Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2022, 18:27

Быйыл көҙ Башҡортостанда 4 меңдән ашыу кешене әрме сафына саҡырырға ниәтләйҙәр

Улар хеҙмәт итеү ваҡыты үткәндәрҙе алмаштырасаҡ, тип аңлата республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич.

Быйыл көҙ Башҡортостанда 4 меңдән ашыу кешене әрме сафына саҡырырға ниәтләйҙәр
Быйыл көҙ Башҡортостанда 4 меңдән ашыу кешене әрме сафына саҡырырға ниәтләйҙәр
Хәрби хеҙмәткәрҙәр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең бөтә төр ғәскәрҙәренә, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби частарына эләгәсәк.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының йыйылыу пунктынан 2022 йылдың 10 ноябренән оҙата башлау күҙаллана. Буласаҡ һәр һалдат кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Уларҙы хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм ата-әсәләр өсөн булдырылған ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса бирергә мөмкин:

 8 (347) 228-02-92 - Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе
(эш көндәре - сәғәт 09:00-ҙан 19:00 сәғәткә тиклем, ял көндәре - сәғәт 10:00-дан 17:00 сәғәткә тиклем)
  8 (347) 253-13-48 – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге (эш көндәрендә сәғәт 09:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем)
  122, өҫтәмә номер 1 – Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге (көн һайын – сәғәт 8:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: