Новости
7 Ноября 2022, 08:42

“Башҡортостан республикаһының йыл укытыусыһы” конкурсы еңеүселәре - Мәғариф һәм фән министрының кәңәшселәре

Бының тураһында Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Башҡортостан республикаһының йыл укытыусыһы” конкурсы еңеүселәре -  Мәғариф һәм фән министрының кәңәшселәре“Башҡортостан республикаһының йыл укытыусыһы” конкурсы еңеүселәре -  Мәғариф һәм фән министрының кәңәшселәре
“Башҡортостан республикаһының йыл укытыусыһы” конкурсы еңеүселәре - Мәғариф һәм фән министрының кәңәшселәре

Бына улар:

Юлия Смехова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се һанлы гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, быйыл уҙғарылған “Башкортостан республикаһының йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе;

Зарина Ғәлләмова, Ҡариҙел районы 1-се һанлы урта мәктәбенең  инглиз теле уҡытыусыһы - “Башкортостан республикаһының йыл уҡытыусыһы” - 2022 конкурсы еңеүсеһе;

Анастасия Ногина, Өфө ҡалаһы 112-се һанлы урта белем биреү мәктәбенең башланғыс класстар уҡытыусыһы – “Йәш йыл уҡытыусыһы” – 2022 конкурсы еңеүсеһе;

Эльмира Тазиева, Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы һанлы башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” – 2022 конкурсы бүләкләнеүсеһе.

“Улар йәмәғәтселек башланғыстарында министрға дәүләт мәғарифы политикаһын тормошҡа ашырыуҙа үҙҙәренең инициативаһын, шулай уҡ Мәғариф министрлығының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙарға үҙ тәҡдимдәрен индерә алалар”, - тиелә дәүләт идараһының матбуғат хеҙмәтендә.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас