен, бер туған ағаһын йәки апаһын, олатаһын, өләсәһен даими ҡарағандарға;
– бәлиғ булмаған бер туған энеһен һәм (йәки) һеңлеһен ҡараған опекундарға йәки попечителдәргә;
– кемдәрҙең ҡарауында 16 йәшкә тиклемге дүрт һәм унан күберәк балаһы бар;
– әсәйһеҙ бер бала йәки 16 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгәндәр;
– кемдең 16 йәшкә тиклемге өс балаһы һәм йөклө ҡатыны (мөҙҙәт – 22 аҙнанан кәм түгел) булғандарға;
– 8 йәшкә тиклемге дүрт һәм унан күберәк ҡәрҙәштәре булғандар, шул уҡ ваҡытта әсә кеше уларҙы иренән башҡа тәрбиәләһә;
– Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары.
Айырым граждандарҙы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән кисектерелә.