Новости
27 Сентября 2022, 09:41

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе журналыбыҙ редакцияһы һәм күп һанлы уҡыусылары исеменән һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө. Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, илебеҙҙең ғорурлығын һәм халҡыбыҙҙың таянысын үҫтергән педагогик хеҙмәткәрҙәр оло хөрмәткә лайыҡ!  Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Тәрбиәсе – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе, шәхес үҫтереүсе. Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе уның киләсәк тормошона нигеҙ һала.

Белем биреүҙең тәүге баҫҡысы тап балалар баҡсаһында башлана, сөнки нәҡ ошонда сабыйҙың характеры формалаша, донъяны танып белеү һәләте үҫешә. Ысын тәрбиәсе – һәр ваҡыт рух һәм юғары мәҙәнилек сығанағы ул. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә мәшғүлдәр үҙҙәре генә беләлер. Тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе булып бала күңелдәренә һалынған рухи орлоҡтоң тиҫтә йылдарҙан һуң мул емеш биреүе тора. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә.

Хөрмәтле тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, илһамлы хеҙмәт, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Балаларға ҡарата һөйөү һәм һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыш  һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын! Ижади башланғыстарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын! Үҙегеҙ тәрбиә биргә балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен тойоп йәшәргә һәм эшләргә насип булһын!


Иркен балалар баҡсаһы –
Бәләкәй генә дәүләт.
Тәрбиәсе апайыбыҙ
Ҡарай беҙҙе әпәүләп.
Яйлап мәктәпкә әҙерләй,
Беренсегә барырға.
Беҙҙең икенсе әсәй ул,
Рәхмәтебеҙ ҙур уға.
Тыңлаһаҡ, тыңламаһаҡ та,
Апай беҙҙе ярата.
Ҡыҙыҡ әкиәттәр һөйләп,
Ауыҙына ҡарата.
Тәрбиәсе апайыбыҙ
Гел генә беҙҙең янда.
Матур үтә кѳндәребеҙ
Тәрбиәсе булғанға.
                         Гөлнара Хәлфетдинова

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас