Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2022, 16:33

Алдынғы уҡытыусы

Ишембай ере Республикабыҙ тарихына, уның мәғарифы үҫешенә, педагогик асыштарға ыңғай йоғонто яһаған бик күп уҡытыусы – педагогтары менән билдәле.

Алдынғы уҡытыусы
Алдынғы уҡытыусы

Халыҡ – ара Уҡытыусылар көнө Ишембай тарафтарында ла көтөп алған яратҡан байрамдарыбыҙҙың береһе. Сөнки Ишембай ере Республикабыҙ тарихына, уның мәғарифы үҫешенә, педагогик асыштарға ыңғай йоғонто яһаған бик күп уҡытыусы – педагогтары менән билдәле. Уларҙы үҙ ваҡытында ҙурлау әһәмиәтле тип һанайбыҙ.  Был йәһәттән иң – иңдәрҙе билдәләү өсөн муниципаль районда үҙенә генә хас һөнәри конкурстар, төрлө бәйгеләр үткәрелеп тора. Республика, хатта Рәсәй кимәленә лә сығып, үҙ һөнәренең оҫтаһы икәнлеген күрһәткән, юғары уңыштарға ирешкән уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үткән уҡыу йылы аҙағында Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй туған телдәр уҡытыусылары бәйгеһендә юғары уңышҡа ирешеп ҡайтҡан Әйүпова Венера Биктимер ҡыҙы, “Киләсәк уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй методик эшкәртмәләр бәйгеһе еңеүсеһе Хәлисова Альбина Альберт ҡыҙы, иң алдынғы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары өсөн Республика етәксеһе грантына лайыҡ булған Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Уңышлы хеҙмәт һалып йөрөгән тиҫтәләгән коллегаларыбыҙҙың матур эштәрен район гәзите биттәрендә яҡтыртып торабыҙ. Муниципаль  район, мәғариф бүлегенең башҡорт теле уҡытыусыларының эшен юғары баһалауы ихтирамға лайыҡ.

   Ошо йәһәттән алдынғы уҡытыусыларыбыҙҙы район – ара кимәлдә ҙурлау өсөн ойошторолған  хөрмәтле педагог, уҡытыусы-методист Ғайса Кәримов исемендәге премияға тәҡдим итеү матур йолаға әйләнде. Премияны тапшырыу Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә уҙғарыла. Быйыл был мәртәбәле бүләкте “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында уңышлы сығыш яһаған, матур күрһәткестәргә эйә булған йәш педагог яуланы. Ул – районыбыҙҙың билдәле шағиры тыуған  Кинйәбулат ауылы уҡытыусыһы – Ғиниәтуллина Элиза Сыңғыҙ ҡыҙы. Ҙур педагогик династияһы булған ғаиләлә уңышлы эштәре менән телебеҙ байлығын киләсәк быуынға еткереү эшендә арымай – талмай эшләргә тағы бер этәргес булды был еңеүе. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы аша уны ихлас ҡотлайбыҙ! Ә педагогик эшкә 49 йыл ғүмерен бағышлаған Верхотор мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишмәтова Миңнур Абдрахман ҡыҙының Рәсәй кимәлендә төп дөйөм белем биреү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бүләкләнеүе бөтә район – ҡала уҡытыусылары өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Бына шундай иҫтә ҡалырлыҡ хәтирәләр менән килде беҙгә быйылғы байрамыбыҙ. Киләсәктә лә шулай уңышлы эшләп, Тыуған илебеҙ өсөн иманлы, үҙ ерен яратҡан, туған телен һөйгән балалар үҫтерербеҙ тигән өмөттәр уята был тантана. Бар туған тел уҡытыусыларына ла уңыштар, юғары үрҙәр теләйбеҙ, Мәғрифәт күгендә балҡыған йондоҙҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Г.Ш. Аҙнабаева,

Ишембай муниципаль районы мәғариф бүлеге методисы,

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,

педагогия фәндәре кандидаты  

Алдынғы уҡытыусы
Алдынғы уҡытыусы
Алдынғы уҡытыусы
Автор: Тимур Рахматуллин
Читайте нас