Новости
2 Ноября 2022, 10:56

Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ла туҡталасаҡ

22 октябрҙә Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡҡан. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл уҙырға ниәтләй. Поезд БАМ, Транссиб, Үҙәк Рәсәй һәм Себерҙең 130-ҙан ашыу ҡалаһы аша үтеү планлаштырылған.

Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ла туҡталасаҡҠыш бабай поезы Башҡортостанда ла туҡталасаҡ
Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ла туҡталасаҡ

"Башинформ" сығанаҡтары еткереүенсә, 22 октябрҙә Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡҡан. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл уҙырға тейеш.

Поезд Башҡортостанға ла килә. 7 декабрҙә (шаршамбы) — Өфөлә, 8 декабрҙә иһә Белоретта туҡтай.

«Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә», – тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: ИА "Башинформ"

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас