Тағы ла бер әһәмиәтле сара - хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары дәүләт һәм муниципаль өҫтәмә белем биреү ойошмаларына һәм мәктәптәге түңәрәктәргә бушлай йөрөй ала.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында уларҙың балаларын - 5 -11-се синыф уҡыусыларын һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарын уҡыу көндәрендә бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү ҡаралған.
Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм 23 йәшкә тиклемге бөтә уҡыу йорттары студенттары (махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары) транспортта бушлай йөрөй. Уларға айына 60 тапҡыр транспортта бушлай йөрөү ҡаралған. Юл хаҡын уҡыусының картаһы, «Алға» картаһы һәм «Мир» түләү системаһының банк картаһы менән түләргә мөмкин.
Ярҙамды алыу өсөн баланың ата-әсәһе (законлы вәкиле) белем биреү ойошмаһына ғариза һәм хәрби комиссариаттан алынған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусын раҫлаусы белешмә тапшыра.
«Һөт кухняһы»нан бушлай аҙыҡ-түлек - ошо операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тағы ла бер ярҙам сараһы. Ҡоро ҡатнашмалар, бутҡа һәм һөт ризыҡтары менән йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балалар бушлай тәьмин ителә. Ярҙамды алыу өсөн «Һөт кухняһы»ның яҡындағы таратыу пунктында бушлай аҙыҡ алыуға ғариза бирергә һәм хәрби комиссариаттан алынған махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы раҫлаусы белешмә күрһәтергә кәрәк.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре лә ярҙамға - өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыуға йәки интернат-йортҡа сираттан тыш урынлаштырыуға иҫәп тота ала. Бының өсөн Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк (8-800-775-00-14).
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн республика ярҙам саралары ошонда: https://npa.bashkortostan.ru/36683/, уларға өҫтәмәләр түбәндәге һылтанма буйынса: https://npa.bashkortostan.ru/36811/
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан