Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тибеҙ. Был мәсьәлә бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа айырыуса көнүҙәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында мәғариф учреждениеларында тарих фәнен уҡытыуға арналған эшлекле һөйләшеү ойошторолдо.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Айтуған Аҡманов, Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов, башҡорт тарихсыһы, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Күзбәков, Ата-әсәләр комитеты ағзалары Руслан Биккинин, Айгөл Атанова һәм башҡалар ҡатнашлығындағы сарала бөгөн тарихты уҡытыу мөһимлеге билдәләнеп, ошо бурысты комплекслы тормошҡа ашырыу юлдары барланды. Был йәһәттән тейешле ведомство һәм ойошмалар уртаҡ маҡсатта бергә эшләргә тейеш, тиелде һөйләшеүҙә.
Сарала ҡатнашыусылар тарих фәненә мәктәптәрҙә сәғәтте етерлек бүлеү, үҙебеҙҙең республиканың, илдең үткәнен өйрәнеүгә нығыраҡ иғтибар итеү кәрәклеген билдәләне. Шул уҡ ваҡытта төбәгебеҙҙәге юғары уҡыу йорттары программаһына ла Башҡортостан тарихы предметын индереү йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерәсәк, тигән фекер белдерҙеләр. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа был айырыуса мөһим.
Йәнә шуныһы: йәш быуынды ватансыл итеп үҫтерергә теләйбеҙ икән, уларҙың ата-әсәһе менән дә даими аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Һәммәһен дә мәғариф өлкәһе иңенә һалыу дөрөҫ түгел. Билдәле булыуынса, Совет осоронда ошо мәсьәлә өҫтөнлөклө булып торған: өлкәндәр араһында ла илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылған.
Һәр эштә эҙмә-эҙлеклелек мөһим: республикабыҙҙың йәш гражданы иң тәүҙә Башҡортостан, унан Рәсәй тарихын ныҡлы өйрәнергә тейеш, унан — донъяныҡын, тигән фекерҙә ғалимдар. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын дөрөҫ файҙаланып, төбәгебеҙҙең үткәндәрен өйрәнеүгә еткеле кимәлдә дәрес бүлеү йәмғиәттәге көнүҙәк проблемаларҙы яйға һалыуға нигеҙ булып торасаҡ.
Тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов уҙған быуатта сыҡҡан, ике өлөштән торған «Башҡортостан тарихы» дәреслеген, һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәрҙе лә өҫтәп, яңынан баҫтырырға тәҡдим итте.
Мәғлүмәт Ҡоролтай сайтынан алынды: https://kurultai.ru/ba/content/3581-ob-urokah-po-istorii-bashkortostana/